Эстәлеккә күсергә

Winny Puhh (рок-төркөм)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Winny Puhh
Нигеҙләү датаһы 28 сентябрь 1994[1]
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Винни-Пух[d]
Жанр панк-рок[d], метал[d], металкор[d] һәм хеви-метал[d]
Ил  Эстония
Рәсми сайт myspace.com/winnypuhh/

Winny Puhh — 1993 йылда Пылва ҡалаһы гимназияһы уҡыусылары Ове Мюстинг, Индрек Вахеой һәм Олаф Сандер ойошторған эстон рок-төркөмө. Төркөм составында даими рәүештә ике барабансы сығыш яһай: Олаф Сандер һәм Кристиан Оден[2]. Үҙенең провокацион имиджы менән билдәле[3].

Төркөм 1993 йылда барлыҡҡа килә, 1997 йылда беренсе турға сыға. Гитарасы Ове Мюстинг һүҙҙәренсә, төркөм 1997—2001 йылдарҙа тарҡалыу хәлендә булып, йылына бер тапҡыр ғына сығыш яһаған. Тик 2005 йылда ғына, ойошторолғандан һуң 13 йыл үткәс, ул «Täämbaנdagu praadimi kunna» (Эҫе көнгә оҡшаған) тигән беренсе альбомын сығара. 2006 йылда «Nuudlid ja hapupiim» (Ҡаймаҡлы һалма) исемле йыры Raadio 2-ның иң яҡшы хиттары исемлегенә инә[4], ә 2008 Йылда «Vanamutt» (Ҡарсыҡ) йырына клип төшөрөлә һәм Eesti Muusikaauhinnad премияһына тәҡдим ителә. 2009 Йылда Raadio 2 хит-парадына Peegelpõrand (Көҙгөлө иҙән) йыры эләгә, яҙҙырыуҙа хип-хоп башҡарыусыһы G-Enka (Генри Кырвиц) ҡатнаша[5].

Европала Евровидение-2013 конкурсында милли һайлап алыу турында ҡатнашыу төркөмгә ысын дан килтерә, унда улар Meiecundimees üks korsakov läks eile Lätti йыры менән сығыш яһайҙар. Төркөм һайлап алыуҙың ярымфиналында еңә: тере сығыш ваҡытында музыканттар страховкала әйләнә, ә телеверсияла кадрҙар бик тиҙ алмашып тора[6]. Финалда төркөм суперфиналға Биргитйгемеэль һәм Грета Пайюғаүткәреп, өсөнсө була . Бынан һуң төркөм күп кенә Европа мода журналдарының (шул иҫәптән Vogueитальян версияһының) тышлыҡтарына эләгә, европа фестивалдәрендә хедлайнер сифатында сығыш яһай һәм Париж мода аҙналығында ҡатнашыу хоҡуғын ала, уларға американ дизайнеры Рик Оуэнс бик ҙур ярҙам күрһәтә[7]. Был төркөм өсөн ҙур хөрмәт билдәһе була, сөнки Оуэнс үҙ ваҡытында Майкл Джексонды һәм Канье Уэстсты саҡырыуҙан баш тарта. Шуға ҡарамаҫтан, тәнҡитселәр, әгәр йыр сәйәси һәм әҙәпле йөкмәткеле булмаһа, төркөм Евровидениеға бара алыр ине, тип раҫлай.

Төркөмдөң сығышы «This Is Хорошо» интернет-шоуҙың 206-сы сығарылышына эләгә[8].

  • Индрек Вахеойя (Korraldajaonu) вокал
  • Сильвер Лепасте (Kartauto) гитара
  • Ове Мюстинг (Jürnas Farmer) гитара
  • Индрек Нымм (Koeraonu) бас-гитара
  • Кристиан Оден (Väikepax) һуҡма ҡоралы
  • Олаф Сандер (Doktor O) һуҡма ҡоралы

Тәнҡитселәр Индрек Вахеойҙың вокалын билдәләй, ул йырлауҙан бигерәк, «ритмик, ҡыйыу рәүештә… аҡыра». Вахеойя эстон радиоһында иртәнге шоу алып барыусыһы булараҡ билдәле[3]. Төркөмдөң сығышы стилен һәм имиджын Bloodhound Gang стиле менән сағыштыралар, әммә музыканттар үҙҙәре төркөмдөң «Сектор Газа» ижадынан илһам алыуҙарын таный[3]. Төркөм үҙе эпатаж костюмдары һәм битлектәре менән билдәле, уларҙы музыканттар ҡалала, даими рәүештә баҙарҙарҙа сығыш яһау өсөн, һатып ала — шулай итеп, музыканттар ҡатын -ҡыҙ костюмдарында, табип халаттарында, трусы урынына ойоҡбаш кейеп сығыш яһағандары була. Евровидение-2013 конкурсының һайлап алыу турында бөтә музыканттар ҙа битлек кейеп сығыш яһай[3].

Күпселек рок-фестивалдәрҙә төркөм төрлө акробатик трюктарҙы[9], ут төртөүҙе, хатта стриптизды[10] үҙ эсенә алған эпатаж сығыштар ойоштора. Шулай уҡ йыр текстары ла провокацион характерҙа булыуы менән дан тота[3].