Эстәлеккә күсергә

Үтәбаев Әхмәр Ғүмәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Әхмәр Ғүмәр улы Үтәбаев битенән йүнәлтелде)
Әхмәр Үтәбай
Исеме:

Үтәбаев Әхмәр Ғүмәр улы

Псевдонимдары:

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай, Әхмәр Үтәбай

Тыуған көнө:

29 ғинуар 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (64 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районы Буранбай ауылы

Гражданлығы:

СССРРәсәй флагы

Эшмәкәрлеге:

шағир, журналист

Дебют:

«Весна пришла» (1994)

Премиялары:

Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (2007)

Наградалары:

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014)

Үтәбаев Әхмәр Ғүмәр улы (29 ғинуар 1960 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, шағир һәм журналист. Башҡортостан Яҙыусылар союзы (1992), Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Журналистар союздары (2006) ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2007).

Әхмәр Ғүмәр улы Үтәбаев 1960 йылдың 29 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Буранбай ауылында тыуған. Буранбай башланғыс, Сыңғыҙ һигеҙ йыллыҡ, Беренсе Этҡол урта мәктәбендә белем ала. Уҡыуын тамамлағандан һуң колхозда чабан, кочегар булып эшләй.

1980 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтына (хәҙер М. Аҡмулла исемендәге БДПУ) уҡырға инә, уға тиклем Башҡортостан ауыл хужалығы институтында уҡып ала.

1985 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлағандан һуң, Баймаҡ районының «Октябрь байрағы» («Һаҡмар») гәзитендә эшләй. 1986—1988 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. Төрлө йылдарҙа «Ағиҙел», «Шоңҡар» журналдарында, «Киске Өфө» гәзите редакцияһында, Башҡортостан радиоһында һәм телевидениеһында эшләй, Магнитогорск телестудияһында башҡорт редакцияһын ойоштороуҙа ҡатнаша.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1994—2001 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар Союзы идараһы рәйесе урынбаҫары.
  • Яҙым килде (шиғырҙар)
  • Хәнйәр (шиғырҙар)
  • Буранбайҙың яҙған хатын уҡып (шиғырҙар)
  • Һағыныу (проза)
  • Сәхрә (проза)
  • Үрелеп алған алма (проза)
  • Боронғо башҡорт (публицистика)
  • Ышаныс (публицистика)
  • Хәҙрәтебеҙ (публицистика)
  • Мин айыҡ тормош башланым (публицистика)
  • Атаһына оҡшаған ҡыҙ (публицистика)

Ваҡытлы матбуғатта баҫылған әҫәрҙәре һәм мәҡәләләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бер йыллыҡ шиғыр: Уйҙырманамә (Автор әҫәрҙең жанрын шулай билдәләй) // Ағиҙел (Өфө). — 1991. — № 7. — Б. 42—57.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014)
  • Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2007).
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 ғинуар 2018)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.  (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 ғинуар 2018)