Әсәҙуллин Ильяс Рәйес улы
Әсәҙуллин Ильяс Рәйес улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 1975 |
Тыуған урыны | Шишмә, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 18 июнь 1995 |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Әсәҙуллин Ильяс Рәис улы (1975 йыл — 18 июнь 1995 йыл) — Рәсәй Сик буйы ғәскәрҙәренең хәрби хеҙмәткәре, Батырлыҡ ордены кавалеры (үлгәндән һуң).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ильяс Рәис улы Әсәҙуллин 1975 йылда Башҡорт АССР-ының Шишмә районында тыуған.
Сик буйындағы хеҙмәткә 1994 йылдың ғинуарында саҡырыла һәм Кавказ айырым сик буйы округының 487-се Махсус тәғәйенләнештәге сик буйы отрядына (в\ч 3810, Железноводск ҡалаһы) ебәрелә. Хәрби хеҙмәтен 3-сө мотоманевр төркөмөнең артабан Дағстан Республикаһының Ботлихск районында йәйелдерелгән һәм Чечен Республикаһы менән Дағстандың административ сигендә урынлашҡан 1-се сик буйы заставаһында башлай.
1995 йылдың 18 июнендә кәмендә 100 кешенән торған чечен боевиктарының бандиттар төркөмө застава урынлашҡан ергә һөжүм итә. Уларҙың атакаһына яҡындағы ҡалҡыулыҡтарға ҡуйылған өс пулемёт ярҙам итә.
Застава «Көрәшкә» тигән команда буйынса кутәрелде. Был ваҡытта Ефрейтор Ильяс Әсәҙуллин, уҙенең окобында хәрби һаҡлауҙа була һәм беренсе атыуҙарҙа уҡ тигеҙ булмаған дуэльға инә. Был отошһоҙ позицияла, тигеҙ булмаган дуэльда, өс пулемёттың уты аҫтында, Ильяс, дошман буйлап ут асты. Үҙенең хәрәкәттәре менән дошманды үҙенә әурәтә, шуның менән ҡалған шәхси составҡа хәрби позициялар алырға мөмкинлек бирҙе. Ярты сәғәт эсендә, боевиктарҙың ут нөктәһен баҫа һәм снайперҙы юҡ итә. Был оҙаҡ ваҡыт алған бәрелештә пулемётчик кулына һәм аяғына ике утлы яра ала, ләкин позицияһын ташламай. Интенсив ут алып барған яраланған сик һаҡсыһы, террористарҙың, тулыһынса боевиктар менән уратып алынған, застава биләмәһенә инеүенә кәртә ҡуйған. Погранзаставаға сираттағы һөжүм ваҡытында өсөнсө пуля пулемёттың прикладын ҡырайта һәм ефрейтер И.Әсәҙулин өсөнсө, үлемесле, кукрәгенә яра ала, һәм кулында ҡорал тотоп үлеп ҡала.
1995 йылдың 21 июнендә Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Түбәнге Хәжәт ауылында ерләнә.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1995 йылдың 18 июнендә күрһәткән батырлығы өсөн ефрейтор Ильяс Әсәҙуллин үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә.
- Рәсәйҙең Федераль Сик буйы хеҙмәте директорының 1995 йылдың 24 июнендәге 294-се бойроғона ярашлы Железноводский Махсус тәғәйенләнештәге сик һаҡлау отрядынының 1-се заставаһына Ильяс Әсәҙуллин исеме бирелә.
- Шишмә районының Шишмә ауылындағы урам Ильяс Әсәҙуллин исемен йөрөтә.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сик һаҡсыһы(недоступная ссылка)