Әсәҙуллин Рәил Мирвай улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әсәҙуллин Рәил Мирвай улы
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 25 апрель 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (69 йәш)
Тыуған урыны Шишмә эшселәр ҡасабаһы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Ойошма ағзаһы Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай
Уҡыу йорто Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Ғилми дәрәжә педагогия фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II  дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре

Әсәҙуллин Рәил Мирвай улы (25 апрель 1953 йыл) — ғалим-педагог, юғары мәктәп һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2005—2018 йылдарҙа М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры. Педагогия фәндәре докторы (2000), профессор (2001). Башҡортостан Республикаһының 4—6 саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1995), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2003), СССР-ҙың (1991) һәм РСФСР-ҙың (1986) мәғариф отлитчнигы. Рәсәй Федерацияһының II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы (2014), Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы (2017) һәм Салауат Юлаев (2008) ордендары кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәил Мирвай улы Әсәҙуллин 1953 йылдың 25 апрелендә Башҡорт АССР-ы Шишмә районы Шишмә ауылында тыуған. 1970 йылда урта белем тураһында аттестат алғандан һуң үҙ районының Келәш һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1971—1973 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. Хәрби хеҙмәттән һуң Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә, икенсе курсты тамамлағас, Германияның Галле ҡалаһында интернациональ студент отрядында эшләй[1].

1978 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын «химия һәм биология уҡытыусыһы» һөнәре алып тамамлай. Институттың ВЛКСМ комитеты секретары була.

1983 йылдан алып 1986 йылға тиклем аспирантурала уҡый, «Педагогик эшмәкәрлек субъекты булараҡ уҡытыусы шәхесен формалаштырыу» темаһына кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияһы яҡлай (2000).

1997 йылдан 2001 йылға тиклем Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡытыу-тәрбиә эше буйынса, ә 2001 йылдан 2005 йылға тиклем — уҡытыу эштәре буйынса проректор булып эшләй.

2005 йылдан — профессор, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры, «Башҡортостандың педагогик журналы» журналының баш мөхәррире. 80-дән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 5 монография авторы.

«Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһында Партия Рәйесенең төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә етәксе. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың ике саҡырылыш депутаты. Халыҡ-ара педагогик белем биреү фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы.

Ғаиләһе: ҡатыны, өс улы бар.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» II дәрәжә орден миҙалы (22 май, 2014 йыл) — өлгәшкән хеҙмәт уңыштары , Рәсәй Федерацияһының социаль-иҡтисади үҫешенә, Рәсәй Федерацияһының тышҡы сәйәси курсын тормошҡа ашырыуға индергән ҙур өлөшө, гуманитар өлкәлә ҡаҙаныштары, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн[2]
  • Миҙал «Фиҙакәр хеҙмәт өсөн» (1981)
  • Салауат Юлаев ордены (2008)
  • Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены (2017)
  • Рәсәй Федерацияһы халыҡтары Ассамблеяһы Советы миҙалы «Рәсәй халыҡтары дуҫлығы һәм берҙәмлеге» (2009)
  • РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1986)
  • СССР-ҙың мәғариф отличнигы (1991)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1995)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәб хеҙмәткәре (2003)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]