Эстәлеккә күсергә

«Севастополде обороналаған өсөн» миҙалы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Севастополде обороналаған өсөн» миҙалы
Нигеҙләү датаһы 22 декабрь 1942
Рәсем
Дәүләт  СССР
Юғарыраҡ дәрәжә «Одессаны обороналаған өсөн» миҙалы
Түбәнерәк дәрәжә «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән баҡыр иретмәһе[d]
Проектлаусы Николай Москалёв[d]
Изображение орденской планки
Һаны 52 540
Лауреаттар категорияһы Категория:Награждённые медалью «За оборону Севастополя»[d]
 «Севастополде обороналаған өсөн» миҙалы Викимилектә

«Севастополде обороналаған өсөн» миҙалы СССР Юғары Советы Президиумының 1942 йылдың 22 декабрендәге Указына ярашлы[1] булдырылған. Миҙал һүрәтенең авторы — рәссам Н. И. Москалев.

Миҙал тураһындағы Положение

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Севастополде обороналаған өсөн» миҙалы менән Севастополде обороналауҙа ҡатнашҡан РККА-ның һәм Хәрби-Диңгеҙ флотының бөтә хәрбиҙәре һәм элекке НКВД ғәскәрҙәре, шулай уҡ Севастополде обороналауҙа туранан-тура ҡатнашҡан граждандар бүләкләнә. Севастополь оборонаһы 250 көн дауам итә — 1941 йылдың 30 октябренән 1942 йылдың июленә тиклем. Миҙал менән Севастополь ҡалаһы фашистар тарафынан яуланған осорҙа әсирлеккә эләккәндәр бүләкләнмәгән, шул иҫәптән эвакуациялана алмағандар ҙа (башлыса рядовойҙар составы, шул иҫәптән госпиталдәрҙәге яралылар).

«Ленинградты обороналаған өсөн», «Одессаны обороналаған өсөн», «Севастополде обороналаған өсөн», «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалдары биш мөйөшлө ҡалыпта тағыла торған тәүге совет наградалары булып тора. Башта уларҙы күкрәктең уң яғында йөрөтөргә тейеш була. 1943 йылдың 19 июнендәге указына ярашлы башҡа миҙалдарға ла биш мөйөшлө ҡалып индерелә һәм обороналау өсөн миҙалдарҙы күкрәктең һул яғында, башҡа наградалар менән бер рәттән, йөрөтөү ҡарала. «Севастополде обороналаған өсөн» миҙалы күкрәктең һул яғында йөрөтөлә һәм башҡа СССР ордендары һәм миҙалдары булған осраҡта «Одессаны обороналаған өсөн» миҙалынан һуң урынлашытырыла.

1995 йылдың 1 ғинуарына ҡарата «Севастополде обороналаған өсөн» миҙалы менән яҡынса 52 540 кеше бүләкләнгән.

Миҙалдың тасуирламаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Таҫманың 1-се варианты

«Севастополде обороналаған өсөн» миҙалын булдырған саҡта уны тутыҡмай торған ҡоростан эшләү ниәтләнә, әммә 1943 йылдың 27 мартындағы ҡарар буйынса миҙалдың материалы баҡыр иретмәһенә алыштырыла[2]. Диаметры — 32 мм, формаһы — теүәл түңәрәк.

Миҙалдың алғы яғында ҡабарынҡы түңәрәк эсендә (диаметры −22 мм) ҡыҙылармеец һәм ҡыҙылфлотсының билгә тиклемге һүрәте. Ҡабарынҡы түңәрәк аҫтынан орудиеның туп көбәге һәм якорҙең осо күренә. Өҫкө өлөштәге бәләкәй ҡалҡанда — биш осло йондоҙ. Урталағы түңәрәктең һәм миҙалдың ситтәренә тиклемге арауыҡта — «ЗА ОБОРОНУ СЕВАСТОПОЛЯ» яҙыуы. Ике һүҙҙең араһында — йондоҙ һүрәте Миҙалдың кире яғында"ЗА НАШУ СОВЕТСКУЮ РОДИНУ" яҙыуы, уның өҫтөндә — ураҡ менән сүкеш һүрәте.

Миҙалдағы бөтә яҙыуҙар һәм һүрәттәр ҡабарынҡы итеп эшләнгән.

Миҙал биш мөйөшлө ҡалыпҡа элмәк һәм дүңгәләк ярҙамында тоташтырыла. Ҡалып 24 мм киңлегендәге ебәк муар таҫма менән уратылған. Башта таҫма уртаһынан 6 мм киңлектәге көмөш буйлы күк төҫтә булырға тейеш була. 1943 йылдың 19 июнендәге указға ярашлы яңы таҫма булдырыла — һарғыл-йәшел төҫтә таҫма уртаһынан күк төҫтәҙе бер буй үтә, киңлеге 2 мм[3].

  • Виктор Григорьев Первые медали Великой Отечественной войны и их первоначальный вид после утверждения // Санкт-Петербургский коллекционер. — 2005. — № 2 (32). — С. 20.
  • Володин А. Н., Мерлай Н. М. Медали СССР. — СПб.: Печатный двор, 1997. — С. 62—63. — ISBN 5-7062-0111-0.
  • Колесников Г. А., Рожков А. М. Ордена и медали СССР. — Мн.: Народная асвета, 1986. — С. 77—78.