Coco Bello
Cocco Bello | |
Нигеҙләнгән | |
---|---|
Нигеҙләүсе |
Гузель Санжапова, Наталья Александрова |
Уранлашыуы |
Малый Турыш, Свердловск өлкәһе[1] |
Тармаҡ |
кейем, аҙыҡ-түлек |
Сайт | |
Cocco Bello — Рәсәй фирмаһы. Үҙ эсенә кейем етештереүсе Cocco Bello Bow Ties бүлексәләрен һәм аҙыҡ-түлек етештереүсе Cocco Bello Honey'ҙы индерә.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Cocco Bello проекты 2012 йылда IT-өлкә хеҙмәткәре Гүзәл Санжапова һәм дизайнер Наталья Александрова тарафынан асыла[1]. Башта компания күбәләк галстуктар етештереү менән шөғөлләнә[2]. Компания баҙарҙың ярайһы ҙур өлөшөн биләй, ә 2013 йылдың яҙында ҡатын-ҡыҙ күлдәктәре сығара башлай[2].
Гүзәл шулай уҡ бал тәмлекәсе — яңы айыртылғандан ҡуйырғансы гел болғатып тороп алынған продукт етештереү проектын эшләй[3]. Гүзәлдең атаһы Рауил Санжаповтың Свердловск өлкәһе Бәләкәй Түреш ауылында 69 умартаһы була. Уның умарталығында етештерелгән бал баҙарҙа һатҡандан артып ҡала, ә күмәртәләп алыусыларға һатыуҙан килем булмай[1]. Ошо балды Cocco Bello файҙалана ла инде. Проекттың социаль яғына ҙур иғтибар бирелә — ул бөтөп барған ауылға яңы һулыш өрөргә тейеш[4]. Крем-балды биҙәү өсөн еләк йыйыуға компания урындағы пенсионер апайҙарҙы саҡыра[1]. Компания еләктән шулай уҡ сәйгә өҫтәмә етештерә башларға план ҡора, был маҡсатта аҡсаны краудфандинг майҙансығында йыйып ала[5].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Дарья Денисова Как бабочки бабушкам помогали. Эксперт. Фонд «Наше Будущее». 28 апрель 2015 тикшерелгән. 2015 йылдың 7 июнь көнөндә архивланған. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «bus» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән Өҙөмтә хатаһы:<ref>
тег дөрөҫ түгел: «bus» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән - ↑ 2,0 2,1 2,2 История создания. Рубашки, бабочки, аксессуары.. Cocco Bello. 28 апрель 2015 тикшерелгән. 2015 йылдың 18 май көнөндә архивланған. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «of» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән - ↑ Что такое крем мед?. Славная пчёлка. 28 апрель 2015 тикшерелгән.
- ↑ Елизавета Киктенко Проект Cocco Bello: как дать работу целой деревне. Большой город (2014-01-25). 28 апрель 2015 тикшерелгән.
- ↑ Ксения Фикс «Не хочу, чтобы мне было стыдно за их рваные колготки». Служба новостей «URA.Ru» (2014-06-09). 28 апрель 2015 тикшерелгән.