Эстәлеккә күсергә

ARO

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
ARO
Тармаҡ автомобильная промышленность[d]
Нигеҙләү датаһы 1956
Рәсем
Дәүләт  Румыния
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы Societate pe Acțiuni[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Кымпулунг[d], Арджеш[d], Румыния
Gendringen[d], Ауде-Эйсселстрек[d], Гелдерланд[d], Нидерланд[1][2]
Алмаштырылған Cross Lander 244X[d]
Продукция внедорожник[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2006
Хеҙмәттәре тупланмаһы Музей Бойманса-ван Бёнингена[d][1]
 ARO Викимилектә

ARO (Auto Romania атамаһынан ҡыҫҡартып алынған) — Румынияның юлһыҙ ерҙә йөрөй алған автомобилдәрҙе сығарыусы заводы. Беренсе авмобиль — IMS-57 — 1957 йылда сығарыла. Автомобиль ГАЗ-69 нигеҙендә төҙөлә. Етештерелгән автомобилдәрҙең 90 проценттан ашыуы 100-ҙән ашыу илгә экспортҡа һатыла. 2006 йылда бөлгөнлөккә төшә.

ARO заводының тарихы целлюлоза эшкәртеү заводының сафҡа инеүенә бәйле, әммә завод 1885 йылда асылыуға ҡарамаҫтан, 1899 йылда эшләүҙән туҡтай, 1933 йылда һаҡлауға ҡуйып ябыла. Уның бинаһы 1941 йылдан 1944 йылға тиклем келәт булараҡ файҙаланыла. 1945—1950 йылдарҙа унда румын һәм совет ғәскәрҙәре автомобилдәре йүнәтелә. 1953 йылда IMS-53 мотоциклдарын сығарыуҙы юлға һалырға тырышып ҡарайҙар, бөтәһе 12 берәмек мотоцикл сығарыла. 1957 йылда завод автомобилдәр өсөн запас частар — двигателдәр һәм тапшырыу коробкаларын етештерә башлай, шул уҡ йылда IMS 57, M 59, ARO M 461 автомобилдәрен эшләү юлға һалына. Завод ябылғанға тиклем 380 000 тирәһе автомобиль сығарыла.

1979 йылда ARO 240 базаһында ABI бронеавтомобиле етештерелә.

ARO M461

ARO IMS маркалы автомобилдәр 1957 — 1975 йылдарҙа сығарыла. Машина нигеҙенә юлһыҙ ерҙә йөрөгән ГАЗ-69 платформаһы ҡуйыла.

  • IMS 57 (1957—1959) — база моделе, бензин моторы 3260 см³, 50 ат көсөнә эйә, өс баҫҡыслы КПП, тиҙлеге 80 км/сәғ.
  • M 59 (1959—1964) — яңыртылған модель, моторы 57 ат көсөнә эйә.
  • M 461 (1964—1975) — M207 моторы менән яңыртылған модель, 2512 см³, 70 ат көсөнә эйә, тиҙлеге 100 км/сәғ.
  • M 473 — L25 дизель мотрлы, экспорт өсөн етештерелә.
Автомобиль KFOR ARO 240 с установленной СПГ-9 и румынские военные

ARO 24 автомобилдәре 1972—2003 йылдарҙа етештерелә. ARO IMS моделенең дауамы булып тора..

  • ARO 240
  • ARO 243
  • ARO 244
  • ARO 246
  • ARO 266
  • ARO 328 Maxi-Taxi
  • ARO 33 N
  • ARO 35 S
  • ARO 35 M
  • ARO 243
  • ARO 323
  • ARO 324
  • ARO 330
ARO 10

ARO 10 автомобилдәре 1980—2003 йылдарҙа сығарыла. Уға Dacia двигателе ҡуйыла, күләме 1,3 л. Был автомобиль Англияға Dacia Duster, Румынияға Dacia 10, Францияға ARO Trapeurs һәм в Италияға ARO Ischia маркалары аҫтында экспортҡа сығарыла.

    • ARO 10.1
    • ARO 10.4
    • ARO 10 Spartana
    • ARO 11.4
    • ARO 10.2
    • ARO 10.3
    • ARO 10.5
    • ARO 10.6 pick-up
    • ARO 10.9
    • ARO 10.0
    • ARO 11.9

Рәсми сайт