Күп мәғәнәлелекте тәртипләү

Әсәҙуллин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Әсәҙуллин — фамилия.

  • Әсәҙуллин Дамир Фәхретдин улы (1953 т.) — цирк артисы, акробат. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1997), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1984) һәм атҡаҙанған (1979) артисы.
  • Әсәҙуллин Ильяс Рәйес улы (1975—1995) — Рәсәй Сик буйы ғәскәрҙәренең хәрби хеҙмәткәре, Батырлыҡ ордены кавалеры (үлгәндән һуң).
  • Әсәҙуллин Рәил Мирвай улы (1953 т.) — ғалим-педагог, юғары мәктәп һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2005 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры. Педагогия фәндәре докторы (2000), профессор (2001).
  • Әсәҙуллин Рәмил Миҙхәт улы (1954 т.) — математик. Физика‑математика фәндәре докторы (2000). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2004).

  • Әсәҙуллина Индира Илдус ҡыҙы (1973 т.) — пианист. Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2017) һәм атҡаҙанған (2008) артисы.
  • Әсәҙуллина Әлфиә Нәжип ҡыҙы (1959 т.) — башҡорт шағиры, 2004 йылдан Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2010).

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]