Дейтерозавр
† Дейтерозавр | ||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||||||||
|
||||||||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||||||||
Deuterosaurus Eichwald, 1860 | ||||||||||||||||||||||
Төрҙәре | ||||||||||||||||||||||
|
Дейтерозавр[1] (лат. Deuterosaurus, — бор. грек. δεύτερος σαῦρος «башҡа ҙур кеҫәртке») — антеозаврҙар йәки тапиноцефалдарға ҡараған дейноцефал. Төркөмдөң башҡа вәкилдәренән айырмалы рәүештә, йыртҡыс түгел, ә бөтә нәмә менән йәки үҫемлек менән туҡланыусы йыртҡыс булыуы мөмкин.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1860 йылда Э. Эйхвальд тасуирлама биргән. Баш һөйәге һәм һөлдә өлөштәре Башҡортостандың баҡырлы ҡомташтарының «урта пермь» ултырма тоҡомдарында табылған. Баш һөйәге бик бейек һәм ҡыҫҡа. Баш һөйәге түбәһендә пахиостоз үҫешкән, күҙ өҫтөндә һәм танау төбөндә тубырсыҡ рәүешендә булыуы мөмкин. Тештәре әҙ, ҙур ҡаҙыҡ тештәре һәм ҡырҡҡыстары асыҡ күренә. Баш һөйәгенең оҙонлоғо 45—50 сантиметрға тиклем[1]. Дөйөм оҙонлоғо яҡынса 2-2,5 м булырға тейеш. Ишәй фаунаһының йәшенә ярашлы ултырмаларҙан килеп сыға, ләкин, моғайын, башҡа шарттарҙа йәшәгәндер. Улемозаврҙар менән сағыштырғанда, дейтерозавр күберәк ҡоро ерҙә тереклек итеүе мөмкин. Был һөйәктәрҙең бәләкәй генә бер мәғәнәле булыуын аңлата. Ҡаҙыҡ һа башҡа тештәре урынлашыуы нигеҙендә дейтерозаврҙар бөтә нәмәне лә ашаусы, үле йәнлектәр менән туҡланыусы йәки йыртҡыс хайуан булған тип күҙаллана[1]. 2 төрҙән тора — D. biarmicus (өлгөлө төр) һәм D. jubilaei. Һуңғыһы оҙаҡ ваҡыт дауамында айырым Mnemeiosaurus төркөмөнә индергәндәр.
Өлгөлө төрҙө Э. Эйхвальд 1846 йылда умыртҡа бағанаһы өлөшө буйынса тасуирлаған. 1861 йылда ул баш һөйәгенең бер өлөшөн ошо һүрәтләүгә ҡушҡан. Бөтә өлгөләр ҙә Башҡортостандың Стәрлебаш районы Ключевский руднигынан сыҡҡан. Баш һәм умыртҡаларҙың бер төркөмгә ҡарағанлығы тулыһынса иҫбатланмаған. Был төрҙө 1954 йылда И. А. Ефремов ентекле һүрәтләй һәм тап уның баш һөйәген әҙәбиәттә һынландыра.
Дейтерозаврҙың икенсе төрөн Г. Сили 1894 йылда Ҡарғалы рудниктарында (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Һаҡмар районы) табылған баш һөйәге нигеҙендә тасуирлай. 1928 йылда Ф. Нопча был өлгөһөн айырым төркөмгә һәм төргә бүлә — Mnemeiosaurus jubilaei, ә шундай уҡ баш һөйәгенең киҫәген — Uraniscosaurus watsoni. 1983 йылда Нежинский йырынында табылған тулы баш һөйәген П. К. Чудинов мнемейозаврға индерә.
Һуңғы йылдарҙа М. Ф. Ивахненко «мнемейозавр»ҙы дейтерозаврҙың икенсе төрө булыуын күрһәтә. Типик төрҙөң аҫҡы яңағын өйрәнеү күрһәтеүенсә, дейтерозаврҙың аҫҡы ҡаҙыҡ тештәреы төҙөлөшө буйынса антеозаврҙарҙың ҡаҙыҡ тештәренән айырыла.
Синонимдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Deuterosaurus төркөмө EICHWALD, 1860[2]
- = Eurosaurus EICHWALD, 1860 (partim)
- = Mnemeiosaurus NOPSCA, 1928
- = Uraniscodon NOPSCA, 1928 (sic)
- = Uraniskosaurus NOPSCA, 1928
- = Uraniscosaurus EFRIMOV, 1954 (sic)
D. biarmicus EICHWALD, 1860 (Type)
- = Deuterosaurus mnemonialis EICHWALD, 1860
- = Eurosaurus verus EICHWALD, 1860
D. jubilaei (NOPSCA, 1928) IVAKHNENKO, GOLUBEV, GUBIN, KALANDADZE, NOVIKOV, SENNIKOV & RAUTIAN, 1997
- = Mnemeiosaurus jubilaei NOPSCA, 1928
- = Uraniskosaurus watsoni NOPSCA, 1928
- = Deuterosaurus biarmicus EFREMOV, 1954
D. sp
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ефремов И. А. Фауна наземных позвоночных в пермских медистых песчаниках Западного Приуралья. — М., 1954.
- Ивахненко М. Ф. Тетраподы Восточно-Европейского плакката — позднепалеозойского территориально-природного комплекса. — Пермь, 2001. — С. 89—91. — 200 с. — (Труды Палеонтологического института РАН, том 283). — 1000 экз. — ISBN 5-88345-064-4.
- Чудинов П. К. Ранние терапсиды. — М., Наука, 1983. — С. 103—107.
- Ископаемые рептилии и птицы, ч.1. — под ред. М. Ф. Ивахненко и Е. Н. Курочкина. — М., Геос., 2008. — С. 109—112.
- Orlov J. A. Deuterosauridae Seeley, 1894 // Traité de Paléontologie. 1961. T. 6. Vol. 1. Paris: Masson et Compagnie, 1961. P. 271—275.
- Tverdokhlebov V. P., Tverdokhlebova G. I., Minikh A. V., et al. Upper Permian vertebrates and their sedimentological context in the South Urals, Russia // Earth-Science Reviews. 2005. N 69. 27-77.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ивахненко М. Ф. Эволюция позднепалеозойских тетрапод.
- ↑ 1,0 1,1 1,2 М. Ф. Ивахненко. Тетраподы Восточно-Европейского плакката - позднепалеозойского территориально-природного комплекса. — Государственное учреждение культуры «Пермский областной краеведческий музей». — P. 89-90. — ISBN 5-88345-064-4.
- ↑ SUBCLASS: SYNAPSIDA . Дата обращения: 1 май 2007. Архивировано 29 сентябрь 2007 года.