Әстрәхән имәне

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әстрәхән имәне
Был таксон организмы Имән
Нигеҙләү датаһы 1570
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Әстрәхән
Карта

Әстрәхән имәне (оҙаҡ ваҡыт яңылыш « Петр I имәне» тип аталған) — ботаник тәбиғәт ҡомартҡыһы, Әстерхандын Генерал Герасименко урамында тора. Ҡала биләмәһенең иң боронғо ағасы булып иҫәпләнә — уның йәше, белгестәр баһалауы буйынса, 448 йылда тәшкил итә (2018 йылға ҡарата).

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әстрәхән имәне

Оҙайлы ваҡыт, ағасты батша Петр I 1722 йылда, Әстрәхәнға визит менән килгән саҡта, ултыртҡан тип йөрөтәләр була, әммә һуңынан асыҡланыуынса, был имән батша визитынан быуат ярымға өлкәнерәк булып сыға[1].

2011 йылдың ғинуарында Әстрәхән мэрияһы төбәктең тәбиғәтен һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау хеҙмәте ярҙамында имәнгә тере тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын биреүгә заявка ебәрә[2]. 2012 йылдың авгусында Бөтә Рәсәй «Ағастар — һәйкәл тере тәбиғәт һәйкәлдәре» программаһы сертификация комиссияһы ҡарары менән имәнгә Бөтә Рәсәй әһәмиәтендәге тере тәбиғәт ҡомартҡыһы статусы бирелә[3]. 2012 йылдың декабрендә уны Рәсәйҙең ҡарт ағастары реестрына индереләр[4]. «Сәләмәт урман» ағасҡа экспертиза яһау белгестәре ағасҡа диагностика үткәрәләр һәм уның аныҡ йәше — 443 йыл тип билдәләйҙәр[5][6]. 2016 йылдың 12 сентябрендә «Рәсәй йыл ағасы» исеменә дәғүә итеүсе 12 ағас исемлегенә был имәнде индерәләр, артабан ул Чехия экологик фонды үткәргән «Европа 2018 йыл ағасы» конкурсында ҡатнашырға хоҡуҡлы була[7].

Тасуирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Имән алдындағы табличка

Ағастың төрө — черешчатый имән. Бейеклеге 11 метр самаһы. Олононоң йыуанлығы — 5 метр. Ағас нигеҙенең диаметры — 7,25 метр. Өҫтәге ҡыуыш йәшен һуғыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. 1950-сы йылдарҙа йәшен һуғыу һөҙөмтәһендә сыҡҡан янғындан имәндең осонда ҡыуыш барлыҡҡа килә[8]. Йыл һайын ағас емеш бирә[9].

Ағас эндемик булып иҫәпләнә, сөнки Волга йылғаһының һыубаҫар туғайҙарында тәбиғи имән урманы ҡаланан 360 км алыҫлыҡта урынлашҡан[10].

Ағас янында яҙыулы табличка ҡуйылған: "Бөтә Рәсәй әһәмиәтендәге тере тәбиғәт һәйкәле . Имән (Quercus sp. L.). Йәше (443 йыл). Рәсәй Федерацияһының милли тәбиғәт мираҫын һаҡлау Советының «Ағастар — тере тәбиғәт һәйкәле» Бөтә Рәсәй программаһы һағы аҫтында тора. НПСА «Сәләмәт урман» Ағастар экспертизалау үҙәге тарафынан 2013 йылда тикшерелгән һәм диагностикаланған… "[11].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Билдәле һәм легендар ағастар исемлеге

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Галина Годунова. В Астраханской области взяли под охрану дубовый оазис. Российская газета (14 октябрь 2013). Дата обращения: 28 май 2017.
  2. Астраханский дуб-гигант стал памятником живой природы. Regnum (15 ноябрь 2013). Дата обращения: 28 май 2017.
  3. Астраханский дуб-старожил получил статус памятника природы. РИА Новости (31 август 2012). Дата обращения: 28 май 2017.
  4. Татьяна Алексеева. Ученые подсчитали точный возраст легендарного дуба в Астрахани — ему 443 года. Комсомольская правда (3 август 2013). Дата обращения: 28 май 2017.
  5. 11.09.2012. НПСА "Здоровый лес". Дата обращения: 28 май 2017.
  6. Астраханский "Дуб Петра I" оказался на 100 лет старше императора. РИА Новости (2 август 2013). Дата обращения: 28 май 2017.
  7. Конкурс «Российское дерево года». Всероссийская программа "Деревья – памятники живой природы" (23 сентябрь 2016). Дата обращения: 16 август 2017.
  8. Астраханский дуб — памятник живой природы. Астрахань.Ru. Дата обращения: 28 май 2017.
  9. Астраханский «Дуб Петра I» оказался гораздо более древним, чем считалось раньше. Первый канал (14 август 2013). Дата обращения: 28 май 2017.
  10. Дуб черешчатый (Quercus robur L.). Всероссийская программа "Деревья – памятники живой природы". Дата обращения: 1 сентябрь 2017. 2017 йыл 1 сентябрь архивланған.
  11. В Астрахани открыли памятник живой природы всероссийского значения. Астраханская область.РФ (18 ноябрь 2013). Дата обращения: 28 май 2017. 2017 йыл 29 август архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]