Өфө ТЭЦ-3
| Өфө ТЭЦ-3 | |
| | |
| Ил | |
|---|---|
| Урынлашҡан | |
| Статус |
эшләй |
| Эксплуатацияға башланған йылы | |
| Төп характеристикалар | |
| Электр ҡеүәте |
113 МВт |
| Йылылыҡ ҡеүәте |
633 Гкал/сәғ |
| Ҡорамалдар характеристикаһы | |
| Төп яғыулыҡ |
тәбиғи газ |
| Резерв яғыулыҡ |
эйәрсән газ («Башнефть» акционер нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте), мазут |
| Ҡаҙанлыҡ агрегаттары |
7 × Е-230-100ГМ |
| Турбиналар һаны һәм маркаһы |
Р-10-16/1,7 |
| Прочая информация | |
| Сайт | |
| Картала | |
Өфө ТЭЦ-3 — Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһында урынлашҡан йылылыҡ электр үҙәге. «Башкирская генерирующая компания» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт составына инә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1947 йылда ТЭЦ-3 йылылыҡ электр үҙәге төҙөлә башлай. 1951 йылдың октябрь айында тәүге пар ҡаҙаны һәм беренсе турбогенератор файҙаланыуға тапшырыла. 1954 йылда станцияны төҙөү тамамлана.
2014 йыл башында үҙ ресурстарын бөтөргән № 4 Р-25-90 турбинаһы Калуга турбиналар заводында эшләнгән Р-28/3,3-8,8/2,1 маркалы яңы турбинаға алмаштырыла[1].
Ә 2015 йылда № 5 ПТ-30-90/10 турбинаһы шундай уҡ ҡеүәтле турбинаға алмаштырыла[2].
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Предприятие электр энергияһы, шулай уҡ йылытыу өсөн тәғәйенләнгән эҫе һыу һәм пар етештерә. Парҙы төп ҡулланыусылар — нефть эшкәртеү сәнәғәте предприятиелары: «Өфөоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Новойл» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (Яңы-Өфө нефть эшкәртеү заводы). ТЭЦ-та төп яғыулыҡ булараҡ тәбиғи газ, ә резерв яғыулыҡ итеп мазут тотонола. Шулай уҡ ТЭЦ-та күршеләге нефть химияһы комплексы предприятиеларының технологик һәм эйәрсән газы ла яндырыла.
2013 йылда Өфө ТЭЦ-3 387,6 млн квт·сәғ электр энергияһы етештерә. Шул уҡ йылда 2 737 мең Гкал йылылыҡ энергияһы ҡулланыусыларға оҙатыла[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ На Уфимской ТЭЦ-3 включена в работу новая паровая турбина 2014 йыл 3 сентябрь архивланған.
- ↑ Схема и программа развития электроэнергетики Республики Башкортостан нa 2015—2019 годы 2014 йыл 3 сентябрь архивланған.
- ↑ Башкирская генерирующая компания опубликовала результаты производственной деятельности по итогам 2013 года 2014 йыл 3 сентябрь архивланған.