Эстәлеккә күсергә

Өфө дәүләт нефть техник университеты тарих музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Өфө дәүләт нефть техник университеты тарих музейы
Нигеҙләү датаһы 25 октябрь 1973
Нигеҙләүсе ӨДНТУ, Сөнәев Заһиҙулла Исхаҡ улы һәм Мәүлетов Миҙхәт Рәхмәтулла улы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Өфө
Адрес Ҡулса урамы 3/1
Карта

Өфө дәүләт нефть техник университетының тарих музейы — музей. Өфө дәүләт нефть техник университетында 1973 йылда асылған. Бөгөн ул «Өфө дәүләт нефть техник университеты тарих музейы» белем биреү үҙәге тип атала.

1973 йылдың 25 октябрендә Өфө нефть институтында ул ваҡыттағы ректоры Сөнәев Заһиҙулла Исхаҡ улы инициативаһы буйынса беренсе уҡыу корпусында Хәрби һәм хеҙмәт даны бүлмәһе асыла. Шул уҡ йылды 18 кешенән торған совет һәм рәйес һайлана. Беренсе рәйесе М. Р. Мәүлетов була.
2001—2003 йылдарҙа музейҙың экспозицияһы яңыртыла, ул заманса техника менән йыһазландырыла. Фотоархив электрон форматҡа күсерелә. Уҡыу йорто музейҙы тотоуға 40-60 мең һум аҡса бүлә.
2005—2008 йылдарҙа музей яңы бинаға күсә һәм «Өфө дәүләт нефть техник университеты тарих музейы» белем биреү үҙәге тип үҙгәртелә.

Эшмәкәрлек йүнәлеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алты тиҫтә йыл самаһы тарихы булған Өфө дәүләт нефть техник университетының тарих музейы студенттарға тәрбиә биреү (экскурсиялар, тематик лекциялар); уҡыусылар менән һөнәр һайлау; вуз бүлексәләре коллективтары менән эшләү: бүләктәр тапшырыу, музейҙа фотоға төшөү; вуз ветерандарын хөрмәтләү, улар менән махсус саралар ойоштороу; тарихи материалдар һәм экспонаттар йыйыу, музей базаһын тулыландырыу йәһәтенән эштәр алып бара.

Наградалары һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Бөйөк Октябрь Социалистик революцияһының 60 йыллығы уңайынан Өфө нефть институты музейы РСФСР МВиССО-ның Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә (23 ноябрь, 1977);
  • Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан «Өфө дәүләт нефть техник университеты тарих музейы» белем биреү үҙәге мәғариф учреждениелары музейҙары араһында 3-сө урын ала (2015);
  • Һөнәри белем биреү учреждениелары музейҙарының Бөтә Рәсәй конкурсында «Рәсәй һәм төбәк тарихы буйынса иң яҡшы музей экспрзицияһы» номинацияһы лауреаты;
  • «Дәрес презентацияһы: өйрәтәбеҙ, үҫтерәбеҙ» уҡытыу-практика һәм методик материалдар Халыҡ-ара мәғариф конкурс-фестивалендә 1-се урын.