«Праганы азат иткән өсөн» миҙалы
«Праганы азат иткән өсөн» миҙалы | |
Нигеҙләү датаһы | 9 июнь 1945 |
---|---|
Дәүләт | СССР |
Юғарыраҡ дәрәжә | "Варшаваны азат иткән өсөн" миҙалы |
Түбәнерәк дәрәжә | «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы |
Нигеҙендәге текст | Указ Президиума ВС СССР от 9.06.1945 об учреждении медалей „За освобождение ...“[d] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | баҡыр иретмәһе[d] |
Һаны | 395 000 |
Лауреаттар категорияһы | Категория:«Праганы азат иткән өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр |
«Праганы азат иткән өсөн» миҙалы Викимилектә |
«Праганы азат иткән өсөн» миҙалы 1945 йылдың 9 июнендәге СССР Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы булдырыла. Миҙал һүрәте авторҙары — рәссамдар А. И. Кузнецов һәм Скоржинская.
Миҙалдың тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Праганы азат иткән өсөн» миҙалы баҡыр иретмәһенән эшләнә, диаметры- 32 мм, теүәл түңәрәк формала. Миҙалдың алғы яғында өҫтә түңәрәк буйлап — «ЗА ОСВОБОЖДЕНИЕ» яҙыуы, уның аҫтында — «ПРАГИ» һүҙе, аҫта ҡалҡып барған ҡояш һәм ике лавр ботаҡтары һүрәте, ботаҡтарҙың остары биш осло йондоҙ аҫтында тоташтырылған. Миҙалдың алғы яғы ситтәренән күтәрмә менән ҡаймаланған. Миҙалдың кире яғында — Праганы азат итеү датаһы — «9 мая 1945», датаның аҫтында — биш осло йондоҙ. Миҙалдағы бөтә яҙыуҙар һәм һүрәттәр ҡабарынҡы итеп эшләнгән. Миҙал элмәк һәм дүңгәләк ярҙамында биш мөйөшлө ҡалыпҡа тоташтырыла. Ҡалып киңлеге 24 мм булған сирень төҫөндәге ебәк муар таҫма менән уратылған. Таҫма уртаһынан 8 мм киңлегендә күк төҫтәге буй үтә.
Тағыу ҡағиҙәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Праганы азат иткән өсөн» миҙалы күкрәктең һул яғында йөрөтөлә һәм башҡа СССР ордендары һәм миҙалдары булған осраҡта «Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалынан һуң урынлаштырыла.
2010 йылдың 7 сентябренән алып СССР ордендары һәм миҙалдары Рәсәй Федерацияһы ордендарынан һәм миҙалдарынан һуң урынлаштырыла[1].
Бүләкләнеүселәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Праганы азат иткән өсөн» миҙалы менән 1945 йылдың 3-9 майы осоронда туранан-тура Прага операцияһында ҡатнашҡан Ҡыҙыл Армия, Хәрби-Диңгеҙ Флоты хәрбиҙәре һәм НКВД ғәскәрҙәре, шулай уҡ ҡаланы азат иткәндә хәрби операцияларҙың етәкселәре һәм ойоштороусылары бүләкләнә.
1962 йылға ҡарата «Праганы азат иткән өсөн» миҙалы менән 395 000-нән ашыу кеше бүләкләнгән. Бүләкләнеүселәр араһында — 40 мең Чехословакия гражданы[2].
Иллюстрациялар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Миҙалдың реверсы
-
Рәсәй Почта маркаһы, 2015 йыл
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Володин А. Н., Мерлай Н. М. Медали СССР. — СПб.: Печатный двор, 1997. — С. 130—131. — ISBN 5-7062-0111-0.
- Колесников Г. А., Рожков А. М. Ордена и медали СССР. — Мн.: Народная асвета, 1986. — С. 88.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Медаль «За освобождение Праги». Медали и ордена СССР