Эстәлеккә күсергә

Роза һымаҡтар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Rosaceae битенән йүнәлтелде)
Роза һымаҡтар
Гөлйемеш (әлморон)
[[Гөлйемеш сәскәһе|]] (Rosa arvensis)
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Rosaceae Juss.

Төркөм өлгөһө
Картала роза сәскәлеләрҙең таралыуы Rosaceae
изображение

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
GRIN  f:972

Роза һымаҡтар, йәки роза сәскәлеләр (Rosaceae), ике өлөшлөлəр ғаилəһе. Бер, күп йыллыҡ үлəндəр, һирəгерəк ағастар, ҡыуаҡлыҡтар һəм ярым ҡыуаҡлыҡтар.

Сәскәһенең формулаһы:[1].

Яҡынса 4830[2] төрө в 118 заты[2] билдәле. Бөтә Ер шары буйлап таралған. Башҡортостанда 20 заттан яҡынса 100 төрө (ағуна үлəне, ҡараған, миндаль һ.б.) үҫə.

Уларҙың күптәре — ҡиммәтле емеш ағастары. Емеш ағастарынан алмағас, груша, сейә, слива, һары сейә, персик, абрикос, миндаль, муйыл, миләш киң билдәле. Ҡыуаҡтарҙан — ҡурай еләге, ҡара бөрлөгән, ә үләндәрҙән — ҡайын еләге киң таралған.

Роза сәскәлеләр араһында декоратив ҡыуаҡтар ҙа бар, мәҫәлән, гөлйемеш, энәлек һәм спирея, уларҙы йыш ҡына тере ҡойма урынына үҫтерәләр.

Роза сәскәлеләр ғаиләһендәге ҡырағай үҫә торған үҫемлектәрҙән: эт табаны, тура һабаҡлы ҡаҙ үләне, ҡыҫыр сәскә, аҡ селек киң таралған.

Морфологик ҡылыҡһырлама

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тышҡы күренеше буйынса роза сәскәлеләр бик күп төрлө. Улар органдарының төҙөлөшө менән бер-береһенән бик ныҡ айырыла. Мәҫәлән, гөлйемештең япраҡтары ҡыйғас, ә алмағастыҡы һәм башҡа күп үҫемлектәрҙеке — бөтөн япраҡ.

Роза сәскәлеләрҙең күбеһе тура һабаҡлы, быуын аралары оҙон, ә ҡайын еләгенең вертикаль һабаҡтары бик ҡыҫҡа. Улар япраҡ розеткаларын тотоп тора. Ҡуйын бөрөләренән тәрмәшеүсе үренделәр— мыйыҡтар барлыҡҡа килә. Япраҡтары һаплы, күп осраҡта япраҡ ҡолаҡсынлы, ябай (бөтөн йəки айырсалы), бармаҡ һымаҡ һəм ҡыйғас, һабаҡ япраҡтары — сиратлы, тамыр яны япраҡтары — суҡлы.

Сəскəлəре ваҡтан алып эрегə тиклем, йышыраҡ аҡ, һары, ал төҫтə, дөрөҫ формала, ике енесле, яҡшы үҫешкəн гипантий менән (сəскə эргəлеге нигеҙе һəм һеркəс епсəлəре ҡушылып үҫкəн киңəйтелгəн сəскə төбө). Сəскəлəре яңғыҙҙар йəки ҡалҡансыҡтарҙа, тəлгəштəрҙə, башаҡтарҙа, баштарҙа урынлашҡан.

Сəскə эргəлеге ике ҡатлы, башлыса 5 быуынлы, күп төрҙəрҙең каса аҫты бар. Һеркəстəре 20—400, ҡайһы берҙə 10 йəки 5, һирəк осраҡта 2 йəки 1.

Роза сәскәле үҫемлектәр сәскәһендә емешлектәр һаны төрлөсә булыуы мөмкин. Ҡайһы бер үҫемлектәрҙә емешлектәр бик күп була. Улар йәйенке, көмрө йәки бокал кеүек сәскә төбөнөң урта өлөшөнә урынлаша. Был осраҡта һәр емешлектән айырым ваҡ емеш, ә бөтә сәскә урынында ҡоро емештәрҙең (гөлйемеш, тура һабаҡлы ҡаҙ үләне) күп һанлы ваҡ орлоҡтары йәки һутлы емештәрҙең (ҡурай еләге) күп һанлы төшлө емештәре барлыҡҡа килә.

Емешлеге күп булған сәскәләрҙең емештәре өлгөрөүгә ҡарап, сәскә төбө йәйелеп үҫә һәм гөлйемеш йәки ҡайын еләгендәге кеүек һутлы булып китә.

Был ғаиләгә ҡараған үҫемлектәр башлыса бөжəктəр ярҙамында һеркəлəнə. Ҡаҙ үлəне, эттабан, əлморон, рубус заттарына ҡараған төрҙəр өсөн апомиксис (енси процесһыҙ үрсеү юлы) хас.

Емеше — төшлө емеш, күп япраҡлы, күп сəтлəүекле, алма һәм башҡалар. Роза сәскәле башҡа үҫемлектәр сәскәһендә, мәҫәлән, сейә, слива, персик, абрикоста бер генә емешлек була; ул — төшлө емеш.

Емештең айырым бер төрө — алма — алмағаста, грушала, миләштә, энәлектә барлыҡҡа килә.Бындай емештең барлыҡҡа килеүендә емшәндән тыш сәскә төбө лә ҡатнаша.

Емештəре һəм орлоҡтары кеше, хайуандар (имеҙеүселəр, ҡоштар, бөжəктəр һәм башҡалар) ярҙамында тарала.

Әһәмиәте һәм ҡулланылышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Роза сәскәлеләр болондарҙа, баҫыуҙарҙа, урмандарҙа, далаларҙа, ҡайһы бер төрҙəре тундрала, һаҙлыҡтарҙа һəм һыу ятҡылыҡтары ярҙары буйлап үҫə.

Әһәмиәте һәм ҡулланылышы бик ҙур. Уларҙың күптәре — ҡиммәтле емеш ағастары. Алмағас, груша, сейә, слива, һары сейә, персик, абрикос, миндаль, муйыл, миләш киң билдәле. Ҡыуаҡтарҙан — ҡурай еләге, ҡара бөрлөгән, ә үләндәрҙән — ҡайын еләге киң таралған.

Роза сәскәлеләр араһында декоратив ҡыуаҡтар ҙа бар, мәҫәлән, гөлйемеш, энәлек һәм спирея, уларҙы йыш ҡына тере ҡойма урынына үҫтерәләр.

Дарыу үләндәре (ҡаҙ үлəне, ҡурай елəге, ҡылысъяпраҡ, ҡырҡъяпраҡ, муйыл, энəлек һәм башҡалар), елəк (елəк, ҡара бөрлөгəн, ҡыҙыл бөрлөгəн, мораҡ һәм башҡалар), баллы үҫемлектәр (ерек ҡураһы, йəбешкəк, ҡыҫыр сəскə һ.б.). Күп төрҙəре халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына роза сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәрҙең туғыҙ һирəк төрө индерелгəн: ал бөрлөгəн, ҡыҙыл бөрлөгəн, текəн əлморон, реликттар — ағуна үлəне, ҡыуаҡлы курил сəйе, ҡом ҡаҙ үлəне, аҡ ҡаҙ үлəне; эндемиктар — Кузнецов ҡаҙ үлəне, Эверсманн ҡаҙ үлəне[3].

  • Лотова Л. И., Тимонин А. К. Анатомия коры розоцветных (Rosaceae): разнообразие, эволюция, таксономическое значение. — М: Тов-во научных изд. КМК, 2005. — 264 с. — 400 экз. — ISBN 5-87317-207-2.
  • 3. Подкласс: Настоящие двудольные (Rosidae). Порядок Rosales // Ботаника. Учебник для вузов: в 4 т. = Lehrbuch der Botanik für Hochschulen. Begründet von E. Strasburger, F. Noll, H. Schenck, A. F. W. Schimper. / 35. Auflage neubearbeitet von Peter Sitte, Elmar W. Weiler, Joachim W. Kadereit, Andreas Bresinsky, Christian Körner / П. Зитте, Э. В. Вайлер, Й. В. Кадерайт, А. Брезински, К. Кёрнер; на основе учебника Э. Страсбургера и др.; пер. с нем. А. Г. Еленевского, В. Н. Павлова, А. К. Тимонина и др.. — М.: Издательский центр «Академия», 2007. — Т. 3. Эволюция и систематика / под ред. А. К. Тимонина, И. И. Сидоровой. — С. 467—468. — 576 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-7695-2741-8 (рус.). ISBN 978-5-7695-2746-3 (Т. 3) (рус.), ISBN 3-8274-1010-X (Elsevier GmbH) — УДК 58(075.8)
  • Вульф Е. В., Малеева О. Ф. Мировые ресурсы полезных растений: Справочник / Отв. ред. Ф. Х. Бахтеев. — АН СССР—БИН им. В. Л. Комарова. — Л: Изд-во «Наука», Ленингр. отд-е, 1969. — С. 179-200. — 566 с. — 7500 экз.
  • Овчарова Е. Н., Елина В. В. Биология (растения, грибы, бактерии, вирусы): Уч. пособие. — М: ИНФРА-М, 2008. — С. 455-468. — 704 с. — 5000 экз. — ISBN 5-16-002326-7.
  1. Миркин Б. М., Наумова Л. Г., Мулдашев А. А. Высшие растения: краткий курс систематики с основами науки о растительности: Учебник. — 2-е, перабот. — М.: Логос, 2002. — 256 с. — 3000 экз. — ISBN 5-94010-041-4.
  2. 2,0 2,1 Rosaceae по данным сайта 2017 йыл 18 июнь архивланған. (инг.) (лат.)  (Тикшерелеү көнө: 23 июнь 2013)
  3. Красная книга Российской Федерации (растения и грибы) / Министерство природных ресурсов и экологии РФ; Федеральная служба по надзору в сфере природопользования; РАН; Российское ботаническое общество; МГУ им. М. В. Ломоносова; Гл. редколл.: Ю. П. Трутнев и др.; Сост. Р. В. Камелин и др. — М.: Товарищество научных изданий КМК, 2008. — С. 487-501. — 885 с. — 1000 экз. — ISBN 958-5-87317-476-8.