Хаббл (телескоп)
Космос телескобы «Хаббл» (КТХ; ингл. Hubble Space Telescope, HST) — Ер тирәләй орбитала осоп йөрөүсе автоматик обсерватория (билдәле Америка астрономы һәм космологы Эдвин Хаббл исемен йөрөтә). Был Телескоп («Хаббл») — АҠШ-тың НАСА һәм Европа космос агентствоһының берҙәм проекты; ул НАСА-ның Ҙур обсерваториялары иҫәбенә инә.
Телескопты космоста тотоу Ер атмосфераһы үтә күренмәле булмаған диапазондарҙа, тәү сиратта инфра-ҡыҙыл диапазонда, электромагнит нурланышты регистрацияларға мөмкинлек бирә. Атмосфераның тәьҫире булмағанлыҡтан, телескоптың күҙәтеү мөмкинлеге Ерҙәгенән 7—10 тапҡырға яҡшыраҡ[8].
Тарихтан[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Орбиталь телескоп концепцияһын тәү башлап Герман Оберт «Ракета к межпланетным пространствам» (Die Rakete zu den Planetenräumen) китабында яҙа (1923 йыл).
Космос астрономияһы Икенсе донъя һуғышынан һуң ғына үҫешә башлай.
1946 йылда Америка астрофизигы Лайман Спитцер «Астрономические преимущества внеземной обсерватории» (Astronomical advantages of an extra-terrestrial observatory) тигән мәҡәлә баҫтыра. Ул космос телескобының ике өҫтөнлөгөн күрһәтә. Берҙән, атмосфераның тәьҫире булмаясаҡ, икенсенән, космос телескобы инфра-ҡыҙыл һәм ультрафиолет диапазондарҙа эшләй ала[8][9].
Спитцер был проектты пропагандалауға күп көс һала . 1962 йылда АҠШ Милли фәнни академияһы уның космос программаһына орбитала эшләүсе телескопты эшләүҙе тәҡдим иткән докладын баҫтырып сығара. 1965 йылда Спитцер ҙур космос телескобы өсөн фәнни мәсьәләләрҙе билдәләргә тейеш комитет етәксеһе итеп билдәләнә[10].
Башта телескопты космосҡа сығарыу 1986 йылға планлаштырыла, ләкин «Челленджер» катастрофаһынан һуң (28 ғинуар) «Спейс шаттл» программаһынан бер аҙға баш тарталар.
Был ваҡытта телескоп яһалма таҙарлылған атмосферлы бинала тора, борт системаларының ҡайһы берҙәрен ҡабыҙалар, уны һаҡлауға ай һайын 6 млн доллар аҡса китә[11].
Был осорҙа телескопта ҡайһы бер элементтар яҡшырағына алмаштырыла: ҡояш батареялары, борттағы хисаплау һәм бәйләнеш системаһы һәм башҡалар[11][12] Бынан тыш, телескоп менән идара итеү өсөн программа 1990 йылға ғына әҙер була.[13].
Шаттл «Дискавери» STS-31 1990 йылдың 24 апрелендә йыһанға осорола, икенсе көнөнә Ер тирәләй орбитаға ул телескопты сығара[14].
1999 йылда иҫәпләүҙәренсә был проектты тормошҡа ашырыу өсөн 6 млрд доллар (АҠШ) һәм 593 млн евро (Европа космос агентлығы) киткән[15].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Hubble Essentials: About Edwin Hubble — Space Telescope Science Institute.
- ↑ Макдауэлл Д. Jonathan's Space Report — Международный космический университет.
- ↑ 3,0 3,1 http://hubblesite.org/the_telescope/hubble_essentials/quick_facts.php
- ↑ Hubble Space Telescope (HST) — NASA.
- ↑ McDowell J. Space News Digest V1 #265 — International Space University, 1995. — Vol. 1, Iss. 265.
- ↑ Hubble Essentials: Quick Facts — Space Telescope Science Institute.
- ↑ Space Shuttle - Mission Archives - STS-31 — NASA.
- ↑ 8,0 8,1 Lyman Spitzer, Jr. Chapter 3, Document III-1. Report to Project Rand: Astronomical Advantages of an Extra-Terrestrial Observatory // NASA SP-2001-4407: Exploring the Unknown. — P. 546.
- ↑ The Hubble Story (инг.). NASA. — Исторический обзор на официальном сайте. Тәүге сығанаҡтан архивланған 18 август 2011. 27 ноябрь 2018 тикшерелгән.
- ↑ Denise Applewhite Lyman Spitzer Jr. (инг.). Caltech. Тәүге сығанаҡтан архивланған 18 август 2011. 27 ноябрь 2018 тикшерелгән.
- ↑ 11,0 11,1 Joseph N. Tatarewicz. Chapter 16: The Hubble Space Telescope Servicing Mission P. 371. NASA. Тәүге сығанаҡтан архивланған 8 апрель 2010. ??? тикшерелгән.
- ↑ The Hubble Story Continued (инг.). NASA. — Исторический обзор. Тәүге сығанаҡтан архивланған 18 август 2011. ??? тикшерелгән.
- ↑ John Wilford. Telescope Is Set to Peer at Space and Time (инг.). New York Times (9 апреля 1990). Тәүге сығанаҡтан архивланған 18 август 2011. ??? тикшерелгән.
- ↑ STS-31 (инг.). NASA. Тәүге сығанаҡтан архивланған 18 август 2011. ??? тикшерелгән.
- ↑ The European Homepage for the NASA/ESA Hubble Space Telescope — Frequently Asked Questions (инг.). Тәүге сығанаҡтан архивланған 18 август 2011. 10 января 2007 тикшерелгән.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- W. L. Freedman, B. F. Madore, B. K. Gibson, L. Ferrarese, D. D. Kelson, S. Sakai, J. R. Mould, R. C. Kennicutt, Jr., H. C. Ford, J. A. Graham, J. P. Huchra, S. M. G. Hughes, G. D. Illingworth, L. M. Macri, P. B. Stetson. Final Results from the Hubble Space Telescope Key Project to Measure the Hubble Constant // The Astrophysical Journal. — 2001. — В. 1. — Т. 553. — С. 47—72. — DOI:10.1086/320638 — — Ҡалып:Arxiv
- Nancy Grace Roman Exploring the Universe: Space-Based Astronomy and Astrophysics (инг.) // NASA SP-2001-4407: Exploring the Unknown: Selected Documents in the History of the US Civil Space Program. — Washington, DC, 2001. — Т. 5. — С. 501. — ISBN 0-16-061774-X.
- Jedrzejewski R. I., Hartig G., Jakobsen P., Crocker J. H., Ford H. C. In-orbit performance of the COSTAR-corrected Faint Object Camera (инг.) // Astrophysical Journal Letters.. — 1994. — Т. 435. — № 1. — С. L7—L10. — ISSN 0004-637X. — DOI:10.1086/187581 —
- Spitzer, Lyman, Jr. History of the Space Telescope (инг.) // Quarterly Journal of the Royal Astronomical Society. — 1979. — Т. 20. — С. 29—36. —
- Zimmerman, Robert F. The Universe in a Mirror — The Saga of the Hubble Space Telescope and the Visionaries Who Built It — Princeton UP (2008, 2010). — 287 p.
- Andrew J. Dunar, Stephen P. Waring, United States. National Aeronautics and Space Administration. History Office Power to explore: a history of Marshall Space Flight Center, 1960-1990 — National Aeronautics and Space Administration, NASA History Office, Office of Policy and Plans, 2000. — 713 б. — ISBN 0160589924.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
![]() |
Портал «Космонавтика» |
---|---|
![]() |
Телескоп «Хаббл» Викимилектә |
![]() |
Телескоп «Хаббл» Викияңылыҡтарҙа |
- Сайт NASA о проекте «Хаббл» (инг.)
- Hubble Space Telescope (инг.). Институт исследований космоса с помощью космического телескопа. Тәүге сығанаҡтан архивланған 10 май 2014. 17 апрель 2014 тикшерелгән.
- Архив изображений, полученных телескопом: на английском; на русском.
- Проект Hubble Heritage (инг.)
- Hubble Space Telescope — Лентапедияла мәҡәлә. 2012 йыл.
- Телескоп «Хаббл» на сайте KosmoKid.ru
- Русское описание на scientific.ru
- Сайт ЕКА, посвящённый телескопу (инг.)
Телескоп «Хаббл» Google Maps KMZ (3D-модель — файл KMZ для Google Earth)