Өфө мебель комбинаты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған

Өфө мебель комбинаты- ике фабриканан тора:1. Өфө мебель фабрикаһы (1966 йылда барлыҡҡа килгән), уның елемләү-фанера, матурлап эшкәртеү, йыйып-ҡороу цехтары һәм машина менән ҡабаттан эшкәртеү цехтары бар 2. Өфө йомшаҡ мебель фабрикаһы (19651970 йылдарҙа йомшаҡ мебель сығарыу); Благовещенск мебель фабрикаһы (1968 йыл, пружиналы, обойлы, әҙерләү, ҡороп-йыйыу бүлексәләре); Мәләүез мебель фабрикаһы (1932 йылда ағас эшкәртеү заводы, 1965—1978 йылдарҙа мебель цехтары төҙөлә). Комбинатта 1994 йылда 1237 кеше эшләгән.

Төҙөлөшө[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Комбинатта 10 механизацияланған ағым, 13 автоматлаштырылған ағым һыҙыҡтары бар.

Сығарылған продукцияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1994 йылда 3 атамалы корпуслы һәм йомшаҡ мебель сығарыла, шул иҫәптән, 3 төрлө 8400 шкаф, 3 төрлө 9400 өҫтәл, 4 төрлө 10400 карауат эшләп сығарыла. завод продукцияһы башлыса Башҡортостан, Татарстан, Ырымбур,Силәбе, Тюмень, Иркутск өлкәһе, Пермь крайы сауҙа предприятиеларына оҙатыла.

Артабанғы үҫеш тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

19321934 йылдан алып эшләй башлаған Өфө фанера-мебель комбинатынан 1966 йылда Өфө мебель фабрикаһы бүленеп сыға. Был фабрика нигеҙендә 1971 йылда «Башҡортостан» мебель фирмаһы ойошторола. Фирма 1986 йылға тиклем ғәмәлдә эшләй, ә 1986 йылда «Башлеспром» производство берекмәһе тип үҙгәртелә. Уның составына Өфө мебель комбинаты инә. 19721973 йылдарҙа фабрикала елем-фанера һәм машина менән икенсе ҡат эшкәртеү цехтары реконструкциялана, уларҙа автомалы ағым һыҙыҡтары яһала, ә 1992 йылда мебель деталдарын ультрафиолет менән киптереүсе автоматлы ағым һыҙыҡтар барлыҡҡа килә. 1994 йылда комбинат «Башмебель» акционерҙар берләшмәһе тип үҙгәртелә.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башкортостан. Краткая энциклопедия. Уфа,1996.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]