Әҙәплелек
Уҡыу көйләүҙәре
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.
Был мәҡәләне викилаштырырға кәрәк. Мәҡәләнең бер нисә етешһеҙлеге булһа, {{Rq}} ҡалыбын ҡуллана алаһығыҙ. Бынан тыш, мәҡәләгә автоматик рәүештә Төркөм:Википедия:Викилаштырыу кәрәк булған мәҡәләләр тигән категория өҫтелә. |
Һуңғы осорҙа әҙәпһеҙлек, тәртипһеҙлек күренештәрен, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙең боҙолоуына тормошта, йәмғиәттә йыш осратабыҙ. Бер кешенең әҙәпһеҙлегенә ҡарап ил һәм халыҡтарҙың тотош мәҙәниәте тураһында фекер йөрөтөргә була. Шуның өсөн дә бөгөнгө көндә әҙәпле, әхлаҡи яҡтан тәрбиәле, юғары кимәлдәге шәхестәрҙе тәрбиәләү мәсьәләһе, юғары дәрәжәгә күтәрелергә тейеш.
«Кеше бер генә тапҡыр йәшәй. Уның ғүмерен фәҡәт тәрбиәле балалары, изге эше, үҙе ҡалдырған яҡты иҫтәлектәре генә дауам итә ала. Фәҡәт Кешелек донъяһы ғына мәңгелек. Һәр быуын ошо Мәңгелек донъяны үҙенең холҡо-фәғеле, изгелеге менән матурларға, күркәмлек өҫтәй барырға, киләсәк быуынға уңдырышлы ер, саф, матур тәбиғәт һәм рухи байлыҡ ҡалдырырға тейеш. Башҡорттар бөтә ошо ҡиммәтте әҙәплелек тип атаған, ә үҙ ғүмерен әйтеп үтәлгән яҡшылыҡҡа арнаған кеше Әҙәпле кеше тигәндәр», - тип билдәләй “Башҡорт мәҙәниәте” дәреслектәре авторы, билдәле педагог М.С.Бураҡаева. Яҡшы кеше төп өс сифатҡа эйә булырға тейеш: әҙәпле, малға ҡарата ипле (һаҡсыл), тәбиғәт йәнле. Әҙәп – кешенең тышҡы ҡәйәфәте лә, үҙен тотошо ла, һөйләшә, аралаша белеүе лә. Малға ҡарата ипле (һаҡсыл) тигәндә йорт – ҡуралағы мал ғына түгел, ә матди байлыҡ, мөлкәт – тормош – көнкүреш кәрәк булған нәмәләр күҙ уңында тотолған. Тәбиғәт йәнле тигән фекер ошолай аңлашыла: Кешелек донъяһы йәшәйешенең төп шарты булған тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш. Бындай сифаттарға фәҡәт рухи яҡтан бай кеше генә эйә була. Әҙәплелек сифаттары тураһында һөйләгәндә, йыш ҡына телгә ала килгән «Хәҙистәр»ҙә «Атайың мөхәббәтен һаҡла, зинһар, юғалтма, юғиһә Аллаһы тәғәлә һиндәге нурҙы һүндерер,»-тип әйтелгән. Аллаһы тәғәлә тигәнде Тәбиғәт тип аңларға кәрәк. Ата-әсәнең мөхәббәтен һаҡламаған кешенең, тимәк,иманы бөтә, йөҙөндә нур бөтә. Тәбиғәттән йөҙ матурлығы булһа ла, ул кеше йәмһеҙ, һөйкөмһөҙ күренәсәк. «Ожмах-әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында булыр», «Ата-әсәһенә хөрмәт күрһәткән кешегә хөрмәт арта». Боронғо дини китаптарҙа бына ошолай тип яҙылған. Тимәк, тәрбиәнең нигеҙе атай-әсәйгә, ололарға хөрмәттән тора. Халҡыбыҙ киң күңелле, кешелекле, эскерһеҙ, ҡунаҡсыл булыуы менән ғүмер буйы дан ҡаҙанған. Балаларыбыҙ бер ҡасан да, бер ҡайҙа ла «Беҙ – гүзәл башҡорт еренән,» тип әйтергә оялмаһындар ине. Кешелек донъяһына барып ҡушылырлыҡ ғорур тәбиғәтле,әҙәпле кешеләр итеп тәрбиәләй алһаҡ ине уларҙы. Әҙәп - әхлаҡи сифаттарҙың бер төрө. Әҙәп - тәртип практикаһы, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр тәжрибәһе, әхлаҡ-тәртиптең әхлаҡи талап күренештәрендә асыҡ итеп бирелгән принциптары һәм нормалары. Йәмғиәттә камил шәхес үҫтереүҙә әҙәплелек сифаттарын тәрбиәләү ҙур урын алып тора. Йәшәйештә барған бөгөнгө үҙгәрештәр, милли мәҙәниәттең, үҙаңдың ҡайтанан йылдам үҫеш алыуы шәхестең ниндәй булып үҫеүенә йоғонто яһай. Бөгөнгө көндә әҙәплелек сифаттарын тәрбиәләү актуаль проблемаларҙың мөһим бер тармағы булып тағы ла өҫкә ҡалҡып сыҡты. Кешелек нормаһы кешеләрҙең аралашыуының күп яҡлы көйләгесе булып, әҙәптең алтын ҡағиҙәһе рәүешендә сығыш яһай. Әҙәп - кеше үҙен һәм үҙенә оҡшағандарҙы белгән, һәм кеше аңының бер формаһы булып тора. Әҙәп - рухи мәҙәниәтенең асылы. Кешенең нәҫелден килгән асыл көсө хеҙмәткә, белемгә һәм аралашыуға булған ихтыяжында тормошҡа ашырыла. Бөтә был сараларға әҙәптең тура мөнәсәбәте бар. Ул ғына ла түгел, был ихтыяждарҙы әҙәптән тыш тулыһынса тормошҡа ашырырға була. Хәҙерге замандың күренекле ғалимы Дамир Вәлиев әҙәптең асылына ҡағылып: «…аң ул асылында әҙәпле күренеш,» тип яҙа, ул бының менән ғәҙәти аңдың әҙәпте аңлауы һәм шулай уҡ уны төшөнөүҙең фәнни кимәленең дә дөрөҫлөктән алыҫ икәнен күрһәтә. Шулай уҡ, Дамир Вәлиев: «Кеше араһында үҙеңде тота белеү, тәрбиәле булыу» тип фаразлай. Ғалим Фридрих Хайектың әҙәпте аңлауы бигерәк тә иғтибарға лайыҡлы, ул былай тип яҙған: «... беҙҙең әҙәп аҡыл тарафынан ғына тыуҙырылыусы булып ҡына ҡалмайынса, ҡайһы бер һыҙаттарында хатта унан да юғары, сөнки ул кешенең эш-ҡылығына идара итә, уларҙы бер аңдың ғына асырға һәм аҡларға көсөнән етмәй.». Кешеләрҙең үҙ-ара аралашыуының быуаттар буйына барлыҡҡа килгән сифаттары-рухи мәҙәниәтенең ҡиммәтле ҡаҙаныштарының береһе. Урта быуаттар аҙағынан башлап был ҡағиҙәләр этикет тип йөрөтөлә, үҙ-ара аралашыу ысулдары, әхлаҡи һәм рухи үҫеш дәрәжәләре лә ҙур йоғонто яһай. Хәҙерге заманда әҙәплелек кешеләрҙең көндәлек тормошонда һәм эшендә, урамда, мәктәптә йәки йәмәғәтселек урынында, рәсми сараларҙа үҙ-үҙеңде тотоуҙың тышҡы формаларын тәртипкә һалыуҙы күҙ уңында тоторға тейеш. Был ҡағиҙәләр кешенең йәшәйешен матурлар, мөнәсәбәттәрен яҡшыртыр, уның ваҡытын,көсөн,ахыр сиктә һаулығын һаҡлар өсөн барлыҡҡа килгән. Бик күп ҡағиҙәләр кешенең хәрәкәттәрен, ҡылығын, үҙен тотошон әхлаҡи һәм эстетик яҡтан матурлауға,биҙәүгә,кеше мөнәсәбәттәренә кешелек, инсафлыҡ, күркәмлек, ҡупшылыҡ, нәфислек өҫтәп тороуға йүнәлтелә. Әҙәп донъяһы ошо дүрт ҡанунға таяна: беренсенән-бер-береңә кешелекле, кеселекле булыу, икенсенән-уңайлылыҡ, өсөнсөнән-матурлыҡ, дүртенсенән-халыҡ ғөрөф-ғәҙәттәрен тотоу. Рәхимлек – әҙәп донъяһының төп әхлаҡи нигеҙе. Әҙәплелек һәр ваҡытта ла кешенән һаҡлыҡ, миһырбанлыҡ талап итә. Әҙәпле кеше бер ҡасан да башҡаларҙы рәнйетмәҫ, кәмһетмәҫ, үпкәләмәҫ, тирәһендәгеләргә энә күҙенән үткәреп, текләп ҡарамаҫ, урынһыҙ кәңәштәр тәһим итмәҫ, башҡаларҙың шәхси тормошо менән ҡыҙыҡһынмаҫ, ғәйбәт йөрөтөүҙән дә өҫтөн торор. Баҫалҡылыҡ та әҙәпле кешенең сифаты. Баҫалҡы кеше үҙ-үҙен баһалауҙы йәмәғәт фекере менән сағыштыра белә, үҙ һәләтен үтә юғары баһаламай, яҡшы яҡтарын бүтәндәргә ҡабартып күрһәтмәй, төрлө шарттарҙа ла үҙен тыныс, итәғәтле итеп тота белер. Кешелек донъяһына матурлыҡ өҫтәп, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе кешелек, иғтибарлылыҡ менән һуғарып, әҙәпле кеше йәшәйешебеҙҙе күркәмләй, кәйефебеҙҙе күтәрә, аралашыуыбыҙҙы еңеләйтә. Әлбиттә, хәҙерге заман этикеты элекке дәүерҙәге әҙәп ҡағиҙәләренән айырыла. Ул бик күп үҙгәрештәр кисергән, ябайлашҡан. Мәғәнәһеҙ йә файҙаһыҙ кәңәштәрҙе тарих тәнҡит иләгенән үткәреп, тик уңайлы, кәрәкле ҡағиҙәләрҙе генә һаҡлап ҡалған. Бөгөнгө көндә әҙәп - иң тәүҙә аралашыу сараһы, кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе тәртипкә һалыу ысулы. Әҙәп донъяһы бер-береңде ихтирам итеүгә, әйләнә-тирәләге кешеләр тураһында хәстәрлек күреүгә йүнәлтелгән, мәҙәниле көнкүрештең айырылып алғыһыҙ сифаты ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы,бөгөнгө көндә күптәрҙең әҙәплелек сифаттары кимәле түбән булыуы, аралашыуҙың ябай ҡағиҙәләрен белмәүе йә һанға һалынған ғаиләгә һәм мәғариф селтәренә йәмғиәтебеҙ өсөн әхлаҡи, эстетик тәрбиәне тормошҡа ашырыу төп бурыс итеп йөкмәтелгән. Тәрбиәле кеше халҡының, мәҙәниәтенең байлыҡтары менән дә, бөтә кешелек донъяһының рухи ҡаҙаныштары менән дә таныш булырға тейеш. Халҡыбыҙҙың быуаттан-быуатҡа күсеп килгән,бөгөнгө көндә лә әһәмиәтен юғалтмаған «яҙылмаған» әхлаҡи - тәртип ҡанундары менән түгел, ә әҙәп донъяһының төрлө милли үҙенсәлектәре менән дә танышыу кәрәк. Көндәлек тормошта һәм эштә, урманда һәм йәмәғәтселек урындарында үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен тәҡдим итә. Был кәңәштәрҙе үҙләштермәй һәм йәшәйешендә ҡулланмай тороп, юғары мәҙәниле, тәрбиәле, зауыҡлы кеше исемен һаҡлап алып ҡалыуы бик ҡыйын. Кешенең әҙәпле, тәртипле булыуы иң элек ата-әсәһе, дуҫтары, тыуған-тыумасаһы менән аралашыуында, һөйләшеүендә, үҙенең тотошонда күренә. Оҙаҡҡа һуҙылған, дауамлы йә ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа барлыҡҡа килгән мөнәсәбәтме - быныһы мөһим түгел - аралашырға мәжбүр булған кешеләрҙең кәйефтәре ҡырылмаһын, күңелдәре киҫелмәһен өсөн үҙен һәм башҡаларҙы баһалай белгән һәр кешелек донъяһында ҡабул ителгән әҙәплелек сифаттарына буйһондорорға тейеш. Әҙәплелек сифаттары тәбиәләү бәләкәй саҡтан тәрбиәләнергә тейеш. Шуғалыр ҙа баланы тәрбиәләүҙә ата-әсәнең роле бик ҙур. Шәхесте әҙәпле итеп тәрбиәләү өсөн әхлаҡи яҡтан камил һәм сифатлы булырға тейеш. В.Сухомлинский әйтеүенсә: «Бала ата-әсәһенең тормош көҙгөһө» ти фаразлай. Ихласлыҡ, саф күңеллелек, ололарға ихтирам һәм ярҙамсыллыҡ тәрбиәләүҙең ысын мәктәбе-ғаилә икәнен, унда булған мөнәсәбәттәр-кешелек,әҙәплелек һынауы булып тора. Тәрбиәләүҙә ҙур роль уҡытыусыға ҡайтып ҡала. Уҡытыусы – уҡыусының интеллектуаль тормошонда тәүге һәм артабанғы яҡтылыҡ сығанағы булып ҡала. Ысын уҡытыусы балаларҙы ярата, фәнде яҡшы белә, әҙәплелек сифаттарын һәр дәрестә уҡыусыларында үҫтерә, даими рәүештә педагогика буйынса теория өйрәнә, үҙ эшенең оҫтаһына әйләнә.