Три Сестры (Рәсәй)
Три Сестры | |
Нигеҙләү датаһы | 17 ғинуар 2001 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Три Сестры Викимилектә |
Три Сестры (Рәсәй) — Рәсәйҙең Свердловск өлкәһе Урал тауҙарынан көнсығышҡа табан аҡҡан Пышма йылғаһының һул ярындағы ҡая. Ҡая Уралдағы боронғо Курьи ауылы ситктәрендәге «Курьи» шифаханаһы территорияһына инә. Түбәһендә «Храм Воздуха» тип аталған ротонда тора. Геоморфологик, ботаник тәбиғәт ҡомартҡыһы, популяр ял итеү урыны[1].Ҡая ротондаһы менән Курьи ауылының һәм Уралдың иң билдәле символдарының береһе булып тора.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡая үҙенең исемен тау итәгендә йылға өҫтөнә сығып торған өс бөйөк суҡаҡ формаһы өсөн алған. Тағы легенда буйынса шундай фараз бар: өс ҡыҙ,апалы-һеңлеле бер егеткә ғашиҡ булалар.Үҙ бәхетен ҡалған икәүҙең бәхетһеҙлегенән ҡормаҫ өсөн, улар өсәүләшеп ҡаянан йылғаға ташланалар[2]
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡая бейеклеге 40 метрға тиклем еткән ҙур текә башня һымаҡ суҡаҡтарҙан ғибәрәт. XIX быуат аҙағында ҡая түбәһендә ротонда тибындағы беседка төҙөлә.Шуның арҡаһында ул тағы ла ҙур танылыу ала. Бер башня суҡағында йылға яры кимәленән бер нисә метр бейеклектә мәмерйә ҡыуышлығы бар. Ҡаяның яр буйы итәктәре ҡарағай урманы менән ҡаплаған. Ҡаянан Пышма йылғаһының ҡаршы яҡ ярында ятҡан Курьи ауылының күренеше асыла. 200 метр алыҫлыҡта. Шайтан Ултырғысы ҡаяһы ята.
Три Сестры ҡаяһы 2021 йылдың 17 ғинуарынан Свердловск өлкәһенең Хөкүмәт Ҡарары № 41- ПП менән геоморфологик һәм ботаник тәбиғәт ҡомартҡыһы, тип иғлан ителде. Ошо уҡ хоҡуҡи акт менән Сухоложск урман һаҡлау хужалығына территория объектын һаҡлау йөкмәтелде[3]. Айырыуса һаҡланған тәбиғәт территорияһы 5 гектар майҙанды тәшкил итә. Тәбиғәт ҡомартҡыһын һаҡлау өсөн тейешле санитар торошто булдырыу, шулай уҡ яҡын территорияларҙа усаҡ яндырыуҙы тыйыу күҙәтеләсәк.
Һауа Ҡоролмаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡая түбәһендәге ротонда «Храм Воздуха» ампир стилендә аҡ мәрмәрҙән төҙөлгән. Нигеҙе бар, ул һигеҙ тура мөйөшлө колонналарҙан тора, тау итәге яғынан колонналар араһында барьерлы ҡоймалар ; ҡыйығы конус формаһында, күк төҫтәге тимер ҡалай менән ябылған. Ротонда ҡаялы нигеҙҙә тора. Яр яғынан ҡарағай урманы менән уратылған. «Курьи» шифаханаһынан ротондаға тиклем түшәлгән аллея алып бара. XIX быуат аҙағында, «Курьи».шифаһанаһы нигеҙләнгәндән һуң,, беседка төҙөлә.Күренекле урыҫ яҙыусыһы Д. Н. Мамин-Сибирякка Курьила шифаханаһында ял итергә тура килгән. Ул йыш ҡына Өс Апалы-Һеңлеле ҡая түбәһенә күтәрелгән, тирә-яҡтың матурлығы менән һоҡланған. Бында алған тәьҫорттары менән үҙенең бер бәләкәй «Зверство» тигән хикәйәһендә уртаҡлаша[4]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Галереяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Өс Апалы-Һеңлеле ҡаяһы күренеше
-
Ҡая һәм аҫылмалы күпер күренеше
-
Ҡаянан Курьи ауылы күренеше
-
Ҡая битләүенән ротонда күренеше