Эстәлеккә күсергә

Ойошһеркә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Cephalanthera битенән йүнәлтелде)
Ойошһеркә

Эре сәскәле ойошһеркә
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Cephalanthera Rich., 1817

Номенклатура тибы

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
GRIN  t:2260

Ойошһеркә (лат. Cephalanthéra) — әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

14 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда оҙон япраҡлы ойошһеркә һәм ҡыҙыл ойошһеркә үҫә. Реликт оҙон япраҡлы ойошһеркә — Башҡортостандың Урал алдының япраҡлы һәм ҡатнаш урмандарында, ҡыҙыл ойошһеркә Башҡортостандың Урал алдында, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында һирәк ылыҫлы һәм киң япраҡлы урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡтар араһында үҫә. Декоратив үҫемлектәр. Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

Тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабаҡтары төҙ, бейеклеге 50—80 см. Япраҡтары эре, ҡыяҡ—ланцет йәки киң ланцет. Сәскәһе эре, ҡыңғырау формаһында, аҡ йәки алһыу төҫтә. Сәскәлеге — һирәк башаҡ. Май—июлдә сәскә ата. Емеше — ҡумта, август—сентябрь башында өлгөрә.

  1. Об условности отнесения описываемой в данной статье группы растений к классу однодольных см. раздел «Системы APG» статьи «Однодольные».
  • C.J. Sheviak; P.M. Catling. 31. Cephalanthera Richard // Flora of North America. — Vol. 26. — P. 583.
  • Род 323. Пыльцеголовник — Cephalanthera L. C. Rich. // Флора СССР. В 30-ти томах / Главный редактор и редактор тома акад. В. Л. Комаров. — М.—Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1935. — Т. IV. — С. 630—634. — 760 + XXX с. — 5175 экз.
Викикитапхана логотибы
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Cephalanthera