Эстәлеккә күсергә

Азурит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Азурит
Эре кристаллы Ҡытай азуриты
Формула Cu3(СО3)2(ОН)2 или
(CuCO3)2•Cu(OH)2
Сингония Моноклин
Төҫө асыҡ зәңгәр, ҡуйы зәңгәр, йәшкелт
Һыҙат төҫө шыйыҡ зәңгәр
Ялтырауығы быяла
Үтә күренеүсәнлеге яҡтылыҡ үткәрә, үтә күренмәүсән
Ҡатылығы 3,5 — 4
Йәбешеүсәнлеге уртаса (100)
Һыныусанлығы мурт
Тығыҙлығы 3,5—4 г/см³

Азури́т (франц. azur — баҡыр дигидроксодикарбонаты (II)|Cu3(СО3)2(ОН)2]] баҡыр зәңгәре, карбонаттар классына кереүсе минерал, малахит төркөмөндә. Баҡыр миҡдары 55,3%-ҡа тиклем. Ҡуйы зәңгәр төҫтә, быяла һамаҡ ялтыр. Ҡатылығы 3,5-4, ыуалыусан. Тығыҙлыгы 3,7-3,9 г/см3. Азурит кислоталарҙа эрей (углекислый газ бүленеп сыға). Ваҡ кристалларҙан торған друзалар, тоташ бөртөклө массалар рәүешендә була.

Башҡортостанда алтын-полиметалл һәм баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарының окисланыу зонаһында осрай. Ҡимәтле баҡыр мәғдәне. Зәңгәр буяу эшләү өсөн сеймал булып тора.

Иң ҙүр азурит киҫәге Нью-Йорк тәбиғәт музейында һаҡланы. Ул «Йырлаусы таш» тип атала. Аризона штаты «Коппер Куин» (ингл. Copper Queen) шахтаһында табылған минерал ауырлығы 4,5 тонна.