Әтрап
Уҡыу көйләүҙәре
Әтрап (төркм. Etrap, рус. район, округ) — Төркмәнстандың хәҙерге административ-территориаль берәмегенең икенсе рәттәге территориаль берәмеге. Рәсәйҙәге район аналогы.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төркмәнстан виләйәттәре әтраптарға бүленә, был элекке Төркмән ССР-ы өлкәләренең райондарға бүленешенә тап килә. Шулай уҡ Төркмәнстандың баш ҡалаһы — Ашхабад - бер нисә ҡала әтраптарына бүленә.
2016 йылдың 1 февраленә ҡарата Төркмәнстанда 50 әтрап, ҡалаларҙа 8 әтрап һәм әтрап хоҡуҡтары булған 15 ҡала була[1].
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әтрап һүҙе төркмән теленә ғәрәп теленән ингән. Башҡорт телендә лә, төркмәндәрҙәге кеүек үк,"тирә-яҡ, урата" тигәнде аңлатҡан "әтраф" һүҙе бар [2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ әтрапские казыеты и казыеты городов с правами әтрапа // Судебные системы Европы и Евразии / Под ред. Р. А. Курбанова, Р. А. Гурбанова. — Научно-энциклопедическое издание. — «Проспект», 2019. — Т. 3. Евразия. — С. 224. — 422 с. — ISBN 5392291821.
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 861 бит; 758-се бит
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Төркмәнстандың 2009 йылдың 18 апрелендәге законы »Төркмәнстандың административ-территориаль ҡоролошо мәсьәләләрен хәл итеү тәртибе, дәүләт предприятиелары, ойошмалары, учреждениелары һәм башҡа объекттарға исем биреү һәм исем биреү тураһында".