Ҡарағат

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡара ҡарағат
Ҡара ҡарағат
Үҫемлектең дөйөм күренеше
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Ribes nigrum L., 1753


Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  24488
NCBI  78511
EOL  583204
GRIN  31845
IPNI  792873

Ҡара ҡарағат (лат. Rí́bes ní́grum) — крыжовниктар (Grossulariaceae) ғаиләһенәге ике өлөшлөләр тәртибендәге ҡара төҫтәге әскелтем емешле ҡыуаҡ һәм шуның емеше. Ҡарағатты аҙыҡ урынына ҡулланалар: ҡайнатма, желе, ҡаҡ, сироп һәм ҡарағат винаһы етештерәләр.

Ботаник яҙма[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

К. А. М. Линдман, «Bilder ur Nordens Flora», 1917—1926 китабынан ботаник иллюстрация

1—2 м бейек үҫемлек. Йәш үҫентеләре ҡабарып торған тоноҡ япраҡлы; ҡартайғандары көрән төҫлө.

Япраҡтары осло ҡырыйлы 3—5 (12-гә тиклем) см; өс йышыраҡ бишбармаҡлы өсмөйөш формаһында. Сәскәлеге 3—5 (йышырыҡ 8) см оҙонлоҡта, 5—10 сәскәле.

Емеше — йәшкелт ҡара-ҡусҡыл төҫтәге 1 см диаметрға тиклем ашарға яраҡлы еләк. Майҙа сәскә ата, июль айында емеш бирә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Вавилов А. С. Чудо-ягода. // Наука и жизнь, 1988, № 7, с. 94. — О смородине лежачей, или моховке.
  • Турова А., Сапожникова Э. О пользе чёрной смородины. // Наука и жизнь, 1988, № 7, с. 92-93.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]