Абдрахман (йыр)
Абдрахман | |
Сәнғәт формаһы | Йыр |
---|---|
Жанр | халыҡ йыры |
Башҡарыусы/артист | Абдулла Солтанов, Сөләймәнов Ғата Зөлҡәфил улы һәм Йәнбәков Рамазан Фәтхулла улы |
Әҫәрҙең теле | башҡортса |
Оҙайлылыҡ | 3,5 Минут |
«Абдрахман», «Абдрахман кантон» — киң билдәле башҡорт халыҡ йыры (оҙон көй). Башҡа йырҙар менән бер рәттән 2020 йылда «башҡорт халыҡ йыры» тигән патент ала[1][2].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Абдрахман» йырының тәүге варианттарын С. Г. Рыбаков Ырымбур губернаһының Орск өйәҙендә (Күсей ауылы янындағы Рәмиевтарҙың Солтан приискыһында, Күлтабан янындағы йәйләүҙә, Юлыҡ ауылында) яҙып алған. Йыр варианттары менән С. Г. Рыбаковтың «Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта» китабында баҫыла[3].
Йырҙың варианттарын шулай уҡ М. М. Вәлиев, С. Ә. Галин, Л. Н. Лебединский һәм башҡа ғалимдар яҙып алған.
«Абдрахман» йыры лирик-эпик йөкмәткеле, унда мәкерлек һәм хыянат темаһы сағыла. Йыр 6-сы башҡорт кантоны начальнигы Абдрахман Биктимеровҡа (1780—1826) арнала. Ул халыҡ араһында ихтирам ҡаҙана, әммә ялған ошаҡ һөҙөмтәһендә енәйәттә нахаҡҡа ғәйепләнә. Йырҙың көйө һәлмәк, зарлы.
Һүҙҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Унар ғына һумлыҡ, ай, ун аҡыҡ,
- Егет, һалдыр эйәр ҡашыңа.
- Атам дуҫы тиеп ышанма, егет,
- Атаң дуҫы етер башыңа.
- Унар ғына һумлыҡ, ай, ун аҡыҡ,
- Унар ғына һумлыҡ ун аҡыҡлы
- Эйәрең булыр, егет, ат булһа.
- Яҡын күргән дуҫтан яманы юҡ,
- Ауыр саҡта һиңә ят булһа.
- Унар ғына һумлыҡ ун аҡыҡлы
- Унар ғына һумлыҡ, ай, ун аҡыҡ
- Кәрәге юҡ эйәр ҡашыңа.
- Атам дуҫы тиеп ышандың, егет,
- Шул дуҫ етте һинең башыңа.
- Унар ғына һумлыҡ, ай, ун аҡыҡ
Йырҙы башҡарыусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Абдрахман» башҡорт халыҡ йырын иң оҫта башҡарыусылар тип Г. З. Сөләймәнов, Р. Ф. Йәнбәков һанала. Йырҙы эшкәртеүсе композиторҙар — Р. А. Мортазин (скрипка менән оркестр өсөн , М. З. Баширов (хор a cappella өсөн),Н. Г. Сабитов (хор өсөн).
Видеоматериалдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- YouTube сайтында Видео Ҡурайсы Азат Айытҡолов башҡарыуында
Көйҙө ҡулланыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йырҙың көйө Н. И. Пейконың «Айһылыу» операһында, «Гөлнәзирә» балетында ҡулланыла.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лебединский Л. Н. Башкирские народные песни и наигрыши. М., 1965.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абдрахман (йыр) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 26 октябрь 2019)
- БАШ БИТ
- БАШҠОРТТОҢ 100 ЙЫРЫ 2021 йыл 23 апрель архивланған.
- «Башҡорт халыҡ йырҙары» 2021 йыл 6 март архивланған.