Эстәлеккә күсергә

Procter & Gamble

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
The Procter & Gamble Company
ингл. Procter & Gamble
Тип

Асыҡ компания

Листинг на бирже

Ҡалып:Nyse

Нигеҙләнгән

1837

Нигеҙләүсе

Уильям Проктер һәм Джеймс Гэмбл

Уранлашыуы

Америка Ҡушма Штаттары АҠШ: Цинциннати (Огайо)

Төп фигуралар

Алан Джордж Лафли

Тармаҡ

Ҡулланыу тауарҙарын етештереү

Продукция

Tide, Ariel, Braun, Duracell, Pampers, Gringles, Wella һәм тағы 40-ҡа яҡын бренд

Әйләнеш

$78,9 млрд (2010)[1]

Операцион килем

$16,123 млрд

Килем

$13,436 млрд

Хеҙмәткәрҙәр һаны

121 мең[2]

Сайт

www.pg.com

 Procter & Gamble Викимилектә

The Procter & Gamble Company (әйтелеше  Проктэр энд Гэмбл), P&G (NYSE: PG 2008 йыл 3 октябрь архивланған.) — АҠШ-тың трансмилли  компанияһы, донъя ҡулланыу тауарҙары баҙары лидерҙарының береһе. Fortune 500 исемлегендә 22-се урынды биләй,  килем күләме һәм баҙар капитализацияһы буйынса АҠШ-та иң алдынғы компаниялар араһында. P&G донъяла иң күп реклама биреүселәрҙән һанала, рекламаға  8 млрд долларҙан ашыу тотона. Штаб-фатиры Цинциннатиҙа (Огайо штаты) урынлашҡан.

P&G-дың Рәсәйҙәге вәкиллеге 1991 йылда асыла,  4 төбәк офисы һәм 3 заводы бар. Рәсәйҙәге төп офисы Мәскәүҙә урынлашҡан. 

1837 йылда шәм яһаусы Уильям Проктер һәм һабын ҡайнатыусы Джеймс Гэмбл тарафынан асыла. 1859 йылға уҡ $1 миллионлыҡ тауар һатыуға өлгәшә.  

 2003 й. сәс тәрбиәләү кәрәк-ярағы сығарыусы  Wella немец компанияһын һатып ала. 2005 йылда Procter & Gamble  56 млрд. долларға Gillette компанияһын ала.  Һөҙөмтәлә  P&G ҡулланыу тауарҙары һатыу буйынса,  Unilever'ҙы үтеп, донъяла иң ҙур компанияға әйләнә. 

Цинциннатиҙа P&G штабүфатиры.

Милекселәре һәм етәкселеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Компания асыҡ булып тора, акциялары Нью-Йорк фонд биржаһында әйләнә һәм сәнәғәт буйынса Доу-Джонс индексын иҫәпләгәндә ҡабул ителә.  P&G 2006 йылдың 25 сентябренә баҙар капитализацияһы —  $196 млрд самаһы (донъя компаниялары араһында тәүге егерме иҫәбендә).

Директорҙар советына 13 кеше инә, улар араһында - American Express һәм Boeing кеүек компанияларҙың топ-менеджерҙары.  Дүрт комитеттан тора:

  • аудит комитеты;
  • идара итеү һәм корпоратив яуарлылыҡ комитеты;
  • компенсациялар һәм үҫеш комитеты;
  • инновациялар һәм технология комитеты.

Директорҙар советы рәйесе — Алан Лафли (Alan G. Lafley), компанияның генераль директоры һәм президенты — Роберт Макдональд (Robert McDonald).

2010 йылдың 1 июленә компания эшмәкәрлегенең төп өс йүнәлеше була:

  • P&G Beauty & Grooming («матурлыҡ һәм үҙеңде тәрбиәләү»)
  • P&G Household Care («йорт өсөн тауарҙар»)
  • P&G Health & Well-Being («сәләмәтлек һәм сәләмәт йәшәү рәүеше»)

Компанияның 4 функциональ  департаменты бар:

  • Global Business Units (GBUs) —  глобаль кимәлдә ҡулланыусылар, брендтар һәм конкуренттар менән эшләү. Инновациялы яңылыҡтарҙы индереү, килем һәм инвесторҙарға күрһәткестәр әҙерләү менән мәшғүл. 
  • Market Development Organizations (MDOs) — ҡулланыусыны ентекләп өйрәнеү, глобаль инициативаларҙы урындарҙа ҡулланыу өсөн яуаплы.
  • Global Business Services (GBS) —  P&G бизнесы өсөн яуаплы.
  • Lean Corporate Functions (CF) — функциональ инновациялар индереү һәм ойоштороу мөмкинлектәрен яҡшыртыу менән шөғөлләнә. 

P&G - брендтарға идара итеү системаһына нигеҙ һалған компания[3]. 1931 «бренд-менеджмент» термины тәүләп компанияның реклама бүлеге хеҙмәткәре Нейл МакЭлройҙың эш ҡағыҙында ҡулланыла. Әле компанияның 23 бренды бар, улар аҫтында донъяла 1 миллиард АҠШ доллары күләмендә тауар һатыла,  тағы 20 бренд продукцияһын һатыу күләме  500 миллион доллар тәшкил итә. Ошо43 бренд компанияны үҫтереүсе локомотив булып тора  һәм йыл һайын һатыу күләмен 10 %-ҡа арттыра[4].

Компанияның төп брендтары:

  • йыуыу һәм таҙартыу саралары: Fairy, Tide, Ariel, «Миф», Ace, Mr. Clean, Lenor, Comet, Fairy Oxi, Mr. Proper, Dreft, 
  • балалар аҫлыҡтары: Pampers, ҡатын-ҡыҙ гигиенаһы тауарҙары: Always, Alldays, Tampax, Discreet, Naturella, сәс тәрбиәләү саралары: Wash & Go, Head & Shoulders, Pantene, Shamtu, Herbal Essense, Wella, Londa, тән тәрбиләәү саралары һәм парфюмерия: Camay (2015 й. тиклем), Safeguard, Secret, Old Spice, Olay, Hugo Boss (Hugo Boss AG лицензияһы буйынса), Dolce&Gabbana, Gucci, Mexx, Baldessarini, ауыҙ тәрбиәләү саралары: Blend-a-Med, Oral-B, Crest, косметика саралары: Cover Girl, Max Factor, бритвалар: Gillette, Venus, батарейкалар: Duracell, көнкүреш техникаһы: Braun, ҡәһүә: Folgers, һуттар, хайуан аҙыҡтары:  Iams, Eukanuba һ.б.

 Procter & Gamble'дың төп конкуренттары — көнкүреш химияһын һәм шәхси гигиена тауарҙарын глобаль етештереүселәр:

  • Colgate-Palmolive — теш пасталары һәм щёткалары (Colgate, Elmex), һабын һәм душ өсөн гель (Palmolive), дезодоранттар (Mennen, Lady Speed Stick), хайуан аҙыҡтары (Hill’s), көнкүреш химияһы (Ajax) 
  • Unilever — шампунь (Clear, Sunsilk), теш пасталары (Signal), дезодоранттар (Rexona, Axe), һабын һәм душ өсөн гель (Dove) 
  • L’Oreal — шампунь (Fructis, Elseve), тирене тәрбиәләү (L’Oreal Paris), косметика (Maybelline), дезодоранттар (Garnier), сәс тәрбиәләү саралары (Studio Line), сәс буяуҙары (L’Oreal Paris) 
  • Schwarzkopf / Henkel — сәс тәрбиәләү саралары (Taft, got2b), сәс буяуҙары (Palette), шампунь (Schauma, Gliss Kur), дезодоранттар, душ өсөн гель, һабын (Fa), тире тәрбиәләү (Diademine) 
  • Henkel — кер йыуыу порошоктары (Persil, Losk, Deni, Пемос), кер өсөн кондиционерҙар (Ласка, Vernel), һауыт-һаба йыуыу саралары (Пемолюкс, Pril), көнкүреш химияһы(Bref) 
  • Reckitt Benckiser — ағартҡыстар һәм йортто таҙартыу саралары (Vanish, Cillit, Harpic), йүткереүҙән сара (Strepsils), депиляция саралары (Veet) 
  • Kimberly-Clark — ҡатын-ҡыҙҙар гигиенаһы (Kotex), бер ҡулланыулы аҫлыҡтар (Huggies), бәҙрәф ҡағыҙы  (Cottonelle)

Эшмәкәрлек күрһәткестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Компанияла 80 илдә бөтәһе 130 мең хеҙмәткәр эшләй. 

Компанияның капиталлашыуы - $218 млрд.[5]

Йыллыҡ әйләнештең 47 %-ы йорт һәм ғаилә өсөн тауарҙарға тура килә. 28 % - beauty йүнәлешендә (декоратив косметика, дезодоранттар, парфюмерия, сәс, тире тәрбиәләү саралары, ҡырыныу кәрәк-ярағы).

Procter & Gamble глобаль косметика баҙарының 10 %-ын биләй.[6]

Компания «Йәшә, Уҡы һәм Сәскә ат» (Live, Learn, and Thrive) тигән үҙ хәйриәлек инициативаһын тормошҡа ашыра. Уға 60 илдәге 100-ләгән программа инә: Африкала вакцинациялау һәм эсәр һыу, Латин Америкаһында иртә йәштән үҫеш программалары, Һиндостанда мәктәптәр һ.б. Компания шулай уҡ һәләкәттәргә, бәлә-ҡазаға тарыған төбәктәргә ярҙам итә (Сычуань провинцияһында ер тетрәү). «Йәшә, Уҡы һәм Сәскә ат» инициативаһы АҠШ хөкүмәте кимәлендә билдәләнә, P&G үҙ хәйриәлек программаһы менән таныштырыу өсөн Барак Обаманың президент хакимиәтенең хәйриәлек программаһына саҡырылған берҙән-бер компания була.[7]

Procter & Gamble Рәсәйҙә 1991 йылдан бирле эшләй. Бөгөн  компания үҙ продукцияһын дүрт производство объектында етештерә:

  • Новомосковскиҙа (Тула өлкәһе) «Проктер энд Гэмбл-Новомосковск» көнкүреш химияһы комбинаты ЯСЙ,  Ariel, Tide, «Миф», Tix, Ace, Lenor, Comet, Fairy, Mr.Proper таҙартыу һәм йыуыу сараларын, балалар өсөн Pampers бер ҡулланыулы аҫлыҡтар етештерә; 
  • Дзержинскиҙа (Түбәнге Новгород өлкәһе) «Капелла» ЯСЙ, сәс һәм тән тәрбиәләү саралары:  Shamtu шампундәре,  Wella һәм Londa сәс тәрбиәләү саралары, Camay душ өсөн гелдәре етештерә. 
  • Санкт-Петербургта «Петербург Продактс Интернешнл» ЯАЙ, бер ҡулланыулы ҡырыныу станоктары, алмаш картридждар һәм ҡәҙимге ике яҡлы Gillette лезвиеларын етештерә; 
  • Мәскәүҙәге "Свобода" косметика берекмәһе" ААЙ Camay һәм Safeguard һабынын, душ өсөн гелдәр,  blend-a-med теш пасталарын етештерә.

Компанияның Мәскәүҙә 4 офисы һәм төбәктәрҙә 4 вәкиллеге (Санкт-Петербург, Новосибирск, Дондағы Ростов, Екатеринбург) бар.

Компания етәксеһе әйтеүенә ҡарағада, Рәсәйҙә Procter & Gamble һатыуҙары йылына $1 млрд тәшкил иткән (2008 й. — $2 млрд)[6][8].