140-сы башҡорт гимназияһы (Өфө)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(140-сы башҡорт мәктәбе (Өфө) битенән йүнәлтелде)
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһы
Нигеҙләнгән

12.09.1996

Директор

Зинуров Булат Илшад улы [1]

Тип

дөйөм урта белем биреү учреждениеһы

Адрес

Башҡортостан Башҡортостан, Өфө, Калинин районы, Мушников, ур., 5/2

Телефон

+7(347)238-82-51


140-сы башҡорт гимназияһы - (Өфө) -Зәйнәб Биишева исемендәге муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы. Ул Өфө ҡалаһының Калинин районында, Инорс биҫтәһендә урынлашҡан. Мәктәп 2006 йылда асылған.

2016 йылдың 12 ноябрендә мәктәптең 20 йыллыҡ юбилейы юғары кимәлдә үткәрелгән[2].

Зәйнәб Биишева исемендәге гимназия Рәсәй кимәлендә үткән төрлө конкурс­тарҙа ҙур уңыштарға өлгәшә. 2013 йылда «Һәләтле балалар менән эшләүҙә иң яҡшы дөйөм белем биреү учреждениеһы», 2015 йылда «Мәғарифта новаторлыҡ» конкурстарында, «Рәсәй мәғариф элита­һы»нда лауреат булды.

2011 йылда гимназияға Башҡорт­остандың халыҡ яҙыу­сыһы Зәйнәб Биишева исеме бирелде.

Гимназия 2004 йылдан алып ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәбе иҫәпләнә, уҡыусылар был йүнәлештә фәнни эҙләнеүҙәр алып бара.

Мәктәп тарихынан[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

"Өфөнөң Инорс биҫтәһендәге Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт мәктәбе 1996 йылдың 11 сентябрендә асыла. Уның ҡыҫҡаса тарихын гимназияның уҡытыусыһы Ә. Искәндәрова былай тип бәйән итә[3]:

Егерме йыл эсендә гимназиябыҙҙы бер нисә директор етәкләне. Һәр береһе мәктәп тормошона хәтһеҙ яңылыҡтар индер­ҙе.

Тимерхан Нурғәли улы Миңлеғәлиев балаларҙа башҡорт матбуғатына ҡы­ҙыҡһыныу уятыу өсөн «Йәншишмә» гәзитенә яҙылыу ойоштора. Был тырыш хеҙмәте лайыҡлы баһалана һәм ул ошо баҫманың лауреаты була. Матур башланғысты дауам итеп, мәктәптә «Киләсәк» гәзите сыға башлай. Таңсулпан Рәмил ҡыҙы Сафетдинова етәкләгән был баҫмала бик күп уҡыу­сыларҙың тәүге ижад емештәре донъя күрә.

Сынтимер Биктимер улы Баязитов эшләгән осорҙа мәктәп яңы һулыш ала. Ул дәртле, йәш ижади коллектив туплай. Киләсәккә бурыстар ҡуйып, ҙур өмөттәр бағлап, тырышып эшләй. Уҡыусыларға рухи тәрбиә биреүгә, белем сифатын күтәреүгә тос өлөш индерә. Мәктәп гимназия статусын алыуға ирешә. Х – XI синыфтарҙа техник, гуманитар йүнәлештә белем биреү индерелә.

Сынтимер Биктимер улы башлаған эште Альбина Наил ҡыҙы Баязитова дауам итә. Уның тырышлығы менән белем усағы тағы ла юғарыраҡ баҫҡыс­тарға күтәрелә. Гимназияның матди-техник базаһы нығытыла, китапхана фонды тулыландырыла, уҡыусыларҙың фәнни-тикшеренеү эштәре әүҙемләштерелә. Сифатлы белем биреү менән бер рәттән милли рух тәрбиәләү алғы планға ҡуйыла.

Сәриә Фәйзулла ҡыҙы Ишкинина уҡытыусыларҙың абруйын күтәреүгә ҙур көс һала. Ул гимназияла уҡыусыларға бер нисә сит телде өйрәнеүгә башланғыс бирә.

Вәлит Хәмит улы Мөхәмәтов етәкселек иткән осорҙа быға хәтлем тупланған тәжрибәгә таянып, тәрбиә эше ата-әсәләр менән берлектә алып барыла.

Илдус Ғилман улы Ситдиҡов гимназияла балаларға системалы белем биреү, төрлө мәғлүмәт сығанаҡтары менән эш итеү, яңы компьютер технологияларын индереү өсөн тырыша. Балаларға һайлаған йүнәлеш буйынса өҫтәмә шөғөлләнеү өсөн шарттар тыу­ҙырыла. Теүәл фәндәр менән инглиз теленә ҙур иғтибар бүленә.

Илшат Нафиҡ улы Бикҡолов етәкселек иткән саҡта уҡыу йортобоҙ БДУ-ның баш­ҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетының базалы майҙансығына әүерелә һәм әлеге көндә лә әүҙем эшләүен дауам итә. Гимназия Рәсәй кимәлендә үткән төрлө конкурс­тарҙа ҙур уңыштарға өлгәшә.

2013 йылда «Һәләтле балалар менән эшләүҙә иң яҡшы дөйөм белем биреү учреждениеһы», 2015 йылда «Мәғарифта новаторлыҡ» конкурстарында, «Рәсәй мәғариф элита­һы»нда лауреат булды. 2011 йылда гимназияға Башҡорт­остандың халыҡ яҙыу­сыһы Зәйнәб Биишева исеме бирелде.

Белем усағыбыҙ 2004 йылдан алып ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәбе иҫәпләнә, уҡыусыларыбыҙ был йүнәлештә фәнни эҙләнеүҙәр алып бара. Етәксеһе – инглиз теле уҡытыусыһы Венера Марсель ҡыҙы Әхмәтова".

Мәктәп күренештәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Гимназиям, гимназиям, минең серле, сихри донъям - "Йәншишмә", 2016, 13 октябрь
  • Ә. Искәндәрова. Егерме йыллыҡ тарихыбыҙ бар. - "Йәншишмә", 2016, 13 октябрь
  • Г. ШӘЙХЕТДИНОВА.Шәп ҡыҙҙар һәм малайҙар. - "Йәншишмә", 2016, 13 октябрь

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • [1]
  • Мастер-класс в 140-й башкирской гимназии ("Журналистика в Республике Башкортостан") -[2] .
  • [3]
  • В Башкирской гимназии №140 состоялся IV Республиканский конкурс творческих проектов по творчеству Зайнаб Биишевой [4]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]