36-сы гимназия (Дондағы Ростов)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
36-сы гимназия
Г.Ростов-на-Дону, ул.М.Горького, 115б.JPG
Нигеҙләнгән

1906

Директор

Белик Александр Георгиевич

Адрес

Дондағы Ростов ҡалаһы, М. Горький урамы, 115б

Сайт

http://гимназия36.рф/


36-сы гимназия — Дондағы Ростов ҡалаһындағы муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеһы. Бина 1915 йылда модерн стилендә[1] архитектор П. Я. Любимов проекты буйынса төҙөлгән[2]. Гимназия бинаһы урындағы әһәмиәткә эйә булған мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гимназия элекке открыткала

1906 йылда статский советник Николай Павлович Степанов Ростовта дүрт класлы ирҙәр гимназияһы аса. Башта ул элекке балалар приюты бинаһында урынлаша. Ләкин бер нисә йылдан Степанов гимназия өсөн айырым бина төҙөргә ҡарар итә[2]. Гимназияның яңы бинаһы 1915 йылда Ростов архитекторы П. Я. Любимов проекты буйынса төҙөлә. Гимназияға 14-15 йәштән ҡабул итәләр. Әҙерлек класында уҡыу өсөн түләү 100 һум тәшкил итә, ә беренсе класта — 130 һум. 1916 йылдан башлап гимназияла малайҙар менән бер рәттән ҡыҙҙар ҙа уҡытыла башлай[2]. Граждандар һуғышы ваҡытында гимназия эшләгән була. 1920 йылда ул 95-се беренсе баҫҡыс хеҙмәт мәктәбенә үҙгәртелә. 1922 йылда 95-се мәктәптең бәләкәй кластары базаһында беренсе һәм икенсе баҫҡыс Троцкий исемендәге 24-се мәктәп асыла. 1926 йылдан алып ул — Троцкий исемендәге 5-се ете йыллыҡ мәктәп. 1928 йылдағы документтарҙа уҡыу йорто Дондағы Ростовтың 10-сы туғыҙ йыллыҡ совет хеҙмәт мәктәбе һанала. 1938 йылдың мәғлүмәттәре буйынса — М. Горький исемендәге 36-сы урта мәктәп. 1962 йылда 36-сы мәктәптә бер нисә предметты инглиз телендә уҡытыу индерелә. 1997 йылда мәктәп 36-сы гимназия тип үҙгәртелә[3]. 2007 йылда 36-сы гимназия «Рәсәйҙең иң яҡшы мәктәптәре» Бөтә Рәсәй конкурсы лауреат-мәктәптәре исемлегенә инә[4].

Архитектураһы һәм биҙәлеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 6100022000объект № 6100022000

Мәктәптең кирбес бинаһы өс этаждан һәм подвалдан тора. Башы дүрт яҡлы ҡыйыҡлы, төньяҡ көнсығыш яҡтан сатыр бар. Кирбестән биҙәк һәм гимназия фасадының асимметрияһы (симметрияһыҙлығы), тәҙрә уйымдарының ҡатмарлы формаһы бинаны модерн стиленә индерергә мҡмкинлек бирә[5]. Яҫы сығынты һыҙаттар бинаның тышҡы йөҙөн вертикаль бүлемдәргә айырыу өсөн хеҙмәт итә Бинаны горизонталь бүлемдәргә айырыу кронштейндарға беркетелгән кәрниз һәм этаж ара горизонталь сығынты ярҙамында өлгәшелә[1].

Бина Горький урамы менән Собор тыҡрығы мөйөшөндә урынлашҡан. Ул ҡатмарлы конфигурациялы. Гимназияның рекреация залы бинаның композиция үҙәге булып тора. Уға баҫҡыс һәм кластар тоташып тора[1].

2011 йылдың 1 сентябрендә гимназияға ингән урында глобус өҫтөндәге малай скультураһы ҡуйыла[6].

Билдәле уҡыусылары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Минц Александр Львович — ғалим-радиотехник. Гимназияла 1908—1916 йылдарҙа уҡый. Быны 1977 йылда ҡуйылған мемориаль таҡта дәлилләй[1].
  • (А. Ветлугин) Рындзюн Владимир Ильич — яҙыусы, публицист, журналист, А. Ветлугин псевдонимы аҫтында билдәле; «Граждандар һуғышы авантюристары», «Өсөнсө Рәсәй» әҫәрҙәре авторы, А. Дункан һәм С. Есениндың сәркәтибе һәм тәржемәсеһе була, А. Толстой менән эшләй. Гимназияла 1906—1914 йылдарҙа уҡый. Алтын миҙал менән бүләкләнгән[7].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Шулепова Э. А. Материалы свода памятников истории и культуры РСФСР. Ростовская область. — М.: Изд-во НИИ культуры, 1990. — Б. 23.
  2. 2,0 2,1 2,2 100 лет ростовской гимназии N 36. rostovnews.net (2011-08-31). 19 август 2013 тикшерелгән.
  3. История. Официальный сайт гимназии № 36. 19 август 2013 тикшерелгән.
  4. Лауреаты, 2007 год на сайте конкурса «Лучшие школы России»
  5. Кукушин B. C. Модерн // История архитектуры Нижнего Дона и Приазовья — Ростов-на-Дону: ГинГО, 1995. — 275 б. — ISBN 5-88616-027-2.
  6. Девочка на шаре, а мальчик — на глобусе. В Ростове. rostovnews.net (2011-08-31). 19 август 2013 тикшерелгән.
  7. Министерство народного просвещения, Аттестат зрелости (копия), Архив Московского университета, личное дело студента, стр.1-3

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Весь Ростов и Нахичевань-на-Дону. 1914. — Харьков, 1914. — Б. 393.
  • Вся Донская область и Северный кавказ на 1908 г. — Ростов-н/Д, 1908. — Б. 295.
  • Гегузин И. Страницы ростовской летописи — Ростов-н/Д, 1983. — Б. 86—87.
  • Чеботарев Г. А. Ростов. Нахичевань-на-Дону. Справочная книжка — Ростов-н/Д, 1911—1912. — Б. 95.