Әстерхан дәүләт консерваторияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әстерхан дәүләт консерваторияһы
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1969
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Әстрәхән
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы[2]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Рәсми сайт astracons.ru
Commons-logo.svg Әстерхан дәүләт консерваторияһы Викимилектә

Әстерхан дәүләт консерваторияһы — Әстерханда урынлашҡан дәүләт юғары музыкаль уҡыу йорто.

Тарихы[3][үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әстерхан консерваторияһы 1969 йылда асыла. Уны булдырыуҙа профессор М. А. Этингер, композитор А. Н. Холминов һәм М. П. Максакова ҙур роль уйнайҙар[4].

1971 йылда консерваторияны В. С. Кузнецов етәкләй.

1974 йылда студенттарҙың беренсе сығарылышы була.

1975 йылда консерваторияла орган ҡуйыла.

1980 йылдан алып 1981 йылға тиклем консерватория В. А. Воронов менән етәкселек итә.

1998 йылда аспирантура асыла.

Хәҙерге ваҡытта консерваторияны ошо уҡыу йортон тамамлаусы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, профессор А. В. Мостыканов етәкләй[5][3].

Консерватория штатында (2019 йыл мәғлүмәттәре буйынса) — 4 фән докторы, 9 фән кандидаты эшләй.

Консерватория эргәһендәге сәнғәт коллективтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1992 йылда консеваторияның иң билдәле һәм популяр ижади коллективы — «Скиф» квартеты ойошторола.

1994 йылда «Лик» камера хорына нигеҙ һалына (художество етәксеһе һәм дирижеры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, профессор С. Е. Комяков). Коллективтың концерт репертуарында — халыҡ йырҙары, урыҫ, сит ил музыкаһы, заманса композиторҙарҙың йыр-хор ижады, Әстерхан авторҙарының вокал-хор музыкаһы.

1996 йылда «Концертино» фортепиано квинтеты ойошторола (художество етәксеһе профессор М. А. Бесценная) — бөтә рәсәй камера ансамблдәре конкурс-фестивалдәте лауреаты.

1997 йылда «Ретро» ансамбле формалаша, уның составында В. Смиховский — художество етәксеһе (кларнет, саксофон), А. Бакшеев (кларнет), А. Смиховская (аккордеон), И. Шубенин (гитара), Е. Хачир (контрабас) һәм солистар Т. Важоров, Л. Сазоноа.

Ректорат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

— Ректоры — Мостыканов Александр Валентинович

— Фәнни эштәр буйынса проректоры — Людмила Владимировна Саввин

— Уҡыу эштәре буйынса проректор — Ольга Ивановна Поповский

— Ижади эштәр буйынса проректор — Наталья Кимовна Тарасов

Кафедралар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

— Махсус фортепиано кафедраһы

— Ҡыллы музыка ҡоралдары кафедраһы

— Тынлы инструменттар кафедраһы

— Халыҡ инструменттары кафедраһы

— Опера әҙерлекле яңғыҙ йырлау кафедраһы

— Хор дирижеры кафедраһы

— Музыка теорияһы һәм тарихы кафедраһы

— Камера ансамбле һәм концертмейстер әҙерлеге кафедраһы

— Фортепиано кафедраһы

— Дөйөм гуманитар дисциплиналар кафедраһы

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Объект культурного наследия народов РФ федераль әһәмиәтендәгеРәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты федераль әһәмиәтендәге
рег. № 301510277870006 (ЕГРОКН)
объект № 3010042001 (БД Викигида)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]