813-сө айырым элемтә батальоны
Ҡалып:Воинское формирование СССР (2-я мировая, инженерные, сапёрные, связь) 813-сө айырым элемтә батальоны — Бөйөк Ватан һуғышы осоронда СССР-ҙың ҡораллы көстәренең хәрби подразделениеһы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1941 йылдың август айында 361-се уҡсылар дивизияһының (1 формированиела) дивизион идаралығы менән бер үк ваҡытта ойошторола.
Ойошторолоу тамамланғандан һуң 1941 йылдың 2 ноябрендә СВГК-ның 004279-се директиваһына ярашлы 361-се уҡсылар дивизияһы составында 39-сы резерв армияһына индерелә һәм Өфө ҡалаһы тирәһенән Ярославль өлкәһенең Пошехонье-Володарскиға күсергә бойороҡ ала.
1941 йылдың 8 ноябрендә Дим станцияһынан беренсе эшелон китә.
Эшелон артынан эшелон көнбайышҡа табан юллана. Һуңғы тимер юлы эшелоны Шишмә станцияһынан 1941 йылдың 11 ноябрендә китә.
Куйбышев, Рязань, Коломна, Воскресенск ҡалалары аша үтәләр.
Ғәмәлдәге армия составында — 1941 йылдың декабренән 1942 йылдың 17 декабренә тиклем.
361-се уҡсылар дивизияһында дивизион элемтә дивизионы була һәм дивизияның хәрби юлын үтә.
Ойоштороу ваҡытында хәрби һәм һан буйынса составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]361-се уҡсылар дивизияһының рядовой составы башлыса Башҡортостандың төп халҡынан тора ине... Граждандар һуғышында ҡатнашыусы, Стәрлебаш районының Борисовка ауылынан колхозсы Григорий Антошкин һәм уның яҡташы Михаил Доровский 813-сө элемтә батальонының связистары булдылар.
Кесе командалыҡ составы ла запастан саҡырылды.— [1] Василевский А.А.:21-я гвардейская
Буйһоноуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]361-се уҡсылар дивизияһына (1 формированиела).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Василевский А. А. 21-я гвардейская стрелковая дивизия. — Уфа: Китап, 1995. — 300 с. — 2 500 экз. — ISBN 5-295-01494-0.