Эстәлеккә күсергә

Типтәрҙәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
15:43, 6 март 2020 өлгөһө; Айсар (фекер алышыу | өлөш) (Иҫкәрмәләр: күренеште төҙәтеү)
(айырма) ← Алдағы өлгө | Ағымдағы өлгө (айырма) | Киләһе өлгө → (айырма)
Типтәр полкы рядовые, 1819—1825 йылдар[1]

Типтәрҙәр (рус. тептяриXVII быуаттан алып Башҡортостанда билдәле ҡатлам (тәүге осорҙа социаль төркөм). Күпселек тарихсылар (Ә. З. Әсфәндиәров, Б. С. Дәүләтбаев, Н. Ф. Демидова, У. Х. Рәхмәтуллин) типтәрҙәрҙе ҡатлам тип иҫәпләй. Р. Ғ. Кузеев фекеренсә, типтәрҙәр — этник ҡатлам төркөмө.[2] Г. Георги, П. Паллас, П. И. Рычков кеүек билдәле крайҙы өйрәнеүселәр типтәрҙәр тураһында яҙып ҡалдырған.[3][4]

Терминдың этимологияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Типтәр» терминының этимологияһы асыҡ түгел. Ҡайһы бер тикшеренеүҙәр уны фарсы телендәге «дәфтәр» — «исемлек», «реестр» (П. И. Рычков, В. Н. Витевский), «регистрлы китап» (У. Х. Рәхмәтуллин), сыуаш телендәге «типтәр» — «киртелгән тамға» һүҙенән (Г. Комиссаров) килтереп сығара. Ә. З. Әсфәндиәров ҡыҫырыҡлау, ҡыуып ебәреү, инҡар итеү мәғәнәһендәге «тип-тибел-типтер» кеүек башҡортса һүҙҙең үҙгәреүе версияһын тәҡдим итә.[5]

Типтәрҙәрҙең килеп сығыуы башҡорт йәмғиәтенең феодалләшеү процесы, уның социаль төркөмдәргә бүленеүе менән бәйләнгән. Типтәрҙәр ҡатламы аҫабалар, бобылдәр һәм яһаҡ түләмәгән ҡәрҙәштәрҙән формалашҡан. Үҙ общинаһынан ҡыҫырыҡлап сығарылған аҫаба башҡорттар тәүге типтәрҙәр булған. Типтәрҙәр төркөмөнә эләгеү башҡорттар өсөн ҡәтғи рәүештә шунда тороп ҡалыуҙы аңлатмаған, ыңғай мәл килеп сыҡҡанда, башҡорт-типтәрҙәр кире үҙ общинаһына ҡушыла алған.[6]

  • 1735 йылда 11 294 ир-ат кеше,
  • 1767 йылда — 33 656 ир-ат кеше,
  • 1796 йылда — 52 193 ир-ат кеше,
  • 1834 йылда— 105 864 ир-ат кеше,
  • 1858 йылда— 140 895 ир кеше.[7]

XIX быуат аҙағында — XX быуат башында халыҡ һанын иҫәпкә алыу ваҡытында күпселек типтәрҙәр этник билдә буйынса үҙен башҡа берәй милләт итеп һанай (башҡорт, татар, мари, мордва һәм башҡалар), ҡайһы бер өлөшө үҙенең элекке атамаһын һаҡлап ҡалдыра.[8]
1897 йылда уҙғарылған Рәсәй империяһының беренсе бөтә халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса Рәсәй империяһында уҙенең туған теле типтәр теле тип 117 773 кеше яуап биргән, шул иҫәптән 59293 ир һәм 58480 ҡатын-ҡыҙ.[9]
1926 йылда уҙғарылған Бөтә союз халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса СССР-ҙа 27 387 кеше милләте буйынса типтәр тип теркәлгән, шул иҫәптән 12 707 ир һәм 14 680 ҡатын-ҡыҙ.[10] 1926 йылда халыҡ иҫәбен алғанда типтәрҙәр һуңғы мәртәбә теркәлгән.[11]

  1. Висковатов А. В. Историческое описание одежды и вооружения российских войск, с рисунками, составленное по высочайшему повелению: в 30 т.: в 60 кн. — Факсимильное издание 1841—1862 гг. — СПб.: Альфарет, 2007—2008.
  2. Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе. /Баш мөхәррир Р. З. Шәкүров. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 565 бит
  3. БСЭ
  4. Уральская историческая энциклопедия
  5. Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе. /Баш мөхәррир Р. З. Шәкүров. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 565 бит
  6. Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе. /Баш мөхәррир Р. З. Шәкүров. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 565 бит
  7. Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе. /Баш мөхәррир Р. З. Шәкүров. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 565 бит
  8. Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе. /Баш мөхәррир Р. З. Шәкүров. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 565 бит
  9. http://demoscope.ru/weekly/ssp/rus_lan_97.php
  10. http://demoscope.ru/weekly/ssp/ussr_nac_26.php?reg=1
  11. Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе. /Баш мөхәррир Р. З. Шәкүров. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 565 бит

Типтәрҙәр тураһында әҙәбиәт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Асфандияров А. З. Тептяри (социально-экономическое и лингвистическое содержание термина)// Башкирская этнонимия. — Уфа, 1987.
  • Ахмаров Г. Тептяри и их происхождение. — Казан: Хәтер, 2000.
  • Гумеров Ф. Х. Законы Российской империи о башкирах. — Уфа: 1999.
  • Давлетбаев Б. С. Тептяри и их землепользование // Малоизученные источники по истории Башкирии. — Уфа, 1986.
  • Исхаков Д. М. Тептяри. Опыт этностатистического изучения // Татарская нация: история и современное развитие : сборник. — Казань: 2002.
  • Рахматуллин У. Х. Население Башкирии в XVII—XVIII вв. Вопросы формирования небашкирского населения. — М., 1988.
  • Рәхимов Р. Н. Типтәрҙәр // Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе. /Баш мөхәррир Р. З.Шәкүров. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 565 бит
  • Якупов Р. И. Тептяри. Этносоциальный феномен и научная проблема. — Уфа: Гилем, 1998.