Spacewar!

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Spacewar!
Spacewar!-PDP-1-20070512.jpg
Етештереүсе

Америка Ҡушма Штаттары Hingham Institute, МТИ, Бостон[1]

Дата выпуска

1962

Жанры

космический симулятор, Shoot 'em up

Етештереүселәр
Продюсер

Стив Рассел

Геймдизайнер

Стив Рассел

Программистары

Стив Рассел[en], Дэн Эдвардс, Мартин Грец, Питер Самсон[en], Боб Сандерс, Стив Пайнер

Техник мәғлүмәттәр
Платформаһы

PDP-1

Уйын режимы

многопользовательский

Идара итеү

геймпад

Ҡалып:КИ:Общие проверки

Spacewar! — билдәле булған иң тәүге цифрлы компьютер уйындарының береһе. Уны Стив Рассел[en] Мартин Грец һәм Уэйн Витенен менән бергә эшләгән ( формаль булмаған Hingham Institute ижади төркөмө). 1961 йылда был төркөм Массачусетс технология институтында DEC PDP-1 мини-компьютер платформаһында уйын эшләп ҡарарға була. Расселдың танышы Алан Коток[en] Digital Equipment Corporation (DEC) компанияһынан космос аппаратының осош траекторияһын хисаплау өсөн бер нисә тәжрибә программаһы алғас, Рассел уйын программаһын төҙөй башлай. 1962  йылдың февраленә Spacewar! уйынының тәүге версияһы әҙер була, бының өсөн яҡынса бер кеше 200 сәғәт ваҡыт сарыф итә .

Стив Рассел, запрограммировавший первую версию Spacewar!
Spacewar!, запущенная на PDP-1 в музее компьютерной истории, 2007 год

Ике уйынсы уйыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Spacewar! уйынында ике уйынсы ҡатнаша, һәр бер уйынсы үҙ карабы менән идара итә. Улар йондоҙҙоң гравитация ҡоҙоғо (гравитационный колодец-Gravity well}}) янында ауырлыҡ юғалтыу шарттарында төрлө маневрҙар яһай . Башта һәр береһенең маневрҙар яһау өсөн яғыулығы һәм бер нисә торпедаһы бар. Уйын донъяһын симуляциялау Ньютон физикаһы нигеҙендә бара— әгәр ҙә уйынсы бер ниндәй ҙә хәрәкәт эшләмәһә, караптар инерция буйынса бара. Әгәр карап йондоҙға, йәки башҡа карапҡа бәрелһә, уға торпеда тейһә, ул һәләк була . Уйынсы үҙе теләгән ваҡытта гиперарауыҡҡа күсеү функцияһын ҡуллана ала, тик ундай күсеү карапты юҡ итеүе мөмкин, һәр ҡулланған һайын карапты юғалтыу хәүефе арта бара. Башта уйын PDP-1-ҙең үҙендәге переключателдәр менән идара ителгән, һуңыраҡ Боб Сандерс геймпад-тың баштағы версияһын эшләгән, был идара итеүҙе уңайлыраҡ итә һәм уйын барышын яҡшырта.

Spacewar! — компьютер уйындары тарихы башындағы иң мөһим һәм көслө йоғонто яһаған уйын. Ул 1960-сы йылдарҙағы иң популяр, PDP-1 компьютерҙарының барыһында ла ҡуйылған уйын. Spacewar! башҡа компьютер платформаларына ла яраҡлаштырылған (портирование), һуңыраҡ PDP-1 компьютеры эмуляторҙары (имитация эшләүселәр) өсөн эшләнгән замансараҡ программа телдәрендә яңынан тергеҙелгән. Был уйын башҡа электрон уйындар эшләүгә этәргес була, мәҫәлән, 1971 йылда тәүге аркадалы автоматтар (уйын автоматтары) өсөн эшләнгән Galaxy Game һәм Computer Space коммерция уйындарын. Бынан тыш, мәҫәлән,1979 йылда барлыҡҡа килгән Asteroids уйыны. 2007 йылда Spacewar!АҠШ Конгрессы китапханаһында уйын ҡанундарына нигеҙ һалған донъялағы иң әһәмиәтле ун компьютер уйыны иҫәбенә инә.

Воссоздание Spacewar! на Java-апплете

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалып:Хорошая статья