1902 йылдағы стачкаға һәйкәл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Һәйкәл
1902 йылдағы стачкаға һәйкәл
Памятник Стачке 1902 г.JPG
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов
Төҙөлөшө 19671975 йылдар

1975

Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 6101341000объект № 6101341000
Дондағы Ростов. 1902 йылдағы баш күтәреү майҙаны, яңы көнгә ҡаршы

1902 йылдағы стачкаға һәйкәл — Дондағы Ростовтың Тимер юл районында ҡуйылған мемориаль комплекс. 1902 йылдың ноябрь стачкаһы ваҡытында күп кеше ҡатнашҡан митингылар урынына урынлаштырылған. Мемориаль комплекс составына 1967 йылдағы горельеф һәм 1975 йылда асылған «Быуындар күсәгилешлеге» скульптура композицияһы[1]. Һәйкәл төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә[2].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1902 йылдың ноябрь башында Владикавказ тимер юлының Төп оҫтаханалары эшселәре эш ташлай. Камышевахск йырынында улар күп кешене йәлеп итеп митинг үткәрә,иҡтисади һәм сәйәси талаптар яңғырай. Властар менән бәрелеш һөҙөмтәһендә бер нисә эшсе һәләк була. Забастовка 25 ноябрҙә тамамлана. Был ваҡиға хаҡында В. И. Ленин былай тип яҙа: «Пролетариат беренсе тапҡыр үҙен, синыф булараҡ, башҡа синыфтарға һәм батша хөкүмәтенә ҡаршы ҡуя».

1967 йылда Камышеватск йырыны убаһы битләүендә 1902 йыл ваҡиғаларының иҫтәлеге итеп панорамалы горельеф ҡуйыла. Унда ҡырыҫ ҡарашлы, йоҙроҡтарын төйнәп иңгә-иң терәшеп тороусы эшселәр фигураһы һүрәтләнә[3]. Горельеф янында — «1902» һаны. Һәйкәл Бөйөк октябрь революцияһына 50 йыл тулыуға арнала . Монумент авторҙары —скульптор Э. М. Мирзоев, архитекторҙар Я. С. Занис һәм Л. Г. Яконин.

1975 йылда уба башына, горельеф өҫтөнә ике эшсенән торған композиция ҡуйыла. Йәш эшсеҡарт, яралы эшсенән революция байрағын алып күтәргән. Был һәйкәл быуындар күсәгишелеген һәм эшсе синыфтың еүелмәҫлеген символлаштыра. Һәйкәл авторҙары скульптор А. Скнарин һәм архитектор П. Ибалаков була. Уның итәгендә күҙәтең майҙансығы эшләнә.

Стачкаға һәйкәл тәүҙә федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ булып тора, әммә 1997 йылда уны статусы төбәк кимәленә тиклем түбәнәйтелә[4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]