Эстәлеккә күсергә

Барлыбаев Әҙеһәм Әғзәм улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Әҙеһәм Барлыбаев битенән йүнәлтелде)
Барлыбаев Әҙеһәм Әғзәм улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 30 август 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (66 йәш)
Тыуған урыны Йомаш ауыл советы, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө иҡтисадсы
Ғилми дәрәжә иҡтисад фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Барлыбаев Әҙеһәм Әғзәм улы (30 август 1958 йыл) — иҡтисадсы-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (2006), профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2015).

Әҙеһәм Әғзәм улы Барлыбаев 1958 йылдың 30 авгусында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Йомаш ауылында тыуған. Йомаш урта мәктәбендә белем ала. Бик әүҙем була, спорт менән етди шөғөлләнә. Еңел атлетика буйынса күп тапҡыр район призеры була[1].

1981 йылда Ростов университетын тамамлай һәм 1994 йылға тиклем республика юғары уҡыу йорттарында уҡыта: Өфө авиация институтында — политэкономия кафедраһы уҡытыусыһы (1981—1984), Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында — политэкономия кафедраһы ассистенты, өлкән уҡытыусыһы (1984—1987, 1990—1994). 1990 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. СДПИ-ла эшләгән ваҡытта, 1987—1990 йылдарҙа, көндөҙгө бүлектә Мәскәү өлкә пединститутында аспирантурала уҡый[2].

Артабан БДУ-ның Сибай институтында эшләй: 1998 йылдан алып уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары, 2000 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2000 йылдан — менеджмент һәм иҡтисад теорияһы кафедраһы мөдире, профессор, доцент. 2006—2009 йылдарҙа — иҡтисад факультеты деканы.

Әҙеһәм Әғзәм улы Барлыбаев бер үк ваҡытта 2005 йылдан башлап — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының Төбәк тикшеренеүҙәр институты лабораторияһы мөдире, 2009 йылдан — Өфө дәүләт авиация техник университетының Урал аръяғы филиалы (икеһе лә — Сибай ҡалаһында) директор урынбаҫары.

Фәнни эшмәкәрлеге ауыл хужалығын реформалауға, индивидуаль‑ғаилә секторын һәм ауыл ерендә эшҡыуарлыҡты үҫтереү проблемаларына бәйле[3]. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән 4 монография, Рәсәй Федерацияһының Юғары аттестацион комиссияһы тәҡдим иткән баҫмаларҙа 17 мәҡәлә баҫтырған[2].

  • Институциональная эволюция агрохозяйственной системы современной России и индивидуально‑семейные хозяйства. Уфа, 2005;
  • Инвестиционные ресурсы устойчивого сельского развития: формирование, использование, управление. Уфа, 2010 (авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2015)
  1. Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик күрһәткес. Башҡортостан Республикаһы, Баймаҡ ҡалаһы, 2010 йыл
  2. 2,0 2,1 История 2018 йыл 5 октябрь архивланған.
  3. БАРЛЫБАЕВ Әҙеһәм Әғзәм улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.