Әстрәхән имәне
Әстрәхән имәне | |
Был таксон организмы | Q. robur[d] |
---|---|
Нигеҙләү датаһы | 1570 |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Әстрәхән |
Урын | Әстрәхән |
Адрес | General Gerasimenko street һәм ул. Генерала Герасименко |
Әстрәхән имәне (оҙаҡ ваҡыт яңылыш « Петр I имәне» тип аталған) — ботаник тәбиғәт ҡомартҡыһы, Әстерхандын Генерал Герасименко урамында тора. Ҡала биләмәһенең иң боронғо ағасы булып иҫәпләнә — уның йәше, белгестәр баһалауы буйынса, 448 йылда тәшкил итә (2018 йылға ҡарата).
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оҙайлы ваҡыт, ағасты батша Петр I 1722 йылда, Әстрәхәнға визит менән килгән саҡта, ултыртҡан тип йөрөтәләр була, әммә һуңынан асыҡланыуынса, был имән батша визитынан быуат ярымға өлкәнерәк булып сыға[1].
2011 йылдың ғинуарында Әстрәхән мэрияһы төбәктең тәбиғәтен һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау хеҙмәте ярҙамында имәнгә тере тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын биреүгә заявка ебәрә[2]. 2012 йылдың авгусында Бөтә Рәсәй «Ағастар — һәйкәл тере тәбиғәт һәйкәлдәре» программаһы сертификация комиссияһы ҡарары менән имәнгә Бөтә Рәсәй әһәмиәтендәге тере тәбиғәт ҡомартҡыһы статусы бирелә[3]. 2012 йылдың декабрендә уны Рәсәйҙең ҡарт ағастары реестрына индереләр[4]. «Сәләмәт урман» ағасҡа экспертиза яһау белгестәре ағасҡа диагностика үткәрәләр һәм уның аныҡ йәше — 443 йыл тип билдәләйҙәр[5][6]. 2016 йылдың 12 сентябрендә «Рәсәй йыл ағасы» исеменә дәғүә итеүсе 12 ағас исемлегенә был имәнде индерәләр, артабан ул Чехия экологик фонды үткәргән «Европа 2018 йыл ағасы» конкурсында ҡатнашырға хоҡуҡлы була[7].
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ағастың төрө — черешчатый имән. Бейеклеге 11 метр самаһы. Олононоң йыуанлығы — 5 метр. Ағас нигеҙенең диаметры — 7,25 метр. Өҫтәге ҡыуыш йәшен һуғыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. 1950-сы йылдарҙа йәшен һуғыу һөҙөмтәһендә сыҡҡан янғындан имәндең осонда ҡыуыш барлыҡҡа килә[8]. Йыл һайын ағас емеш бирә[9].
Ағас эндемик булып иҫәпләнә, сөнки Волга йылғаһының һыубаҫар туғайҙарында тәбиғи имән урманы ҡаланан 360 км алыҫлыҡта урынлашҡан[10].
Ағас янында яҙыулы табличка ҡуйылған: "Бөтә Рәсәй әһәмиәтендәге тере тәбиғәт һәйкәле . Имән (Quercus sp. L.). Йәше (443 йыл). Рәсәй Федерацияһының милли тәбиғәт мираҫын һаҡлау Советының «Ағастар — тере тәбиғәт һәйкәле» Бөтә Рәсәй программаһы һағы аҫтында тора. НПСА «Сәләмәт урман» Ағастар экспертизалау үҙәге тарафынан 2013 йылда тикшерелгән һәм диагностикаланған… "[11].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Билдәле һәм легендар ағастар исемлеге
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Галина Годунова. В Астраханской области взяли под охрану дубовый оазис . Российская газета (14 октябрь 2013). Дата обращения: 28 май 2017.
- ↑ Астраханский дуб-гигант стал памятником живой природы . Regnum (15 ноябрь 2013). Дата обращения: 28 май 2017.
- ↑ Астраханский дуб-старожил получил статус памятника природы . РИА Новости (31 август 2012). Дата обращения: 28 май 2017.
- ↑ Татьяна Алексеева. Ученые подсчитали точный возраст легендарного дуба в Астрахани — ему 443 года . Комсомольская правда (3 август 2013). Дата обращения: 28 май 2017.
- ↑ 11.09.2012 . НПСА "Здоровый лес". Дата обращения: 28 май 2017.
- ↑ Астраханский "Дуб Петра I" оказался на 100 лет старше императора . РИА Новости (2 август 2013). Дата обращения: 28 май 2017.
- ↑ Конкурс «Российское дерево года» . Всероссийская программа "Деревья – памятники живой природы" (23 сентябрь 2016). Дата обращения: 16 август 2017.
- ↑ Астраханский дуб — памятник живой природы . Астрахань.Ru. Дата обращения: 28 май 2017.
- ↑ Астраханский «Дуб Петра I» оказался гораздо более древним, чем считалось раньше . Первый канал (14 август 2013). Дата обращения: 28 май 2017.
- ↑ Дуб черешчатый (Quercus robur L.) . Всероссийская программа "Деревья – памятники живой природы". Дата обращения: 1 сентябрь 2017. 2017 йыл 1 сентябрь архивланған.
- ↑ В Астрахани открыли памятник живой природы всероссийского значения . Астраханская область.РФ (18 ноябрь 2013). Дата обращения: 28 май 2017. 2017 йыл 29 август архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ағас тоҡомдары: черешчатый имән (Quercus robur L.) 2017 йыл 1 сентябрь архивланған.