OpenStreetMap
OpenStreetMap | |
---|---|
URL-адресы | www.openstreetmap.org |
Төрө | Картография хеҙмәте |
Теркәлеү | кәрәкмәй (төҙәтеүҙәр индереү өсөн мотлаҡ) |
Эшләй башлаған | 2004 йылдың 1 июле |
Нигеҙләүсеһе | Стив Кост |
Эйәһе | OpenStreetMap фонды |
Ағымдағы статусы | эшләп килә |
OpenStreetMap (OSM; инглиз теленән һүҙмә-һүҙ мәғәнәһе «урамдарҙың асыҡ картаһы») — төбәктәрҙе, ҡалаларҙы һәм башҡа торлаҡ пункттарын күмәкләп карталау өсөн асыҡ (һәр кем ҡатнаша алған) проект. Карталар һәм схемалар ҡулдан йә автоматик рәүештә булдырыла, төҙәтелә һәм камиллаштырыла; кәрәкле мәғлүмәт шәхси GPS-алғыстарынан индерелә ала. Проектта ҡатнашыусыларҙың уртаҡ эше һөҙөмтәләренән һәр теләүсе бушлай файҙалана ала.
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Проект Бөйөк Британияла 2004 июлендә Стив Кост тарафынан нигеҙләнә; 2006 апрелендә фонд булараҡ теркәлә башлай. OpenStreetMap фонды— халыҡ-ара коммерцияға ҡарамаған ойошма; уның маҡсаты — ер арауығы мәғлүмәттәрен йыйыу, уларҙы таратыуға булышлыҡ итеү һәм уларҙан бар теләүселәргә бушлай файҙаларынға мөмкинлек биреү. [1]
Стив Кост бығаса физик һәм IT-консультант булараҡ билдәле. 2004 йылда Google Maps карталар проекты әле башланмаған була, һәм Стив Кост ҡуйған проект маҡсаты — GPS-алғыстар менән ҡоралланған ирекмәндәр ярҙамына таянып бөтә донъя юлдары һәм урамдары картаһын әҙерләү — иҫ киткес ҡыйын тойола. Ул осорҙа күмәкләп һәм ирекле рәүештә мәғлүмәт туплауҙа берҙән-бер үрнәк булып Википедия тора — ул ваҡытта уҡ Википедия түләүле энциклопедиялар менән етди ярыша. "Компьютерра" журналы, 21 март 2008. |
Мөмкинлектәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Проект бөтә Ер йөҙөн ҡаплай.
- Карталар ике үлсәмле — диңгеҙ кимәленә ҡарата бейеклектәр һәм изолиниялар күрһәтелмәй.
- Карталарҙы PNG, JPEG, SVG, PDF, PostScript фортматтарына экпортлау мөмкин.
Openstreetmap башҡа билдәле асыҡ проекттарға, әйтеп үткәндә Wikipedia энциклопедияһы менән Linux операцион системаһына оҡшаш. Википедияла һымаҡ уҡ, OpenStreetMap проектында яңы мәғлүмәттәрҙең күпселеген уны үҫтереүҙә ҡыҙыҡһынған айырым шәхестәр өҫтәп тора. Картаның һәр өлөшө өсөн төҙәтеүҙәр тарихын ҡарап була - был вандализм осраҡтарын кәметә һәм, айырым осраҡтарҙа, бер карта өлөшөндә бергә эшләгән бер нисә кешенең эшмәкәрлеген ҡулайлаштырырға мөмкинлек бирә.[2] |
Тәүмәғлүмәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүмәғлүмәттәр ғәҙәттә GPS-алғыс йә GPS-трекерҙар яҙып һаҡлаған "трэк"тарҙан күсереп алына. Бындай трэктарҙы ирекмәндәр йәйәү, велосипедта йәки машинала йөрөп яҙҙырып ала. Бынан һуң трэктар GPS-алғыстан махсус программаға күсерелә.
Ер йөҙөнөң спутник һүрәттәрен ҡулланып, трэктар булмаған осраҡта ла ҙур ҡалалар карталарын эшләп була — бының өсөн юғары сиселешле һүрәттәр кәрәк. Landsat, Prototype Global Shorelines (PGS) һәм TIGER кеүек хөкүмәт хеҙмәттәре, шулай уҡ Yahoo! картография сервисы сығанаҡ булып тора.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ wiki.openstreetmap.org: «The OpenStreetMap Foundation is an international non-profit organisation supporting but not controlling the OpenStreetMap project. It is dedicated to encouraging the growth, development and distribution of free geospatial data and to providing geospatial data for anybody to use and share.»
- ↑ "Нарисуй карту мира" мәҡәләһе, 3dnews.ru, 22 май 2009