Әхмәтов Иҫән Фәйзулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Әхмәтов Иҫән Фәйзулла улы (1892 — 20 март 1942) — Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Стахановсы. СССР-ҙың беренсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1937). Советтарҙың VIII сираттан тыш съезы (1935), ВКП(б)-ның VIII съезы делегаты. СССР-ҙың почётлы металлургы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫән Фәйзулла улы Әхмәтов 1892 йылда Орск өйәҙенең[2] Иҫән ауылында ярлы ғаиләлә тыуған[1]. Малайға бик иртә эшләй башларға тура килә. Биш йәшендә көтөү көтә, алты йәшендә ағас ҡырҡыуҙа һәм Һаҡмар һәм Оло Ыҡ йылғаларынан ағасты ағыҙыуҙа ҡатнаша. Туғыҙ йәшендә, ике генә йыл урындағы имам-хатип һабаҡтарын алған балаһын, атаһы бер кулакка көтөү көтөргә бирә. Шуның менән уның уҡыуы тамамлана. Рекрутлыҡ йәше килеп еткәс, уны батша армияһына алалар. Беренсе донъя һуғышында, һуңынан граждандар һуғышында ҡатнаша. Яралана, госпиталдәрҙә дауалана[3].

Демобилизациянан һуң Түбә фабрикаһына урынлаша. Уның ҡайтыуы Түбә бегун фабрикаһын тергеҙеү осорона тап килә. Ташсылар бригадаһында эшләгән тырыш егетте Баймаҡ алтын-баҡыр заводына ебәрәләр. Унда ла заводты тергеҙеүҙә ҡатнаша. Өйләнә, бер ул, бер ҡыҙҙары тыуа[3].

Иҫән Әхмәтов эшенә бөтә дәртен, көсөн бирә. Яңы тормош уны мауыҡтыра, йәмғиәт эштәренә ылыҡтыра. 1929 йылда ул партияға инә. Ошо ваҡытта уның яратҡан һөнәре буйынса бересе уңыштары күренә башлай. Шахта мейесен сафҡа индергәндән һуң ул шунда тейәүсе булып күсә, бер аҙҙан — өлкән горнсы, ә имтихандар биргәндән һуң — шахта мейесе мастеры булып китә[3].

Башҡортостандан һайланған 30 делегат араһында VIII Ғәҙәттән тыш съезда ҡатнаша (1936 йылдың 25 ноябре — 5 декабре). Съезда яңы Конституцияһы ҡабул ителә.

СССР-ҙың Юғары Советына беренсе һайлауҙарҙа Баймаҡ баҡыр иретеү заводы коллективы бер тауыштан Иҫән Әхмәтовты депутатлыҡҡа кандидат итеп тәҡдим итә. Был ваҡытта Иҫән Фәйзулла улы стахановсы булараҡ «Почёт Билдәһе» ордены менән наградланған була. Уның кандидатураһын Белорет металлургия комбинаты, Өфө моторҙар эшләү заводы коллективтары хуплап сыға. 1937 йылдың 12 декабрендә Иҫән Әхмәтов бер тауыштан СССР-ҙың Юғары Советы депутаты итеп һайлана. шул уҡ йылда ВКП(б)-ның ХVIII съезына делегат итеп һайлана[3].

Депутатлыҡҡа үткәс, ябай ҡара эштә ҡалмаҫ, тигән имеш-мимеш хәбәрҙәр буш булып сыға: халыҡ депутаты ғүмеренең аҙағынаса шахта мейесенә тоғро булып ҡала[3].

1942 йылдың 20 мартында вафат була[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әхмәтовтар династияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыҙы Көмөшбикә Әхмәтова 15 йәшендә заводҡа эшкә төшә. Сығыр (лебёдка) моторсыһы булып эшләгән ҡыҙ эш ваҡытында умыртҡа һөйәген имгәтә һәм ошо йәрәхәттән төҙәлә алмай. Көмөшбикә заводтан 1947 йылда китә. 1967 йылда уның 29 йәшлек ҡустыһы Салауат Әхмәтов заводҡа тейәүсе булып эшкә төшә, ай ярымдан сәнәғәт участкаһына мастер итеп күсерелә. 1969 йылдың декабрендә сәнәғәт участкаһының өлкән мастеры булып эшләй башлай. 1975 йылдың йәйендә суйын ҡойоу участкаһына өлкән мастер итеп үрләтелә, ә 1988 йылдың 1 ғинуарынан заводтың төп цехы — ҡойоу цехы начальнигы булып эшләй башлай. Иҫән Әхмәтовтың ейәне — Булат Салауат улы ла завод династияһын дауам итеүсе. Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, 1990 йылда, заводҡа эшкә килә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
  2. хәҙер Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы)
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Сказание о земле Баймакской. Уфа, Издательство «Слово», 1998.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
  • Сказание о земле Баймакской. Уфа, Издательство «Слово», 1998.