Өсмөйөш галактикаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Өсмөйөш галактикаһы
Рәсем
Каталожный код NGC 598[1], M 33[1], 1ES 0131+30.3[1], MCG+05-04-069[1], RBS 214[1], UGC 1117[1], Z 0131.0+3024[1], Z 502-110[1], 2MASX J01335090+3039357[1], 1RXS J013350.9+303932[1], UZC J013351.1+303922[1], PGC 5818[2][1], LEDA 5818[1] һәм RX J013351+30399[1]
Асыусы йәки уйлап табыусы Уильям Парсонс, 3-й граф Росс[d], Джованни Баттиста Годиерна[d] һәм Шарль Мессье[d]
Асыу датаһы 1654
Йондоҙлоҡ Өсмөйөш[3]
Тело-спутник Карликовая галактика в созвездии Рыбы[d] һәм Андромеда XXII[d]
Родительское тело Андромеда галактикаһы
Ҡыҙыл тайпылыш −0,000597 ± 1,0E−5[4]
Расстояние от Земли 0,93 мегапарсек[5]
Радиальная скорость −182 километр в секунду[6]
Галактиканың морфологик төрө SA(s)cd[7]
Видимая звёздная величина 5,72 ± 0,04[8]
Радиус 27 500 ± 0 световой год
Эпоха J2000.0[d][9]
Прямое восхождение 23,4621 градус[9]
Склонение 30,6599417 градус[9]
Commons-logo.svg Өсмөйөш галактикаһы Викимилектә

Өсмөйөш галактикаһы (M 33, 598 NGC) — Sc тибындағы спираль галактика һәм Ҡош юлына иң яҡын галактикаларҙың береһе (унан 850 килопарсек алыҫлыҡта ята). Урындағы төркөмдә ята һәм унда үлсәмдәре, массаһы һәм яҡтыртылышы буйынса Андромеда Галактикаһы һәм Ҡош юлынан һуң ул өсөнсө урынды биләй.

Ул дөйөм алғанда үҙ тибындағы галактикаларҙан параметрҙары буйынса айырылып тормай. M 33 диаметры 50—60 мең яҡтылыҡ йылына тигеҙ, был Ҡош юлының диаметрына ҡарағанда ике тапҡырға кәмерәк, унда 40 млрд йондоҙ бар, ә беҙҙең галактикала, төрлө баһалар буйынса, 100 миллиардтан 400 миллиардҡа тиклем йондоҙ иҫәпләнелә. Өсмөйөш галактикаһының төп өлөшөн уның дискы тәшкил итә. Галактиканың спираль тармаҡтары өҙөк-өҙөк һәм тығыҙ рәүештә бороп ҡуйылмаған. Әллә ни сағыу булмаған балдж, шулай уҡ гало күҙәтелә. Ядроһы сағыу һәм ыҡсым, унда үтә ҙур ҡара упҡын да юҡ.

Өсмөйөш галактикаһындағы йодоҙҙар тупланмаһы Ҡош юлындағы йондоҙҙар тупланмаһынан айырылып тора — улар беҙҙең Галактикалағына ҡарағанда яҡтылыҡтары һәм йәштәре буйынса тигеҙерәк урынлашҡандар, төрлө типтағы тупланмалар араһында аныҡ сиктәре юҡ. M 33 Өсмөйөш Галактикаһы H II өлкәлренә бай — галактикала уларҙың һаны 3000 самаһы, иң ҙур, иң сағыу һәм иң ауыры — NGC 604. Ҙурлығы һәм яҡтылығы буйынса Урындағы төркөмдә ул тик Оло Магеллан Болотондағы Тарантул Томанлығынан ғына ҡалыша.


Галактикала рентген сығанаҡтарының һәм үҙгәреүсән йондоҙҙарҙың күп һанда булыуы билдәле. Урындағы төркөмдә даими рентген сығанаҡтарының иң сағыуы — M33 X-8 — Өсмөйөш галактикаһы ядроһында урынлашҡан.

Өсмөйөш галактикаһын 1764 йылда Шарль Мессье аса, бәлки, 1654 йылға тиклем Джованни Баттиста Годиерна ла күҙәткәндер. Галактиканы өйрәнеүгә Эдвин Хаббл тос өлөш индерә: 1926 йылда ул ошо галактикаға арналған ентекле мәҡәлә баҫтыра, унда, атап әйткәндә, объекттың галактиканан ситтә хасил булыуын иҫбатлай.

M 33 Өсмөйөш йондоҙлоғонда күҙәтелә. Ябай күҙгә күренгән йондоҙ нурланышы +5,7m булған был галактика — ябай күҙгә күренгән иң алыҫ объекттарҙың береһе.

Үҙенсәлектәре

Төп характеристикалары

M 33 ультрафиолет диапазонда. GALEX телескобы төшөргән һүрәт
M 33 инфраҡыҙыл диапазонда. Спитцер телескобы төшөргән һүрәт

Өсмөйөш галактикаһы (M 33, NGC 598) — Sc тибындағы спираль галактика (Хаббл классификацияһы буйынса). M 33 Урындағы төркөмдә урынлашҡан һәм Ҡош юлына иң яҡын галактикаларҙың береһе — уға тиклемге ара 850 ± 20 килопарсек тәшкил итә. 50-гә яҡын галактиканы туплаған Урындағы төркөмдә M 33 үлсәме, яҡтыртылышы һәм массаһы буйынса өсөнсө урынды биләй[10]. Был күрһәткестәр буйынса ул Ҡош юлынан һәм Андромеда Галактикаһынан ғына ҡалыша. Был өс галактика ― Урындағы төркөмдә берҙән-бер спираль галактикалар[11].

Дөйөм алғанда, М 33 һуңғы типтағы спираль галактикалар араһында параметрҙары айырылып тормай. Уның диаметры уртасанан ҙурыраҡ һәм 50-60 мең яҡтылыҡ йылын (15-18 кпк) тәшкил итә[12], был яҡынса төркөмдөң ике иң ҙур галактикаһынан ике тапҡырға кәмерәк. V һыҙатында абсолют йондоҙ дәүмәле —19,04m. Галактика үҙәгенән 23 кпк сиктәрендәге ҡара материяны иҫәпкә алып, дөйөм массаһы — 7,9·1010 M⊙, был массанан 11 проценты йондоҙҙарға һәм газға тура килә[10][11]. Өсмөйөш галактикаһында 40 миллиард йондоҙ, был Ҡош юлындағына ҡарағанда байтаҡҡа кәмерәк ― төрлө баһалар буйынса, 100 миллиардтан 400 миллиардҡа тиклем.

М 33-төң V һыҙатында күренгән йондоҙ дәүмәле +5,72m[13] тәшкил итә, төҫ күрһәткес B−V 0,6m-ға тигеҙ. Галактика дискының йөҙө картина яҫылығына ҡарата, 56° градуслы мөйөш хасил итеп, ауышҡан, галактиканың күренгән дискыһының ҙур күсәре 23 градуслы позицион мөйөштә тора. Галактиканың төньяҡ-көнсығыш өлөшө көньяҡ-көнбайыш өлөшөнә ҡарағанда Ергә яҡыныраҡ урынлашҡан[11].

Структураһы

Өсмөйөш галактикаһының өҫкө яҡтыртылышы профиле. Экспоненциаль дискының (зәңгәр пунктир һыҙат) индергән өлөшө һәм сфероидаль компоненттары (ҡыҙыл пунктир-нөктәле линия).

Өсмөйөш Галактикаһы — спираль галактикаларҙың һуңғы төрө: уның спираль тармаҡтары асылған һәм тығыҙ итеп бороп ҡуйылмаған, ә балджы сағыу түгел, шуға күрә Хаббл классификацияһында ул Sc, хатта Scd төрөнә ҡаратыла[14]. Өсмөйөш галактикаһында бар юҡ, ә спираль тармаҡтар галактиканың тап үҙәгендә башлана, һәм де Вокулер классификацияһында ул SAc(s) булараҡ билдәләнә. M 33-тә яҡтыртылыштың галактик класы II—III-кә[комм. 1] тигеҙ[11].

M 33-төң төп өлөшө — галактик диск, һәм ул радиусы буйынса 8 килоперсектан да кәм булмаған арала ята[15]. Өсмөйөш галактикаһында бик күп һанда өҙөк-өҙөк спираль тармаҡтар бар, шуға күрә ул флоккулент тибына ҡарай[16][11].

Диск ҡалын һәм йоҡа дискҡа бүленә[17].

Йондоҙҙарҙың 4 проценты гало галактик галоға ҡарай, айырым йондоҙҙар үҙәктән 40 кпк алыҫлығында күҙәтелә. Оҙаҡ ваҡыт галактикала балдждың булыу-булмауы билдәле түгел ине: тикшеренеүҙәр йә уның барлығын күрһәтә, йә бөтөнләй булмауын раҫланы[11]., Спитцер космик телескобынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, галактикала балдж бар, әммә ул бик бәләкәй — уның радиусы 4 кпк-ға тигеҙ, ә яҡтыртылышы галактиканың дөйөм яҡтыртылышының 4 процентына тигеҙ[15][18].

Өсмөйөш галактикаһының ядроһы сағыу һәм ыҡсым. Ядроның төҫө бер төрлө генә түгел: ядроның үҙәгенә ҡарай төҫ нығыраҡ зәңгәрләнә бара. Ядро радиусы 0,14 парсек тәшкил итә, һәм ул эллиптик формала. Ядрола дисперсия тиҙлеге — 21 км/сәғ. Ядро ике өлөштән тора: беренсеһенең йәше 1 миллиард йыл (дөйөм массаһы ― 8·105 M⊙) тәшкил итһә, икенсеһенең йәше 40 миллион йыл (дөйөм массаһы — ·104 M⊙). Йәш йондоҙҙар күбеһенсә үҙәккә табан тартылған, шуға ла үҙәк зәп-зәңгәр булып күренә. Галактиканың ядроһында иң ҡеүәтле даими M33 X-8 рентген нурланышы бар. М 33 үҙәгендә үтә ауыр ҡара упҡын

юҡ[12][11][19].

Йондоҙ-ара мөхит

604 NGC — M 33 галактикаһында йондоҙҙар барлыҡҡа килгән өлкә. Һүрәттәрҙе Хаббл телескобы төшөргән
M 33 галактикаһында H II өлкәләрһе һәм башҡа объекттар

Хәрәкәте һәм юлдаштары

Өсмөйөш галактикаһының Әйләнеү графигы. Ҡара гало (ҡыҙыл пунктир һыҙыҡ), «йондоҙҙар» (күк пунктирно-төрткөлө һыҙыҡ) һәм газдың (төрткөлө йәшел һыҙыҡ) индергән өлөштәре күрһәтелә

Өйрәнеү тарихы

M 33-төң Лорд Росс төшөргән һүрәте
М 33 галактикаһының 1895 йылда Исаак Робертс тарафынан төшөрөлгән фотоһүрәте

Күҙәтеүҙәр

M 33-төң Өсмөйөш йондоҙлоғонда урынлашыуы

Иҫкәрмәләр

Комментарийҙар

Сығанаҡтар

  1. 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 1,12 1,13 SIMBAD Astronomical Database
  2. http://haroldcorwin.net/rc3/rc39b.csv.gz
  3. VizieR (ингл.)
  4. Vaucouleurs G. d., De Vaucouleurs A., Corwin J. R., Buta R. J., Paturel G., Fouque P. Third Reference Catalogue of Bright Galaxies, Version 9 (ингл.)NYC: Springer Science+Business Media, 1991.
  5. Karachentsev I. D., Kaisina E. I., Kashibadze O. G. The Local Tully-Fisher relation for dwarf galaxies (ингл.) // Astron. J. / J. G. III, E. VishniacNYC: IOP Publishing, American Astronomical Society, University of Chicago Press, AIP, 2017. — Vol. 153. — P. 6–6. — ISSN 0004-6256; 1538-3881doi:10.3847/1538-3881/153/1/6arXiv:1611.02574
  6. Tully R. B., Courtois H. M., Sorce J. G. Cosmicflows-3 (ингл.) // Astron. J. / J. G. III, E. VishniacNYC: IOP Publishing, American Astronomical Society, University of Chicago Press, AIP, 2016. — Vol. 152, Iss. 2. — P. 50. — ISSN 0004-6256; 1538-3881doi:10.3847/0004-6256/152/2/50arXiv:1605.01765
  7. Batcheldor D., Axon D., Valluri M., Mandalou J., Merritt D. An STIS atlas of Ca II triplet absorption line kinematics in galactic nuclei (ингл.) // Astron. J. / J. G. III, E. VishniacNYC: IOP Publishing, American Astronomical Society, University of Chicago Press, AIP, 2013. — Vol. 146, Iss. 3. — P. 67. — ISSN 0004-6256; 1538-3881doi:10.1088/0004-6256/146/3/67arXiv:1308.1983
  8. Paz A. G., Boissier S., Madore B. F., Seibert M., Joe Y. H., Morrissey P., Wyder T. K., Boselli A., Thilker D., Soo‐Chang Rey et al. The GALEX Ultraviolet Atlas of Nearby Galaxies (ингл.) // The Astrophysical Journal: Supplement SeriesAmerican Astronomical Society, 2007. — Vol. 173, Iss. 2. — P. 185–255. — ISSN 0067-0049; 1538-4365doi:10.1086/516636arXiv:astro-ph/0606440
  9. 9,0 9,1 9,2 Skrutskie M. F., Cutri R. M., Stiening R., Weinberg M. D., Schneider S., Carpenter J. M., Beichman C., Capps R., Chester T., Elias J. et al. The Two Micron All Sky Survey (2MASS) (ингл.) // Astron. J. / J. G. III, E. VishniacNYC: IOP Publishing, American Astronomical Society, University of Chicago Press, AIP, 2006. — Vol. 131, Iss. 2. — P. 1163–1183. — ISSN 0004-6256; 1538-3881doi:10.1086/498708
  10. 10,0 10,1 Kam S. Z., Carignan C., Chemin L., Foster T., Elson E. H I Kinematics and Mass Distribution of Messier 33 (инг.) // The Astronomical Journal. — Bristol: IOP Publishing, 2017. — Т. 154. — С. 41. — ISSN 0004-6256. — DOI:10.3847/1538-3881/aa79f3
  11. 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 11,5 11,6 Hodge, 2012
  12. 12,0 12,1 Stoyan et al., 2008
  13. M 33.
  14. Frommert H., Kronberg С. Messier Object 33.
  15. 15,0 15,1 Kam Z. S., Carignan C., Chemin L., Amram P., Epinat B. Kinematics and mass modelling of M33: Hα observations (инг.) // Monthly Notices of the Royal Astronomical Society. — Oxf.: Wiley-Blackwell, 2015. — Т. 449. — С. 4048–4070. — ISSN 0035-8711. — DOI:10.1093/mnras/stv517
  16. Dobbs C. L., Pettitt A. R., Corbelli E., Pringle J. E. Simulations of the flocculent spiral M33: what drives the spiral structure? (инг.) // Monthly Notices of the Royal Astronomical Society. — Oxf.: Wiley-Blackwell, 2018. — В. 3. — Т. 478. — С. 3793–3808. — ISSN 0035-8711. — DOI:10.1093/mnras/sty1231
  17. Hodge, 2012, pp. 150—152
  18. Banik I., Thies I., Famaey B., Candlish G., Kroupa P. The Global Stability of M33 in MOND (инг.) // The Astrophysical Journal. — Bristol: IOP Publishing, 2020. — Т. 905. — С. 135. — ISSN 0004-637X. — DOI:10.3847/1538-4357/abc623
  19. Williams T. G., Gear W. K., Smith M. W. L. The star formation law at GMC scales in M33, the Triangulum galaxy (инг.) // Monthly Notices of the Royal Astronomical Society. — Oxf.: Wiley-Blackwell, 2018. — В. 1. — Т. 479. — С. 297–314. — ISSN 0035-8711. — DOI:10.1093/mnras/sty1476

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

(i) Документация

Во избежание поломок страниц, использующих данный шаблон, желательно экспериментировать в своём личном пространстве.