Әҙ-Ҙәһәби
Әҙ-Ҙәһәби | |
ғәр. مُحمَّد بن أحمد بن عُثمان بن قايماز الذهبي | |
Зат | ир-ат[1][2][3] |
---|---|
Ҡушамат | شمس الدين һәм أبو عبد الله |
Тыуған көнө | 5 октябрь 1274[2][3] |
Тыуған урыны | Кафр-Батна[d], Кафр-Батна[d], Марказ Риф Дамаск[d], Дамаск[d], Сүриә |
Вафат булған көнө | 4 февраль 1348[4] (73 йәш) |
Вафат булған урыны | Дамаск, Мәмлүк солтанлығы[d], Мысыр[2] |
Туған тел | Ғәрәп теле |
Һөнәр төрө | Мөхәддис, тарихсы |
Эшмәкәрлек төрө | ислам дин ғилеме, Хәҙис ғилеме һәм тарих |
Эш урыны | медресе ас-Салихийя[d] |
Уҡыусылар | Таджуддин ас-Субки[d], Ибн Кәсир[d], Шамс ад-дин ибн аль-Мавсили[d], Ас-Сафади[d] һәм Джамал ад-Дин аз-Зайлаи[d] |
Кемдә уҡыған | Ибн Дакик аль-Ид[d], аль-Миззи[d], Алям ад-дин аль-Бирзали[d], Ибн Тәймиә, Абу Бакр ибн Абд аль-Хакам[d], Ибн аль-Харрат ад-Давалиби[d], Абдул-Мумин ад-Димьяти[d], Ибн Саййид ан-Нас[d] һәм Такиюддин ас-Субки[d] |
Префикс титула | аль-Имам[d] |
Сәләмәтлек торошо | Һуҡырлыҡ |
Әҙ-Ҙәһәби Викимилектә |
Шәмсетдин Әбү Ғабдуллаһ Мөхәммәт ибн Әхмәт әт-Төркмәни, күберәк әҙ-Ҙәһәби тип беләләр (1274, Кәфр-Бәтна, хәҙерге. Сүриә — 4 февраль 1348, Дамаск) — билдәле мосолман ғалимы — фаҡиһ, хәҙис белгесе, тарихсы, биограф, хафиз.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атаһы әҙ-Ҙәһәби, Әхмәт ибн Усман әт-Төркмәни (1243—1297) тәҡүә кеше һәм оҫта зәркәр (ювелир) булған: әҙ-Ҙәһәби ҡушаматы ла «алтын» тигәндән килеп сыҡҡан. Әҙ-Ҙәһәби рабиғел ахыр айының 3-өндә Һижрә буйынса 673 йыл (1274) Дамаск янындағы Кәфр-Бәтнә (ғәр. كفربطنا) ауылында тыуған[5] .
Бала сағы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙ-Ҙәһәби мосолман фәндәренә иртә йәштән инеп китә. Ун йәшендә «Сәхих Мөслим» йыйынтығын өйрәнә башлай. 18 йәшендә Әҙ-Ҙәһәби шәриғәт дисциплиналарын өйрәнеүгә етди тотона. Тәүҙә атаһы, берҙән-бер бала булғанлыҡтан, уға башҡа ҡалаларға сәйәхәт итергә рөхсәт итмәй, әммә ахырҙа йомшара һәм өйөнән дүрт йылға ғына китергә рөхсәт итә. Әҙ-Ҙәһәби төрлө ҡалаларҙа бик күп шәйехтәрҙә булып сыға, (1295) Ҡаһирә һәм Искәндәриәгә бара, 1297 йылда хаж ҡыла һәм мосолмандар өсөн изге урындарҙы барып күрә[5].
Күреү һәләтен юғалтыу һәм вафат булыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙ-Ҙәһәби олоғая бара әкренләп күреү һәләте кәмей башлай, уның шәкерте әл-Хөсәйни һүҙҙәре буйынса, 1340-ҙә, үлеренә ете йыл ҡалғас, бөтөнләй һуҡырая. Әммә ҡайһы бер тикшеренеүселәр, Әҙ-Ҙәһәби һуңыраҡ, 1343-тә һуҡырайған тип иҫәпләй.
Әҙ-Ҙәһәби Һижрә буйынса 748 йылда (1348 йыл) Зөлҡәғиҙә айының өсөнсө дүшәмбеһендә Дамаскыла вафат була һәм әл-Баб әс-Сәғир зыяратында ерләнә. Йыназа намаҙы Өмәүиҙәр мәсетендә [6]уҡыла.
Библиографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙ-Ҙәһәби хәҙистәр, тарих фәндәре темаһына, мөхәддистәр тураһындағы йөҙгә яҡын китап һәм тикшеренеүҙәр авторы.
- Сияр а’лам ан-нубала (ғәр.)баш.
- Тарих аль-Ислам ва вафаят аль-машахир уа-ль-а’лам (ғәр.)баш.
- Табакат/Тазкират аль-хуффаз
- Табакат аль-курра
- Мухтасар тахзиб аль-камаль
- аль-Кашиф
- ат-Таджрид фи асма ас-сахаба
- аль-Мизан фи-д-ду’афа
- аль-Мугни фи-д-ду’афа
- Тальхис аль-Мустадрак аль-Хаким
- Мухтасар Сунан аль-Байхаки
- аль-Улувв лиль-Алий ар-Рахман
- аль-Арба’ун фи сифат-Аллах
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Record #90043051 // VIAF (билдәһеҙ) — [Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #118889788 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 3,0 3,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Al-Dhahabi // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ 5,0 5,1 Абд ас-Саттар аш-Шейх, 1994
- ↑ Абд ас-Саттар аш-Шейх, 1994, с. 534
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Энциклопедия ислама. 3-е издание — Leiden : Koninklijke Brill, 2016. — ISSN 1873-9849.
- Абд ас-Саттар аш-Шейх. Хафиз аз-Захаби. — Дамаск: Дар аль-Калам, 1994.