Австрия пинчеры
Эт тоҡомо | |
Барлыҡҡа килеүе | |
---|---|
Урыны | |
Ваҡыты |
1928 йыл |
Характеристика | |
Буйы |
арлан: 44-50 см |
Ауырлығы |
12 - 18 кг |
Классификация | |
Төркөм |
2 |
Секция |
1.1, Pinscher |
Номеры | |
Австрия пинчеры Викимилектә |
Австрия пинчеры (нем. Österreichischer Pinscher; FCI № 64) — пинчер тоҡомдарының береһе, Австрияла көтөүсе эттәр тоҡомо сифатында, шулай уҡ амбарҙарҙы ҡомаҡтарҙан һаҡлау өсөн сығарылған. Элек айырым «Австрия ҡыҫҡа йөнлө пинчер» тоҡомо булған, әммә ул Австрия пинчеры менән берәүгә берләшкән.
Тышҡы күренеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡа көтөүсе эттәр кеүек, Австрия пинчеры төрлө тышҡы характеристикаға эйә булырға мөмкин, сөнки ул эттәр шоуында ҡатнашыу өсөн түгел, ә хужалыҡта эш өсөн булдырылған[1]. Был тоҡом эттәре йыш ҡына йөнөн ҡоя, йөнө төрлө төҫтә була, ғәҙәттә күкрәгендә, томшоғонда һәм ҡойроҡ осонда аҡ билдә була[2].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Австрия пинчеры айырым тоҡом булып 1928 йылда, шуның менән бергә Австрия фермалары эргәһендә табылған иҫке типтағы пинчерҙарҙан сығарылған тип таныла. Был хайуан немец-австрия пинчерҙары һәм урындағы эттәрҙең ҡатышмаһы булып тора[3].
XIX быуат аҙағында, фермаларҙа эттәрҙең кәрәге бөткәс, Австрия пинчерҙары юҡҡа сыға башлай[4]. XX быуат башында Эмиль Хаук (нем. Emil Hauck), 1843 йылда Х. фон Меер тарафынан (H. Meyer von) «һаҙлыҡ эте» тип аталған, урындағы эттәрҙе эҙләй башлай. Ул Австрия ауылында «һаҙлыҡ этенә» оҡшаған эттәр таба[5][6]. 1921 йылда ул, эт тоҡомон билдәләү һәм тергеҙеү, уларҙы башҡа урындағы эттәрҙән айырыу өсөн, етди рәүештә эттәр үрсетеү менән шөғөлләнә башлай. Австрия эт аҫраусылыҡ клубы тәүге тапҡыр «Kurzhaarpinscher Österreichischer» (урыҫса Австрия ҡыҫҡа йөнлө пинчер) тоҡомо булараҡ 1928 йылда таный. Тоҡомға исеме уның тоҡомо сыҡҡан урындарҙы билдәләү маҡсатында һәм тоҡомдо ҡаты йөнлө пинчерҙан айырыр өсөн бирелә. Икенсе донъя һуғышынан һуң Австрия пинчеры вәкилдәре юҡҡа сыҡты тиерлек[7].
Һаулығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был тоҡом сәләмәтлеге тураһында әҙ билдәле, был тоҡом эттәре һирәк ауырый.
Темперамент
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был тоҡом эттәре бик яҡшы компаньондар, тәбиғәтте яраталар. Тоҡом стандарттары (FCI № 64) тасуирлағанса, был тоҡом эттәре бик уйынсаҡ.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ The Look 2007 йыл 13 октябрь архивланған. Austrian Pinscher Club (нем.
- ↑ Breed Standard
- ↑ Clark Anne Rogers. The International Encyclopedia of Dogs. — Howell Book House, 1995. — P. 98. — ISBN 0-87605-624-9.
- ↑ Situation Today from the Austrian Pinscher Club (Klub für österreichische Pinscher) in Austria 2007 йыл 13 октябрь архивланған. (нем.
- ↑ The History of the Geological Society of London, by Horace Bolingbroke Woodward, pg 79 Longmans, Green and Co publishers, New York, 1908
Note: the C. palustris idea came from the early days of scientific thinking about animals, and is not and has never been an actual species. - ↑ Breed History 2007 йыл 13 октябрь архивланған.
- ↑ Österreichischer Pinscher, Arche Austria 2011 йыл 31 май архивланған. (англ.