U.S. News & World Report Best Global University Ranking

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
U.S. News & World Report Best Global University Ranking

U. S. News & World Report Global University Ranking ― университеттарҙың йыл һайын US News & World Report журналы баҫтырған глобаль рейтингы.

2014 йылдың 28 октябрендә Америка университеттарының рейтингтарын 1983 йылда уҡ баҫтыра башлаған US News журналы беренсе тапҡыр глобаль рейтинг сығара, унда 49 илдең 500 университеты баһалана. Донъяның иң яҡшы университеттары рейтингының был беренсе өлөшө алдан береһен дә иҫкәртмәйенсә баҫыла. Һуңынан News US асыҡлыҡ индерә: ул йылдың рейтингы донъя буйынса университеттарҙы баһалау өлкәһенә инеп ҡарау өсөн һынау ғына була. 2016 йылда, рейтингтарҙы алдан иғлан иткәндән һуң, баҫма үҙенең йыллыҡ даими программаһы сиктәрендә университеттарҙың глоаль рейтингын баҫтырыуҙы формалләштерә. Рейтингтың методология асыҡлығы уның ун төрлө күрһәткескә нигеҙләнеүен күрһәтә, улар академик өлгәште һәм университеттарҙың репутацияһын баһалай[1]. Шул ваҡыттан алып рейтинг ҡабаттан ҡарала һәм ул 81 илдән 1 500 учреждениеға тиклем киңәйтелә, биш төбәк һәм 28 предмет рейтингын үҙ эсенә ала[2]. 13 күрһәткес ҡулланған US News глобаль рейтингы, нигеҙҙә, Clarivate мәғлүмәттәренә нигеҙләнә. Ул методологияһы буйынса Америка уҡыу йорттары рейтингынан айырылып тора: сит ил университеттары тикшеренеү репутацияһы, академик баҫмалар һәм йыш мөрәжәғәт ителгән һәм өҙөмтәләре ҡулланылған мәҡәләләр һаны кеүек факторҙарҙы файҙаланып баһалана[3][4].

2014 йылда Inside Higher Ed, US News «донъя университтары рейтингының өс төп рейтингы»: Times Higher Education World University Rankings , Academic Ranking of World Universities һәмQS World University Rankings өҫтөнлөк иткән колледждар һәм университеттарҙың халыҡ-ара рейтингы өлкәһенә инә, тип билдәләй. News US-тың баш стратегы Морс Роберт: «беҙ академик рейтинг төҙөү өлкәһендә яҡшы билдәле, шуға күрә беҙ быға тиклем эшләп килгән рейтингтарҙың тәбиғи дауамын ғына эшләйбеҙ», — тип белдерә. Морс, News US ― «глобаль рейтингтар киңлегенә ингән беренсе америка нәшриәте», сөнки Higher Education Times һәм QS — Британия проекты, ә Academic Universities of World Ranking ― Ҡытайҙыҡы.

Илдәр буйынса субрейтинг[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

U.S. News Best Global Universities дөйөм рейтинг эсендә айырым рейтингтар рейтингтар ҙа булдыра ала, мәҫәлән, илдәр буйынса рейтинг. Был йомғаҡлау рейтингына биш вуздан да кәм булмаған уҡыу йорто ингән илдәр өсөн мөмкин.

Рейтингта Рәсәй вуздары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Best Global Universities Rankings 2021 йыл рейтингында Рәсәйҙән 24 вуз ҡатнаша[5], әммә уларҙың 19-ы ғына дәғүәселек һәләтенә эйә, сөнки 5 юғары уҡыу йорто рангһыҙ ҡатнаша. Юғары позицияны М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты (285-се урын) биләй, уның артынна МТФИ (385-се урын), МИФИ (402-се урын) һәм башҡалар килә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]