Эстәлеккә күсергә

Айхал

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Айхал
Байраҡ
Нигеҙләү датаһы 1961
Рәсми атамаһы Айхал
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Городское поселение посёлок Айхал[d][1]
Административ-территориаль берәмек Городское поселение посёлок Айхал[d][1]
Сәғәт бүлкәте UTC+9:00[d]
Халыҡ һаны 13 359 кеше (2023)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 514 метр
Почта индексы 678190
Рәсми сайт мо-айхал.рф
Урындағы телефон коды 41136
Карта

Айхал (саха Айхал — слава) —Яҡутстандың Мирный районындағы ҡала тибындағы ҡасаба, Удачныйҡалаһынан 60 км көньяҡтараҡ урынлашҡан. 1961 йыл «Айхал» кимберлит торбаһы асылыуға бәйле барлыҡҡа килгән.

Халҡы — 13 725 кеше (2021).

«Айхал» кимберлит торбаһы (саха теленән тәржемәһе дан) 1960 йылдың 22 ғинуарында табыла.

Биҫтә Сохсолох йылғаһының һул ярында төҙөлгән (яҡут теленән сохсо — «тоҙаҡ, өңрәйҙән тишек, ау» тип тәржемә ителә)[3], легенда буйынса, көҙгө йоҡа боҙ өҫтөнән үтеп барған боландар батып үлгән.

Хәҙерге Айхал ике өлөштән тора: үрге һәм түбәнге ҡасаба. Түбәнге ҡасаба - иҫке ауыл, ағас йорттарҙан ғибәрәт. Үрге ҡасабала - биш ҡатлы бетон йорттар.

Ҡала барлыҡҡа килтереүсе төп предприятие - Айхал тау-байыҡтырыу комбинаты (ГОК), «АЛРОСА» акционерҙар компанияһы (ПАО).

Тораҡ пунктҡа 1961 йылда «Айхал» торбаһы асылыуға бәйле Амакинский геологик-разведка экспедицияһы геологтары нигеҙ һала. 1962 йылдан алып ҡала тибындағы ҡасаба статусын ала.

«Кратон-3» сәнәғәт ядро шартлауы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1978 йылдың авгусында 577 метр тәрәнлектә «Кратон-3» объектында СССР Геология министрлығы заказы буйынса Ер ҡабығын «сейсмик зондлау» алымы менән тәрән өйрәнеү маҡсатында 19 килотонна ҡеүәтендәге (ҡеүәте буйынса 1945 йылда Хиросимаға ташланған Малыш бомбаһына яҡын) сәнәғәт ядро шартлауы була[4]. Шартлау Айхалдан 39 саҡрым көнсығыштараҡ була. Шартлау ваҡытында ҡағиҙә боҙоуҙарға юл ҡуйыла. 54 кеше йәшәгән ҡасабаны радиоактив болот ҡаплай, шулай уҡ 26 эшсе зыян күрә[5].

Ошибка Lua в package.lua на строке 80: module 'Модуль:Statistical/RUS-SAH' not found.

Ошибка Lua в package.lua на строке 80: module 'Модуль:Statistical/RUS-SAH' not found.

Район климаты субарктик, континенталлек һыҙаттары асыҡ күренә. Температура инверсияһы хас. Үҙәндәрҙә һауа температураһы түбәнерәк була. Айырма 2-5 м Ел өрмәгәндә һәр 100 метрға юғарыраҡ күтәрелгән һайын айырма 2-5° тәшкил итә иң юғары кимәлгә етә.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса максимум, °C −38 −30 −15 −4 6 17 22 17 8 −7 −27 −34 −7
Уртаса минимум, °C −45 −41 −34 −21 −6 4 6 3 −3 −17 −35 −41 −19
Яуым-төшөм нормаһы, мм 5,6 5,4 7 8,6 16,5 30,2 33,7 31,2 22 16,6 10,3 6,2 193,3
Сығанаҡ: MSN Weather

Айхал күп йылдар буйына туңған тоҡомдарҙың («мәңгелек туңлыҡ») тотош таралыу зонаһында урынлашҡан. 9-15 м тәрәнлектә грунттың уртаса йыллыҡ температураһы. (нуль йыллыҡ амплитудаһы) −3° градустан −6° тиклем үҙгәрә. Криолитоз зонаһының ҡалынлығы 800 - 1100 м сиктәрендә тирбәлә, ә Марха йылғаһының үрге ағымында 1500 метрға етә[6] Йәйен райондағы тупраҡ 0,5 - 2,5 метрға тиклем ирей. Үҫемлектәре булмаған ҡырсынлы тупраҡтар айырым йылдарҙа 2,5-3,0 метрға тиклем, ә торф ятҡылыҡтары Сохсолоох, Марха йылғалары үҙәндәрендә, күл соҡорҙарында ни бары 0,5 метрға тиклем генә ирей.

Инфраструктураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Биҫтә территорияһында 5-се, 23-сө урта дөйөм белем биреү мәктәптәре урынлашҡан. 30-сы һөнәрселек училищеһы, «Өмөт» ЦДОД» МКОУ, 1975 йылдан алып Саха (Яҡутстан) Республикаһы дәүләт бюджет учреждениеһы — 6 балалар баҡсаһы эшләй. РС(Я) ГБУ. Айхалда 1975 йылдан алып «Балаларға өҫтәмә белем биреү үҙәге» муниципаль ҡаҙна мәғариф учреждениеһы эшләп килә.
  • Айхал ҡала дауаханаһы.
  • Айхал полиция бүлексәһе.
  • «Северное сияние» мәҙәниәт һарайы.
  • «Дельфин» бассейны менән спорт комплексы.
  • Күп төрлө матурлыҡ салонлары һәм магазиндар.

Киң мәғлүмәт саралары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Радиостанциялар:

  • 101,4 — Балалар радиоһы
  • 101,9 — Радио Алмас крайы
  • 102,5 — Саха радиоһы НВК «Саха»

Телевидение:

  • 3 — Алмас крайы телеканалы
  • 12 — ТВ Центр
  • 26 — DVB-T2 (1 мультиплекс) (РТС 50 Вт, 43 м)
  • 28 — DVB-T2 (2 мультиплекс) (РТС 50 Вт, 43 м)
  • 34 — Матч ТВ

Ҡасабала Ғайса Раштыуаһы православие ҡорамы (настоятель — иерей Иоанн Серкин) эшләй. Ҡасабала шулай уҡ мәсет тә бар.

  1. 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
  2. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2023 года
  3. Перевод слова сохсо.
  4. Теперь я знаю, где водятся «атомные» олени, газета «Якутия». 8 ғинуар 2010 тикшерелгән. 2007 йыл 28 сентябрь архивланған.
  5. Ядерный взрыв накрыл радиоактивным облаком небольшой городок в Якутии 37 лет назад. yakutiamedia.ru. Дата обращения: 8 ғинуар 2016. Архивировано 21 сентябрь 2016 года.
  6. Геокриология СССР. Средняя Сибирь. Под ред. Э. Д. Ершова. Москва. «Недра» 1989

Ҡалып:Населённые пункты Мирнинского района