Эстәлеккә күсергә

1-се Министрҙар йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
1-се Министрҙар йорто
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Петергоф[d]
Архитектор Шарлемань, Иосиф Иванович[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Карта
 1-се Министрҙар йорто Викимилектә

1-се Министрҙар йорто — Петергофтың тарихи бинаһы. 18391841 йылдарҙа төҙөлгән федераль әһәмиәттәге мәҙәни объект[1]. Диңгеҙ десанты урамы, 1 адресы буйынса урынлашҡан, төньяҡтан Разводная майҙанына сыға.

Йорт архитектор Шарлемань И. И. 1-сенең проекты буйынса төҙөлә. Төҙөлөш менән мастер Берри етәкселек итә. Йорт төҙөгәнгә тиклем был урында манеж була. Проект 1839 йылдың 14 июлендә раҫлана. Шул уҡ йылдың авгусында төҙөлөш башланы, һәм ике ай эсендә иҫке бина һүтелеп, яңы бинаның нигеҙе һәм стеналары яртылаш күтәрелә. 1840 йылдың ноябрендә төҙөлөш эштәре тамамлана, һыу һыу үткәрелә. 1841 йылдың июнендә биналарҙы биҙәү эштәре тамамлана[2].

Йортта министрҙарға ваҡытлыса йәшәү өсөн ҡаҙна фатирҙары урынлаштырыла. Бинаға дүрт тапҡыр (18991900 йй., 18771978 йй., 1935 й., 1956-1957 йй.) бер аҙ үҙгәртелә, был эске бүлмәләрҙе, мейес, ванналарҙы алмаштырыу, инеү урындарын үҙгәртеүгә генә ҡағыла. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында йорт бер ни тиклем зыян күрә. Һуғыштан һуң унда коммуналь фатирҙар һәм учреждениелар урын ала. 2012 йылға тиклем унда Петродворцовый районының РУВД-һы урынлаша, һуңынан бина «Петергоф» дәүләт-музей ҡурсаулығына тапшырыла.[2]

Бина 2-се Министрҙар йорто һәм Флигель-адьютант йорто менән бергә Разводная майҙаны ансамблен тәшкил итә. Симметриялы урынлашҡан 2-се Министрҙар йортонан айырмалы, 1-се Министҙар йортоноң бейек цоколь ҡаты бар, ике ҡатта ла коридорҙарҙың планы айырыла, көнсығыш фасадының биҙәлеше лә икенсе[2].

  1. Постановление Правительства РФ от 10.07.2001 № 527 о Перечне объектов исторического и культурного наследия Федерального (Общероссийского) значения, находящиеся в г. Санкт-Петербурге.
  2. 2,0 2,1 2,2 1-й Министерский дом - УМВД России по Петродворцовому району. citywalls.ru. Дата обращения: 29 июнь 2018.