Әт-Тирмизи сүнәне
| ||||
Автор(ҙар) | Имам әт-Тирмизи | |||
Яҙыу ваҡыты | IX быуат | |||
Оригиналь теле | ғәрәпсә | |||
Һүрәтләндерә | иртә ислам тарихы | |||
Темаһы | биография | |||
Жанры | тарихи хроника | |||
Күләме | 3962 хәҙис | |||
Эстәлеге | биография пророка Мухаммеда | |||
Персонаждар | Мөхәммәт Пәйғәмбәр, сәхәбәләр һ.б.. | |||
Тәүсығанаҡ | замандаштарының телдән тапшырылған иҫтәлектәре | |||
Төп нөсхә | неизвестен | |||
Текст произведения в Викитеке |
Жәми әт-Тирмизи (ғәр. جامع الترمذي), шулай уҡ Сүнән әт-Тирмизи булараҡ билдәле (ғәр. سُـنَن الترمذي; рус. Джами ат-Тирмизи) — сөнниҙәрҙең алты абруйлы хәҙистәр йыйынтығының береһе (Күтүб әс-ситтә).
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]IX быуаттың ислам дине белгесе Имам әт-Тирмизи йыйынтығы. Әбү Ғайса әт-Тирмизи уны һижри 250 йылдан 270 йылға тиклем йыйған һәм китапҡа туплаған. Әл-Кәттәни һүҙҙәре буйынса, әт-Тирмизи үҙенең китабын «әл-Жәми әл-кәбир» тип атай, әммә уны «Сүнән әт-Тирмизи» тип атаған кешеләр күп[1]. Сөнни дин белгестәре әт-Тирмизи сүнәнен хәҙистәрҙең алты төп йыйынтығы араһында бишенсе урынға ҡуя[2].
Йөкмәткеһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Унда 3962 хәҙис бар, һәм ислам хоҡуғы принциптарына ярашлы илле бүлеккә бүленгән[3]. Хәҙистәр араһында ышаныслы (сәхих), яҡшы (хәсән) һәм көсһөҙ (зәғиф) хәҙистәр бар.
Китапты яҙғанда әт-Тирмизи башта бүлеккә исем бирә, ә һуңынан тәҡдим ителгән тема буйынса бер йәки ике хәҙисте килтерә. Артабан ул теге йәки был мәсьәлә буйынса хоҡуҡ белгестәренең — фаҡиһтарҙың фекерҙәрен белдерә. Китапта төп иғтибар юридик мәсьәләләргә йүнәлтелә. Һуңынан был хәҙистар хоҡуҡи һығымта (фәтүәләр) яһағанда ҡулланылған. Әт-Тирмизи сүнәне төрлө дини-хоҡуҡи мәктәптәр (мәҙһәбтәр) өсөн мөһим сығанаҡ булып тора.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Al-Risalah al-Mustatrafah, pg. 11.
- ↑ Haddad, G. F Various Issues About Hadiths . Архивировано 14 июнь 2013 года.
- ↑ Али-заде, А. А. [775 Тирмизи Мухаммад] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Али-заде, А. А. [775 Тирмизи Мухаммад] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).