Өфөнөң тиҙ йөрөшлө трамвайы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Өфө тиҙ йөрөшлө трамвайы
Тасуирлама
Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Урыны

Өфө Өфө

Эксплуатант

Өфө ҡалаһы электр транспорты унитар предприятиеһы

Йылдағы пассажирҙар ағымы

10 000 000 (фараз)[1]

Сайт

muet-ufa.ru

Маршрут селтәре
Селтәр оҙонлоғо

4,9 км (беренсе сираты)[1]

Шыумалы состав
Депо һаны

2

Техник мәғлүмәт
Колея киңлеге

1524 мм


Өфөнөң тиҙ йөрөшлө трамвайы (рус. Уфимский скоростной трамвай) — Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфөлә планлаштырылған тиҙ йөрөшлө трамвай системаһы. Тиҙ йөрөшлө трамвай юҡҡа сығарылған Өфө метрополитены проектына алмаш булырға тейеш. Әлеге ваҡытта проект экспертиза үтә.

Тасуирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тиҙ йөрөшлө транспорт тармағын төҙөү кәрәклеге булған пассажирҙар ташыу линияһы юғары йөкләнештәр менән эшләүгә бәйле. Тиҙ йөрөшлө трамвай метрополитенға алмаш булараҡ проектлана, төҙөлөшкә һәм хеҙмәтләндереүгә күпкә әҙерәк сығымдар сарыф итеп, тиҙлек буйынса шундай уҡ күрһәткестәр менән тәьмин итергә тейеш. Проект шулай уҡ ҡаланың үҙәк һәм төньяҡ өлөшө араһында өҙөлгән трамвай селтәрен тоташтырыуға булышлыҡ итәсәк.

Характеристикаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тиҙ йөрөшлө трамвай системаһы, баш ҡаланың төп магистралы — Октябрь проспектына параллель — проспекттан көнсығыштараҡ һәм көнбайыштараҡ перифериялағы урамдар буйлап барған ике тармаҡтан тора. Тиҙ йөрөшлө трамвай линиялары башҡа трамвай системаһы менән бәйле, ә ул үҙ сиратында модернизациялауға дусар буласаҡ. Тиҙ йөрөшлө трамвай линияларында максималь тиҙлекте 70 км/сәғ-ға тиклм үҫтереү мөмкинлеге тәьмин ителәсәк. Составтарҙың иҫәпләнгән уртаса тиҙлеге, туҡталыштарҙы иҫәпкә алып, 30 км / сәғ тәшкил итәсәк. Трамвай юлдарын төҙөүҙең заманса технологияларын һәм заманса хәрәкәтсән составты ҡулланыу пассажирҙар һәм яҡындағы йорттарҙағы кешеләр өсөн дискомфорт булмауын тәьмин итә.

Беренсе сираты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өфөнөң тиҙ йөрөшлө трамвайы (беренсе сираты)
 Төньяҡ трамвай системаһы 
Ҡала мәҙәниәт һарайы
Октябрь проспекты аҫтындағы тоннель
 2-се депоға 
Чудинов урамы
Дан бульвары
Николай Кузнецов урамы
18-се дауахана
Мәжит Ғафури исемендәге парк
Рихард Зорге урамы
 Көньяҡ трамвай системаһы 

Проекттың беренсе сираты, Блюхер урамы буйлап трамвай линияһы һалыу юлы менән, төньяҡ һәм көньяҡ трамвай системаларын тоташтырыуҙы күҙаллай. Был линияла 7 станция урынлаштырыласаҡ, шуларҙың өсәүһе ҡала автотранспорт системаһы менән транспорт үҙәге ролен башҡара, ә бер станцияһы ҡала яны тимер юлының 1629 км туҡталыш пункты менән пассажирҙар үткәүеле ярҙамында бәйле. Кеше именлеге өсөн, Мәжит Ғафури исемендәге парк буйлап һуҙылған участка, 1,1 км оҙонлоғондағы эстакада булып үтә. Туҡталышһыҙ хәрәкәт тәьмин итер өсөн, линияның бер өлөшө Октябрь проспекты аҫтынан, 72 м оҙонлоғондағы тоннель буйлап үтә.

Икенсе сираты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өфөнөң тиҙ йөрөшлө трамвайы (икенсе сираты)
 Төньяҡ трамвай системаһы 
Беренсе Май урамы
Улица Победы
Интернационал урам
Дежнёв юл үткәргесе
Сәскәле урамы
Трамвай урамы улица (Өфө трамвайы линияһы өҫтөнән)
Шота Руставели урамы
Өфө шоссеһы
Төньяҡ проезд
Архитектор Рехмуков урамы
Шәфиев урамы
«Июнь» сауҙа-күңел асыу үҙәге
Галле ҡалаһы урамы
 Зорин исемендәге депоға 
Һәҙиә Дәүләтшина бульвары
Минһажев урамы
 Көньяҡ трамвай системаһы 

Проекттың икенсе сиратын башҡарыу линияның үткәреү һәләтен арттырыу, Октябрь проспекты буйлап халыҡ тығыҙ йәшәгән биҫтә эсенән үтеү иҫәбенә халыҡты солғап алыу радиусын киңәйтеү мөмкинлеге бирәсәк. Фараз буйынса был линияның күп өлөшө Комсомол һәм Рәсәй урамдарынан эстакада буйлап үтә, был үҙ сиратында трамвайҙың урам саттарында туҡталышһыҙ хәрәкәтен тәьмин итә. Проект буйынса линияла 14 станция урынлаштырыу ҡаралған, уларҙың һәр береһе булған транспорт туҡталыштары менән үҙәк барлыҡҡа килтерәсәк. Беренсе сираты төҙөлөшө уңышлы тамамлағандан һуң икенсе сиратын тормошҡа ашыра башлау планлаштырыла.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Презентация проекта