Эстәлеккә күсергә

Әһлетдин мәсете

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәсет
Әһлетдин мәсете
төр. Alâeddin Camii
ИлТөркиә Төркиә
РегионҮҙәк Анатолия, Конья
ҠалаКонья, Әһлетдин убаһы
АдресыAlaaddin Blv, Hamidiye Mh., 42040, Konya
Архитектура стилеИслам архитектураһы, сәлжүк архитектураһы
НигеҙләүсеРум солтаны Мәсғүт I
Төҙөлөш1150 йыл1235 йыл йылдар
Үлсәмдәре56×71 м
Бина майҙаны3970 м²
Көмбәҙҙәр һаны4
Бейеклек14 м
Көмбәҙ бейелеге30 м
Манаралар һаны1
Манара бейеклеге37 м

Әһлетдин мәсете (төр. Alâeddin Camii) — Төркиәнең Конья ҡалаһындағы иң боронғо архитектура иҫтәлекле урыны. Мәсет шул уҡ Әһлетдин исемен йөрөткән үҙәк (тарихи) убаһында урынлашҡан. Мәсет Кония (сәлжүк) солтандарының төрбәһе булып тора.

Мәсет 1849 йылда

1080 йылда Коньяны сәлжүктәр яулап алғас, күп кенә Византия ғибәҙәтханалары яйлап мәсеткә әйләндерелә. Әһлетдин мәсете нигеҙендә лә Византия базиликаһы булған. Тәүге үҙгәртеп ҡороуҙар 1150 йылда солтан Мәсғүт I хакимлығы осоронда башланған[1]. 1155 йылда эбен ағасынан яһалған минбарҙа был осорға ҡарай, ул Анатолияла сәлжүк сәнғәтенең иң боронғо өлгөләренең береһе булып тора[2]. Был ваҡытҡа шулай уҡ семәрләнгән михраб һәм үҙәк көмбәҙ ҡарай.

Солтан Кей-Кавус I хакимлығы осоронда 1219 йылда мәсетте реконструкциялау һәм киңәйтеү буйынса ҙур эштәр башҡарыла. Ҡалаға һәм солтандар һарайына күренешлн булған төньяҡтан монументаль фасад төҙөлә. Шул уҡ ваҡытта солтандарҙың мәрмәр төрбәһе төҙөлә башлана, әммә Кей-Кавус вафат булғас, был эштәр туҡталыла. Был эштәр уның ҡустыһы солтан Әһлетдин Кей-Кубад I хакимлығы осоронда дауам итә. Әһлетдиндең бойороғона ярашлы, 1235 йылда мәсеттең төп залында 42 колонна урынлаштырыла.

Бынан һуң алты быуаттан ашыу дауамында мәсет бөтөнләй тиерлек үҙгәрешһеҙ ҡала. Тик 1891 йылда манара төҙөлә һәм мәрмәрҙән яңы михраб яһала[3].

Исемһеҙ төрбә
  • Мәсғүт I
  • Ҡылыс-Арыҫлан II
  • Рукн әд-дин Сөләймән-шаһ
  • Кей-Хосров I
  • Әһлетдин Кей-Кубад I
  • Кей-Хосров II
  • Ҡылыс-Арыҫлан IV
  • Кей-Хосров III


Шулай уҡ Кей-Кавус I хакимлығы осоронда һигеҙ ҡырлы «Исемһеҙ төрбә» (төр. Adsız Türbe) ҡорола һәм тулыһынса төҙөлөп бөтмәй. Бында ерләнгән кешеләрҙең исемдәре әле лә билдәһеҙ булып ҡала.

  1. Konya, The Grove Encyclopedia of Islamic Art and Architecture, Vol.2, (Oxford University Press, 2009), 391
  2. Scott Redford, The Alaeddin Mosque in Konya Reconsidered, Artibus Asiae, Vol. 51, No. 1/2, 1991
  3. Architecture, The Grove Encyclopedia of Islamic Art and Architecture, Vol.2, (Oxford University Press, 2009), 117