ӨДАТУ-ның Күмертау филиалы
ӨДАТУ-ның Күмертау филиалы | |
Нигеҙләү датаһы | 1977 |
---|---|
Дәүләт |
Рәсәй империяһы СССР |
Административ-территориаль берәмек | Күмертау |
Өфө дәүләт авиация техник университетының Күмертау ҡалаһындағы филиалы — Күмертау ҡалаһындағы юғары уҡыу йорто[1]
Тулы рәсми исеме — Күмертау ҡалаһы «Өфө дәүләт авиация техник университеты» федераль дәүләт бюджет юғары белем биреү учреждениеһы филиалы; ҡыҫҡартып — Күмертау ҡалаһы ФДБЮББУФ «ӨДАТУ» филиалы[2]
Һөнәр төрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәмәли информатика
- Технологик процестарҙы һәм етештереүҙе автоматлаштырыу
- Машина етештереүҙе конструктор-технологик йәһәттән тәьмин итеү[3]
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күмертау ҡалаһы «Өфө дәүләт авиация техник университеты» федераль дәүләт бюджет юғары белем биреү учреждениеһы филиалы
РСФСР Юғары һәм урта махсус урта белем мәғариф министрлығы һәм ӨАИ ректоры бойороғо менән[4] 1977 йылда Кумертау вертолет заводы (КуВЗ) нигеҙендә Өфө авиация институтының (УАИ) киске технологик факультеты бүлеге ойошторола.
1983 йылда, РСФСР Юғары һәм урта махсус урта белем мәғариф министрлығы һәм ӨАИ ректоры бойороғо менән[5] киске бүлексә үҙаллы Кумертау киске факультетына үҙгәртелә.
1991 йылда беренсе үҙаллы «Сәнәғәт автоматикаһы» кафедраһы барлыҡҡа килә, Кумертауҙа был һөнәр буйынса белгестәр әҙерләү 1988 йылдан алып барылған була.
1992 йылда Өфө авиация институты Өфө дәүләт авиация техник университеты статусы ала.
1999 йылда Кумертау ҡалаһының киске факультеты Өфө дәүләт авиация техник университетының филиалы статусын алыуға өлгәшә.
2000 йылда көндөҙгө уҡытыу бүлексәһе асыла.
2001 йылда осоу аппараттары етештереү технологияһы кафедраһы булдырыла.
2002 йылда филиалда тағы ике: "Тәбиғәт фәндәре һәм дөйөм техник дисциплиналар ", «Гуманитар һәм социаль-иҡтисади дисциплиналар» кафедралары асыла.
2002 йылдан башлап, филиал йыл һайын ҡаланың уҡыу йорттары студенттары һәм уҡытыусылары асыҡ фәнни-практик конференциялар үткәрә.
2004 йыл. Кумертау ҡалаһы хакимиәтенең актив ярҙамы менән, филиал өсөн тарихи ҡарар ҡабул ителә: «Башкируголь» предприятияһының үткән быуат урталарында төҙөлгән дүрт ҡатлы бинаһы — архитектура ҡомартҡыһы — элекке 4 ҡатлы бинаһы реконструкция һәм ремонттан һуң университет филиалына файҙаланыуға тапшырыла.
2004 йылда филиалда белем биреүҙең тағы бер формаһы ситтән тороп уҡыу бүлексәһе асыла.
2011 йылда Кумертау авиация колледжы ӨДӘТУ-ның Күмертау филиалы ҡушыла. Хәҙер уҡыу йортонда урта һөнәри белем дә бирелә.
Филиалда студенттарҙы уҡытыу заманса мәғлүмәти-коммуникацион технологиялар ярҙамында алып барыла[6]
Видео
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]YouTube сайтында Видео Парад факультетов УГАТУ | Филиал УГАТУ в Кумертау
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Филиал УГАТУ г. Кумертау 2020 йыл 15 октябрь архивланған.
- ↑ Филиал Уфимского государственного авиационного технического университета в г. Кумертау 2020 йыл 28 ноябрь архивланған.
- ↑ Филиал УГАТУ в Кумертау — Уфимского государственного авиационного технического университета (9 специальностей)
- ↑ Приказ Министерства высшего и среднего специального образования № 322 от 17.06.1976 г. и приказ ректората УАИ № 115 от 29.03.1977г.
- ↑ Приказ Министерства высшего и среднего специального образования РСФСР № 391 — ДСП от 17.07.1983г. и приказ ректора УАИ № 576 от 17.09.1983г.
- ↑ [1]