Эстәлеккә күсергә

«Хеҙмәт ветераны» миҙалы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Хеҙмәт ветераны» миҙалы
Нигеҙләү датаһы 18 ғинуар 1974
Рәсем
Дәүләт  СССР
Юғарыраҡ дәрәжә «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы
Түбәнерәк дәрәжә "СССР-ҙың Ҡораллы Көстәре ветераны" миҙалы[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән томпак[d]
Изображение орденской планки
Изображение изнанки
Һаны 39 197 100
Лауреаттар категорияһы Категория:«Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
 «Хеҙмәт ветераны» миҙалы Викимилектә

«Хеҙмәт ветераны»  миҙалы— СССР-ҙың дәүләт наградаһы.

СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1974 йылдың 18 ғинуарындағы указға ярашлы булдырыла.  Миҙал проекты авторы — рәссам С. А. Поманский.

Миҙал тураһындағы Положение

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән ауыл хужалығында, халыҡ хужалығында, фән, мәҙәниәт, халыҡ мәғарифы, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә, дәүләт учреждениеларында һәм йәмәғәт ойошмаларында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн — хеҙмәтсәндәр, шулай уҡ  выслуга йәки ҡартлыҡ буйынса пенсия тәғәйенләү өсөн эш стажы тулыу айҡанлы хеҙмәт ҡаҙаныштарын таныу йөҙөнән  эшселәр, колхозсылар һәм хеҙмәткәрҙәр бүләкләнгән.  Шулай уҡ миҙал менән Бөйөк Ватан һуғышы осоронда заводтарҙа эшләгән бәлиғ булмағандар бүләкләгәндәр.

Миҙал «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалынан һуң күкрәктең һул яғында йөрөтөлә.

1995 йылдың 1 ғинуарына ҡарата «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән  яҡынса 39 197 100 кеше бүләкләнгән.

Миҙалдың һүрәтленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Хеҙмәт ветераны» миҙалы  томпактан эшләнә, көмөшкә һылатылған, 34 мм диаметрлы теүәл түңәрәк формаһында.

Миҙалдың алғы яғында таралышҡан нурҙар фонында  «СССР» тигән ҡабарынҡы яҙыу, лавр ботағы, ураҡ һәм сүкеш рельефлы һүрәте урынлаштырылған. Миҙалдың аҫҡы өлөшөндә таҫманың контурлы һүрәте әйләнә «ВЕТЕРАН ТРУДА» тип яҙылған. Миҙалдың алғы яғы оксидатланған.

Миҙалдың артҡы яғында  тоноҡ яҡты фонда  дүрт юл менән «КҮП ЙЫЛЛЫҠ НАМЫҪЛЫ ХЕҘМӘТ ӨСӨН» тигән рельефлы яҙыу урынлашҡан.

Миҙалдың ситтәре буртик менән уратылған.

Миҙал элмәк һәм дүңгәләк менән биш мөйөшлө калыпҡа тоташтырыла.  24 мм киңлектәге ҡалып 7 миллиметрлыҡ ҡарағусҡыл,  8 миллиметрлыҡ буҙ  һәм өс аралаштырылған тар аҡ һәм ҡыҙыл төҫтәге ебәк муар таҫмаһы менән уратылған. Таҫманың ситтәре тар аҡ һыҙаттар менән ҡаймаланған.

  • Хеҙмәт ветераны (исем)
  • Володин А. Н., Мерлай Н. М. Медали СССР. — СПб.: Печатный двор, 1997. — С. 202—203. — ISBN 5-7062-0111-0.
  • Колесников Г. А., Рожков А. М. Ордена и медали СССР. — Мн.: Народная асвета, 1986. — С. 57—58.

Ҡалып:СССР миҙалдары