Әхмәтова Рәсимә Шамил ҡыҙы
Әхмәтова Рәсимә Шамил ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 9 май 1946 (78 йәш) |
Тыуған урыны | Йүрмәтау (ауыл), Туҡан ауыл советы, Белорет районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | фармация |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Әхмәтова Рәсимә Шамил ҡыҙы (рус. Ахметова Расима Шамильевна; 9 май 1946 йыл) — хеҙмәт ветераны, фармацевт. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (1998).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсимә Шамил ҡыҙы Әхмәтова 1946 йылдың 9 майында Башҡорт АССР-ының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы) Белорет районының төпкөл Йүрмәтау ауылында тыуған.
Бөрө медицина-фармацевтика училищеһын (хәҙер - колледж) тамамлаған.
1973 йылдан «Башфармация» махсуслаштырылған дәүләт етештереү предприятиеһы" дәүләт унитар предприятиеһының (хәҙерге «Башфармация» предприятиеһы) Стәрлетамаҡ филиалында эшләй.
1997 йылдан алып 2004 йылға тиклем Рәсимә Шамил ҡыҙы ошо уҡ филиалдың мөдире булып хеҙмәт итә.
1998 йылдың 6 июнендә Рәсимә Шамил ҡыҙы Әхмәтоваға Башҡортостан Республикаһы Президентының УП-377 һанлы Указы менән «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә[1]
«Башфармация» махсуслаштырылған дәүләт етештереү предприятиеһы"ның Стәрлетамаҡ филиалында Рәсимә Шамил ҡыҙы мөдир булып эшләгән дәүерҙә — 1982 йылда — ҡалала 4 мең кв.м. майҙанда аптека склады сафҡа индерелә. Шулай уҡ ул эшләгән осорҙа республикала Аптека идаралығы структура йәһәтенән үҙгәрештәр кисерә. 1989 йылда республиканың Аптека идаралығы «Фармация» Башҡортостан етештереү берләшмәһенә, ә унан һуң, 1993 йылда, «Башфармация» махсуслаштырылған дәүләт етештереү предприятиеһына үҙгәртеп ҡорола. Аптекалар бүлендек предприятиелар статусы менән юридик шәхестәр итеп үҙгәртелә. 2003 йылда бүлендек предприятиелар филиалдар статусы ала. Бер үк ваҡытта предприятиеның исеме лә үҙгәрә — ул Башҡортостан Республикаһы «Башфармация» дәүләт унитар предприятиеһының «Башфармация» дәүләт предприятиеһы тип атала. Стәрлетамаҡ филиалы уның тармағы булып ҡала һәм аптекалар селтәре киңәйә бара. Бер йылдан — 2004 йылда — Рәсимә Шамил ҡыҙы мөдир вазифаһынан хаҡлы ялға сыға[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Указ Президента РБ от 17.06.1998 N УП-377 «О присвоении почетного звания „Заслуженный работник здравоохранения Республики Башкортостан“ работникам здравоохранения Республики» Ахметовой Расиме Шамильевне — заведующей Стерлитамакским филиалом государственного унитарного предприятия "Специализированное государственное производственное предприятие «Башфармация»(недоступная ссылка)
- ↑ В 1926 ГОДУ БЫЛО СОЗДАНО БАШКИРСКОЕ АПТЕЧНОЕ УПРАВЛЕНИЕ — «БАШАПТЕКОУПРАВЛЕНИЕ»