Өфө тепловоз ремонтлау заводы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Өфө тепловоз ремонтлау заводы
Нигеҙләнгән

1888

Уранлашыуы

Рәсәй Рәсәй Башҡортостан Башҡортостан, Өфө

Тармаҡ

транспорт машиналары төҙөү

Продукция

тепловоздар

Өфө тепловоз ремонтлау заводы — Өфө (Башҡортостан) ҡалаһында урынлашҡан тимер юл транспорты һәм сәнәғәт предприятиелары ихтыяждары өсөн тепловоз ремонтлау заводы. ӨФӨ тепловоз ремонтлау заводы асыҡ акционерҙар йәмғиәте тепловоздар, ҡуш тəгəрмəстəр, тартыу двигателдəре, ике машиналы агрегаттар ремонтлау, рессорҙар, рессор табаҡтары, бронза һəм суйын ҡойолмалар, сүкелгəн металл киҫəктəре етештереү эштəрен башҡара. Составына тепловоз йыйыу, дизель, ремонт‑механика, тəгəрмəс, тимерлек‑ҡойоу, ярҙамсы цехтар инə. Продукцияһын һəм хеҙмəттəрен ҡулланыусылар — Башҡортостан Республикаһы һəм Рәсәй Федерацияһының башҡа төбəктəре, яҡын һəм алыҫ сит илдəр предпиятиелары.

Заводҡа нигеҙ 1888 йылда Өфө тимер юл оҫтаханалары булараҡ һалынған. Граждандар һуғышы йылдарында оҫтаханалар өлөшлəтə ҡыйратыла, 1927 йылда улар тергеҙелə башлай, 1930—35 йылдарҙа үҙгəртелə. 1930 йылдан алып Өфө паровоз вагондары ремонтлау заводы, 1940 йылданӨфө паровоз ремонтлау заводы тип үҙгәртелә. 1968 йылда, тепловоздар ремонтлай башлау менән бәйле, завод Өфө тепловоз ремонтлау заводы исеме ала.

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында завод биләмәһендә эвакуацияланған Гомель вагон ремонтлау заводы, Станиславский паровоз вагон ремонтлау заводы, Изюм паровоз вагон ремонтлау заводы, Запорожье паровоз вагон ремонтлау заводы урынлаштырыла. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында завод эшселәре хәрби продукция сығара. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бронепоездар, автомобилдəр ремонтлай, снарядтар, ялан кухнялары етештерə. Улар бронепоездар ремонтлау ғына түгел, ә уларҙы төҙөгәндәр ҙә. Шулай, 1942 йылда, пландан тыш ике бронепоезд төҙөлә: «Александр Невский» һәм «Полководец Суворов», был бронепоездарҙың экипажы заводсы-ирекмәндәрҙән төҙөлә. Тағы ике бронепоезд «Салауат Юлаев» һәм «Өфө» 1943 йылда төҙөлә.

1968 йылдан завод ТГК1 һәм ТГК2 тепловоздарын ремонтлай башлай, 1980 йылдан ТЭМ2 сериялы тепловоздар ремонтлай.

Әлеге ваҡытта завод ТГМ23, ТГМ40, ТЭМ1, ТЭМ2, ТГМ4, ТГМ6 сериялы тепловоздар ремонтлай. 2012 йылда заводта 350 кеше эшлəгəн.

2000 йылдар башында завод музейы яңынан тергеҙелә.

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Паровоз ремонтлау заводтары