Әсәҙуллина Әлфиә Нәжип ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әлфиә Әсәҙуллина
Әсәҙуллина Әлфиә Нәжип ҡыҙы
Әсәҙуллина Әлфиә Нәжип ҡыҙы.jpg
Тыуған көнө:

2 март 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (60 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Ауырғазы районы Үтәймулла ауылы

Гражданлығы:

СССРРәсәй флагы

Эшмәкәрлеге:

Шиғриәт

Әсәҙуллина Әлфиә Нәжип ҡыҙы (2 март 1959 йыл) — башҡорт шағиры, 2004 йылдан Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2010). Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премияһы лауреаты (2013).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әлфиә Нәжип ҡыҙы Әсәҙуллина 1959 йылдың 2 мартында Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районының Үтәймулла ауылында тыуған. Башланғыс кластарҙа уҡығанда уҡ шиғырҙар яҙа башлай. Республика гәзит-журналдарында, район гәзите "Ватан юлы"нда, «Йәш көстәр» альманахында баҫыла. 1982 йылда Башҡорт дәүләт университетына уҡырға керә.

Бер үк ваҡытта Башҡортостан китап нәшриәтендә (хәҙер Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте) эш башлай. Тәүҙә корректор була. 1992 йылдан алып балалар әҙәбиәте мөхәррире. 2005 йылдан балалар әҙәбиәте редакцияһы мөдире.

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шағирә Әлфиә Әсәҙуллина «Күбәләк күлдәк ҡотлата», «Сайҡала сауҡалар», «Ҡояшҡа таж кейҙерәм», «Һанашмаҡтар», «Зоопарк килде беҙгә», «Һәр бер һөнәр кәрәкле», «Ысыҡлы ҡояш», «Хыял осошо» исемле балалар һәм өлкәндәр өсөн китаптар авторы.

Ваҡытлы матбуғатта баҫылған әҫәрҙәре һәм мәҡәләләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2010)
  • Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премия лауреаты[2]
  • Хеҙмәт ветераны.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • «Китап» нәшриәте сайтында