Эстәлеккә күсергә

ЛГБТ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(LGBT битенән йүнәлтелде)
ЛГБТ-ны күрһәтеүсе алты полосалы йәйғор флагы

ЛГБТ (ингл. LGBT) — инглиз телендә лесбияндар (Lesbians), гейҙар (Gays), бисексуалдар (Bisexuals) һәм трансгендер кешеләр (Transgenders) өсөн барлыҡҡа килгән аббревиатура. Был термин 1990-сы йылдарҙан алып ҡулланыла һәм 1980-се йылдар урталарынан алып аҙағына хәтлем «гей-берләшмәһе»[1][2] һүҙен алмаштыра башлаған «ЛГБ» аббревиатураһының адаптацияһы булып тора.

«ЛГБТ» термины «сексуаль мәҙәниәт һәм гендер үҙенсәлеге» төрлөлөгөн күрһәтеү өсөн яһалған һәм гомосексуал, бисексуал һәм трансгендер кешеләргә ҡарата ҡулланыла[3][4]. 1996 йылдан ЛГБТК (LGBTQ) аббревиатураһы осрай, унда К (Q) хәрефе «квир» (ингл. Queer) һүҙен аңлата. Q шулай уҡ «шикләнеүсе» (ингл. Questioning) тип атап була. 1999 йылдан[5]алып интерсекс-кешеләрҙең бер өлөшө ЛГБТИ (LGBTI)[6][7] аббревиатураһын тәҡдим итә артабан был ЛГБТИК (LGBTIQ) менән берләшә.

Аббревиатура уларҙың сексуаль йүнәлеш һәм гендер берләшеүе нигеҙендә берләшкән кешеләрҙең үҙатамаһы, Ҡушма Штаттарҙа һәм башҡа төрлө инглиз телле илдәрҙә күпселек йәмәғәт ойошмалары һәм киң мәғлүмәт саралары тарафынан ҡабул ителә, ә һуңғараҡ донъяның күпселек илдәрендә.

1960 йылға тиклем инглиз телендә ориентацияһы гетеросексуальдан айырылып торған һәм шул уҡ ваҡытта кире мәғәнәғә эйә булмаған кешеләрҙе билдәләгән термин юҡ ине. Иң нейтраль термин - өсөнсө енес (ингл. third gender) 1960 йылдарҙа тәҡдим ителде, әммә үҙләштерелмәне[8][9][10][11][12][13].

Тәүгеләрҙән булып гомосексуал (ингл. homosexual) термины киң ҡулланылған. Әммә ул насар мәғәнә йөрөтә тип һаналған һәм, ҡағиҙә булараҡ, алмаштырылған: 1950-1960 йылдарҙа гомофил (ингл. homophile)[14], ә һуңынан 1970 йылдарҙа - гей (ингл. gay)[8]. 1970 йылдарҙа күп лесбиянкалар алдында тигеҙлек мәсьәләһе беренсе урында торҙо. Гендер стереотиптарын улар патриархаль кисерештәр тип күрҙеләр. Лесбиян-феминисттар гей-барҙарҙа киң таралған роль моделдәрҙән ҡастылар[15][16]. Феминистик хәрәкәттең әүҙемлеге артыу менән, "гейҙар һәм лесбияндар" фразаһы йышыраҡ ҡуллана башланы. Һуңыраҡ уларға трансгендер кешеләре һәм бисексуалдар ҡушыла.

1970-се йылдар аҙағында - 1980 йылдар башында, Стоунволл сыуалыштар эйфорияһы үткәндән һуң, ҡабул итеүҙә үҙгәреш үҙгәрҙе. Күп кенә гейҙар һәм лесбияндар ЛГБТ-берләшмәнең тиң ағзалары булараҡ бисексулдарҙы һәм трансгендер кешеләрҙе ҡабул итмәй башланы[4][17]. 1990-сы йылдарҙа ғына бисексуалдар һәм трансгендер кешеләре, гейҙар һәм лесбияндар менән берҙәм берләшмә булдырҙы[4]. Был осорҙан алып йәмғиәттең аббревиатураһы ЛГБТ тип атала башлан.[18].

ЛГБТК — ЛГБТ аббревиатураһы «квир» һүҙе менән киңәйтеү
ЛГБТИК йәки ЛГБТКИ - шулай уҡ интерсекстарҙы үҙ эсенә алып, киңәйтелгән версия
  1. Acronyms, initialisms & abbreviations dictionary, Volume 1, Part 1. Gale Research Co., 1985, ISBN 978-0-8103-0683-7.
  2. Factsheet five, Issues 32-36, Mike Gunderloy, 1989
  3. Shankle, Michael D. The Handbook of Lesbian, Gay, Bisexual, and Transgender Public Health: A Practitioner's Guide To Service. — Haworth Press (инг.)баш..
  4. 4,0 4,1 4,2 Alexander, Jonathan; Karen Yescavage. Bisexuality and Transgenderism: InterSEXions of The Others. — Haworth Press (инг.)баш..
  5. William L. Maurice, Marjorie A. Bowman, Sexual medicine in primary care, Mosby Year Book, 1999, ISBN 978-0-8151-2797-0
  6. Тихая кубинская революция. Gay.ru. Дата обращения: 21 июль 2014.
  7. International Lesbian, Gay, Bisexual, Trans and Intersex Association. Британника. Дата обращения: 21 июль 2014.
  8. 8,0 8,1 Ross, E. Wayne. The Social Studies Curriculum: Purposes, Problems, and Possibilities. — SUNY Press.
  9. Kennedy, Hubert C. (1980) The «third sex» theory of Karl Heinrich Ulrichs, Journal of Homosexuality. 1980—1981 Fall-Winter; 6(1-2): pp. 103-1
  10. Hirschfeld, Magnus, 1904. Berlins Drittes Geschlecht («Berlin’s Third Sex»)
  11. Ellis, Havelock and Symonds, J. A., 1897. Sexual Inversion.
  12. Carpenter, Edward, 1908. The Intermediate Sex: A Study of Some Transitional Types of Men and Women 2023 йыл 30 май архивланған..
  13. Duc, Aimée, 1901. Sind es Frauen? Roman über das dritte Geschlecht («Are These Women? Novel about the Third Sex»)
  14. Minton, Henry. Departing from Deviance. — University of Chicago Press, 2002. — ISBN 0226530434.
  15. Faderman, Lillian (1991). Odd Girls and Twilight Lovers: A History of Lesbian Life in Twentieth Century America, Penguin Books. ISBN 0-14-017122-3, p. 210—211.
  16. Faderman (1991), p. 217—218.
  17. Leli, Ubaldo; Jack Drescher. Transgender Subjectivities: A Clinician's Guide. — Haworth Press (инг.)баш..
  18. Research, policy and practice: Annual meeting, American Educational Research Association Verlag AERA, 1988.